+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
22 Март 2019, 14:57

Матур ғаилә – ил күрке

Ошоға тиклем ғаилә тураһында уйланғаным юҡ ине. Был темаға бирелгән инша мине бөтөнләй үҙгәртте һәм уның шундай мөһим, үҙе бер айырым донъя икәнен аңланым. Матур ғаилә – ил күрке, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр икән.

Беҙҙең ғаиләлә бөтәһе биш кеше: атайым, әсәйем, мин, биш йәшлек ҡустым һәм ике йәшлек һеңлем. Бик оҙаҡ берҙән-бер бала булып йөрөгәндән һуң, миңә ете йәш ярым булғас, ҡустым донъяға килеүе бик хәтерҙә ҡалған. Шатлығымдың иге-сиге булманы. Шунан өс йыл үткәс, ныҡ көткән ҡурсаҡ шикелле матур ғына һеңлебеҙ тыуҙы. Миңә улар менән шундай күңелле һәм ҡыҙыҡ, хатта компьютер менән зәңгәр экран да кәрәкмәй. «Балаларҙың ҡылыҡтарын күҙәтеп ултырыу – үҙе бер ғүмер», – тип әйтергә ярата атайым. Ә әсәйем инде: «Бала бар йортта сер ятмай», – тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай.

Әлбиттә, һәр ғаилә үҙенсә матур. Беҙҙеке лә татыу һәм өлгөлө, тип һанайым. Бер-беребеҙҙе аңлашып, тыңлашып йәшәйбеҙ. Әсәйем минең шундай яғымлы, алсаҡ һәм беҙҙе лә шуға өйрәтә. Балаларым, тип өҙөлөп тора, кәрәк саҡта талапсан, уҫал да була белә. Ҡәҙерлем шәфҡәт туташы булып эшләгәнгәме икән, ғаиләнең һаулығын иң беренсе планға ҡуя. Атайым да насар ғәҙәттәр менән мауыҡмай. Үҙе инде шундай ғәҙел, ихтирамлы, аҡыллы һәм тырыш кеше. Мин уның гел кешеләргә ярҙам итергә ашҡынып тороуына һоҡланам.

Беҙ атай-әсәйебеҙгә ҡарап өлгө алабыҙ, уларға оҡшарға тырышабыҙ. Мин ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, өйгә ҡайтырға атлығып торам. Сөнки иң күркәм атай йорто менән әсәйемдең тәмле ризыҡтары, һағынып көткән ҡустым һәм һеңлем үҙҙәренә тарта.

Беҙ барыбыҙ ҙа ғаиләбеҙ менән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡбыҙ. Атай-әсәйем сәхнә йондоҙҙары булмаһалар ҙа, сәнғәткә һөйөү уяттылар. Шуға ла мин ике йәшемдән үк бейергә әүәҫмен һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөйөм. Республика кимәлендә үткәрелгән «Байыҡ» бейеү конкурсында ҡатнашып, Гран-приға лайыҡ булыуымда ла уларҙың ярҙамы күп булды. Ҡустым күберәк йырларға, шиғыр һөйләргә ярата. Ҡунаҡҡа барһаҡ, өләсәй-олатайҙарға концерт күрһәтергә тотонабыҙ. Бәләкәй һеңлем дә беҙгә ҡарап ҡыуанып, сәпәкәй итеп, бейергә маташа.

Ғаиләлә күп кенә көс баҡса үҫтереүгә һалына. Әсәйем ҡыштан уҡ үҫентеләр үҫтереү менән булышһа, иртә яҙҙан атайым менән мин ҡаҙыныу эштәрен башлайбыҙ. Йәй буйы баҡсала үҫкән үҫентеләрҙе тәрбиәләшәм, уларға һыу ҡоям. Ә аҙаҡ өлгөргәс, рәхәтләнеп еләк-емештәре менән һыйланабыҙ. Минең өсөн баҡсалағы уңышты йыйыу үҙе бер байрам. Тағы ла мин ҡош-ҡорттарҙы ҡарар­ға ярҙамлашам.

Ә инде уҡыуыма килгәндә, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм. Атай-әсәйем миңә уҡыуға етди ҡарарға һәм уның әһәмиәте тормошта бик мөһим икәнен аңлата килде. Мәктәптән өйҙә яҙып килергә ҡушылған иншаларҙы әсә­йем менән бергә уйлай­быҙ. Тарихҡа ҡағылышлы тема­ларҙа атайым ярҙамлаша. Беҙ уның менән үҙебеҙ­ҙең шәжәрәбеҙҙе эшләп, мәктәптә беренсе урын ал­дым.

Матур итеп ял да итә беләбеҙ. Бигерәк тә ял көндәрендә магазиндар буйлап йөрөү оҡшай.

Ғөмүмән алғанда, беҙ – бәхетле балалар. Шуға ла мин атай-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен һәм уларҙың йөҙҙәренә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәкмен. Улар беҙгә яҡшы тәрбиә биреп, яуаплы, үҙ аллы булырға, килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтә. Шулай уҡ туған телебеҙҙе онотмаҫҡа һәм илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре итеп үҫтерергә тырышалар. Киләсәктә мин дә ғаилә ҡорасаҡмын һәм үҙем – атайыма, ҡатыным әсәйемә оҡшаясаҡ, ә балаларыбыҙ өсәүҙән дә кәм булмаясаҡ. Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһәләр генә ғаилә ныҡлы була. Уның нигеҙе ныҡ икән, халҡыбыҙ татыу, ә улар берҙәм икән, илебеҙ көслө була.


Рифат СӘЙЕТҒӘЛИН.

Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: