+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Апрель 2019, 18:36

Ейәнсәре – уның ҡыуанысы

– Өләсәй, ауырыма инде, йәме. Мин яныңда ғына булырмын. – Бәлки, Өфөгә гимназияға барырһың, ҡыҙым, аҙаҡ үҙеңә уҡырға инеүе лә еңелерәк булыр. Шулай тип әйтеп ҡараһа ла, ейәнсәре өләсәһе һүҙе­нә ҡолаҡ һалмай.

Баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се рес­публика башҡорт интернат-гимназияһына ингән еренән Аделина унда уҡымаҫҡа ҡарар итә. Ата-әсәһен алыштырып, бөтә күңел йылылығын һалып тәрбиәләгән йәндәй ҡәҙерле Зөһрә өләсәһе янынан айырылып китеүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Инде нисәмә йыл бергәләр бит. Әсәһе Санкт-Петербургҡа эшкә киткәндән бирле икәү­ҙәр. Ул саҡта ҡыҙға ни бары өс кенә йәш була.

– Аделинаға бер йәш тулған көндө әсәһен операцияға алып киткәйнеләр. Шул ваҡытта ла 15 көн буйына үҙем ҡараным. Аллаға шөкөр, балам бик тыныс, сабыр булды, – тип Аделинаның бала сағын иҫләп ала Зөһрә инәй.

Бәләкәй саҡтарын хәтерләй башлаһаң... Икмәкхананан бик үтенеп һорағастар, хаҡлы ялда булһа ла, өләсәһе эшкә сығып китә. Өс йәшлек ейәнсәрен күтәреп, иртәнге алтынан балалар баҡсаһы асылғансы эшләгән ерендә йөрөтөүҙәр... Йоҡлар ваҡыттарында ғына Аделина менән тағы биш баланы эйәртеп, үҙҙәренең Таймаҫ ауыл клубына шөғөлләнергә алып барырға ла өлгөрә бит әле. Ә мәктәптең 70 йыллығына арналған байрамда бейеү түңәрәге етәксеһе Татьяна Исҡужинаның тап Аделина менән Илсур Иркәбаевты һайлап алып, сәхнәлә бейетеүе өләсәһе өсөн оло ҡыуаныс була. Балалар үҙҙәре бәләкәй генәләр! Сығыштарын бик оҡшаталар, дәррәү ҡул сабалар. Юбилейға килгән уҡытыусы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кин­йәбаева ҡыҙға оло сәскәләр гөлләмәһе лә бүләк итә.

Ә биш йәше тулғас, өләсәһе Аделинаны Ермолаев ҡасабаһындағы «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Аҡбуҙат» фольклор коллективына бирә. Үҙе лә ағинәй булып, улар менән бергәләп байрамдарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөй башлай.

– Ауылыбыҙ район үҙәгенән 45 саҡрым алыҫлыҡта ята. Ә шул араны аҙнаһына ике тапҡыр үтергә тура килә ине. Ҡыҙым бер тапҡыр ҙа мыжыманы, бирешмәне. Төрлө ауылдарҙан килгән балаларҙы тыңлатыуы еңелдән булмаһа ла, етәксебеҙ Йәмилә Рамаҙанова көс тапты, уға, афарин, тип әйтергә генә инде, – ти инәй.

Әле ейәнсәре Аделина ла ҙурайып, үҫеп еткән. Таймаҫ гимназияһында IX синыфта тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Бик тырыш ҡыҙ. Район хакимиәте стипендияһын да ала. Төрлө бейеү, шиғыр һөйләү кон­курс­тарында еңеүҙәре өсөн Мәскәүгә Кремль Шыршыһына ла барған, былтыр «Орлёнок» лагерында ял итеп ҡайт­ҡан. Бәләкәйерәк са­ғында: «Үҫкәс, табип булам», – тип хыялланып йөрөһә, хәҙер аныҡ ҡына кем буласағын хәл итмәгән. Төп дәүләт имтиханын бирергә ентекле әҙерләнеп йөрөй.

– Аллаға шөкөр, уҡытыусылары ла Аделинаны бик маҡтап ҡына тора. Өйҙә лә бөтә эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә. Ҡана, өләсәй, үҙем, үҙем, тип кенә йөрөй. Мал-тыуар ҙа ҡарайбыҙ, бергәләп бешеренәбеҙ ҙә. Үҙем белгәндәрҙе уға өйрәтергә тырышам, – тип ғорурланып һөйләй Зөһрә Миң­леғәли ҡыҙы Әбйәлилова.

Өләсәй тәрбиәһендә үҫеп, олоно ололай, кесене кесе итергә өйрәнгән ҡыҙ, моғайын да, киләсәктә лә юғалып ҡалмаҫ, ҡәҙерле кешеһе хыял иткәнсә, юғары уҡыу йортон тамамлап, оло тормошта үҙ юлын табырға насип итһен уға.
Читайте нас: