+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Июнь 2019, 13:32

Ялы ла, эше лә бергә

Татыу ғаилә – ил күрке, тиҙәр. Флүзә һәм Вилмир Буранғоловтар ғаиләһе нәҡ шундайҙарҙан.


Йәмле Дим буйында урынлашҡан Ҡаныҡай ауылында гөрләтеп донъя көтә улар. Флүзә Наил ҡыҙы тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм музыканан уҡыта. Ә Вилмир Зиннур улы үҙ эшен асҡан: халыҡҡа автомобиль йыуыу һәм шиномонтаж буйынса хеҙмәт күрһәтә, ярымфабрикаттар ҙа етештерәләр. Үҙҙәренең билмән цехы бар, манты ла яһайҙар, туҡмас та киҫәләр. Сифатлы аҙыҡ-түлекте күрше-тирә ауыл магазиндарында бик теләп һатып алалар.

Әлбиттә, эш күп, шуға балалары ла ярҙам итеп, хеҙмәт һөйөп үҫә. Буранғоловтар өс ҡыҙ, ике малайға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп үҫтерә. Иң өлкәндәре Лилиә юғары белем алып, үҙ ғаиләһен ҡор­ған да инде. Икенсе ҡыҙҙары Гөлнара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Бик әүҙем. Уҡыу йортоноң гүзәллек бәйгеһендә «Мисс-ихласлыҡ» номинацияһына лайыҡ булған. «Студент яҙы» фестивалендә лә ҡатнаша. Бәләкәйҙән йырларға, бейергә ярата, гитарала уйнай.

– Өëêәí óëûìà үҙåìäåң îëàòàéûì õөðìәòåíә Áó­ëàò òèï èñåì ҡóøòûҡ. Әле VIII синыфты тамамланы. Өләсәһе уны 4 йәштән үк уҡырға өйрәтә башланы. Яҡшы уҡый. Инглиз телен мауығып өйрәнә. Икенсе улым Динислам алтынсыны бөттө. Информатика дәресен бик ярата һәм үҫкәс, программист булып эшләргә теләй. Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһына. Бәләкәсебеҙ, йондоҙобоҙ, күҙ нурыбыҙ – Самира өсөнсөгә күсте. Ике апаһының, ике ағаһының бөтөн һәләттәрен үҙенә туплаған һымаҡ: йырлай ҙа, бейей ҙә, шуҡ та, аҡыллы ла. «Бишле»гә генә өлгәшә, – ти Флүзә Наил ҡыҙы.

Беҙҙе һоҡландырҙы Буранғоловтар. Әле йәйге каникулда ла матур итеп ялдарын да ойоштора беләләр, уңғанлыҡ та күрһәтәләр. Йыл да 1 мең тирәһе себеш, 100 ҡаҙ бәпкәһе үҫтереп һаталар икән. Йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһында ла эш етерлек. Малайҙар атайҙарына мал ҡараша, бесән эшләшергә ярҙам итә. Самира ла ағайҙарынан ҡалмай, эргәләрендә йөрөй. Балалар шулай көн дә йорт-ҡуралағы эштәрҙе башҡарып, үҙ көстәренә генә ышанып йәшәргә өйрәнә. Ғаилә менән байрамдарҙы билдәләү, йәйҙәрен бергәләп походҡа сығыу, миндек бәйләргә барыу – Буранғоловтарҙың матур йолалары.

– Әлеге заманда бөтә балалар телефон, компьютер менән мауыға. Беҙ бының менән көрәш алып барабыҙ. Балаларҙың һәр береһенең үҙенә тәғәйенләнгән эше, шөғөлө бар. Бына шулай күңелле генә, матур ғына йәшәп ятабыҙ, – ти әсәләре.

Һоҡланырлыҡ ғаилә, күҙ теймәһен!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бишбүләк районы.

Читайте нас: