+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
9 Июль 2019, 13:51

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам Бөрөлә йыл һайын уҙасаҡ

Был турала Республика етәксеһе бөгөн ҡалала үткән тантанала белдерҙе. Сарала татыу, тигеҙ ғүмер кисергән, данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән ғаилә парҙары ла тәбрикләнде, республикабыҙҙың йәме, биҙәге булған был ғаиләләргә «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалдары тапшырылды. Мәртәбәле наградаларға эйә булған бөгөнгө байрам геройҙары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

45 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән Миңлеәхмәтовтарҙың бәхет сере ябай, бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү. Байлыҡ артынан ҡыуманыҡ, татыулыҡҡа ынтылдыҡ, ти улар. Миңлеәхмәтовтар ике улы менән бер ҡыҙын да үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләй. Борайҙың өлгөлө, күркәм ғаиләһе бөгөн бүләкләнеүселәр араһында, Гөлфинә һәм Шамил Миңлеәхмәтовтарға ,«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.


Ошондай уҡ наградаға бөтәһе һигеҙ ғаилә лайыҡ булды, төрлө йәштәгеләр, төрлө милләт вәкилдәре. Әммә уларҙың бөтәһен дә бәйләгән уртаҡ сифат бар. Был ғаиләләр тормош мәғәнәһен тигеҙ, татыу ғүмер кисереүҙә күрә. Мәҫәлән, Илеш районынан Рузилә һәм Камил Хөснөтдиновтар 56 йыл бергә ғүмер иткән.


Байрамда республикабыҙҙың данын күтәргән ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләгән ата-әсәләр ҙә тәбрикләнде. Биш ғаиләгә ата-әсәлек ҡаһарманлығы миҙалы тапшырылды. Уларҙың һәр береһе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Мәҫәлән, дүрт тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповтың атаһы менән әсәһе лә бар. Улыбыҙға лайыҡлы тәрбиә биргәнбеҙ икән, тимәк юҡҡа йәшәмәгәнбеҙ, ти ул.


Бөрөнән үҙҙәренең туғыҙ балаһы янына тағы икәүҙе тәрбиәгә алған Федориндар, Көйөргәҙенән үҙҙәренең өс балаһы янына алты етемде һыйындырған Сергеевтар, Мишкәнән ҡышҡы паралимпия уйындары чемпионы Кирилл Михайловтың ата-әсәһе.Байрамда республика етәксеһе билдәләүенсә, ныҡлы ғаиләләр республиканың төп байлығы, улар барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Был байрамды йыл һайын ойоштороу мотлаҡ тине Радий Хәбиров.


Майҙанда ҡунаҡтар өсөн төрлө милләт халыҡтарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Бында арҡан ишергә лә, тимер сүкергә лә, балаҫ һуғырға ла өйрәнергә мөмкин. Мәҫәлән, Рузилә Ғәрифуллина туҡыу серҙәре менән уртаҡлаша. Халыҡ кәсептәре туризмды үҫтереүҙең бер юлы, ти оҫта. Ул үҙәк ойоштороп дүрт йылда йөҙҙән ашыу кешене туҡыу серҙәренә өйрәткән.


Керәшен һыуыҡтары, Бөрө алмаһы кеүек фестивалдәре менән дан тотҡан Бөрөлә бөгөн тағы ҙур традицияға нигеҙ һалынды. Ул республика ғаилә байрамы.


Изгеләр Петр менән Февронияға арналған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө сағыштырмаса яңы байрам, әммә ул беҙҙең йәмғиәткә үтеп инде һәи үҙ урынын яуланы тип әйтергә мөмкин, сөнки заман үҙгәрһәлә мәңгелек ҡиммәтттәр шул килеш ҡала, ғаилә һәр кемдең ҡәлғәһе, ә ныҡлы, күркәм ғаиләләр республиканың байлығы, нигеҙе булып тора.


Читайте нас: