-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Сентябрь 2019, 14:53

Балаға шәхес итеп ҡарайыҡ

Ҡыуаҡтағы йәш тал сыбыҡты еңел генә бөгөп булған шикелле, баланы йәшләй тәрбиәләү ҙә еңелерәк бирелә, тигән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Бик дөрөҫ әйткән. Бына һеҙгә бер нисә кәңәш, хөрмәтле атай-әсәйҙәр.

Бәләкәй генә бала ла – шәхес ул. Уға ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирергә кәрәк. Әлбиттә, нимә эшләһә лә ярай, тигәнде аңлатмай был. Үҙенсә һайлаһын, ә һеҙ кәңәш рәүешендә фекерегеҙҙе белдерегеҙ. Үҙенсә эшләргә теләһә, ирек ҡуйығыҙ, яңылышыраҡ уйлағанын аңлаясаҡ ул. Үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә юл ҡуйыу ҙурайғас та һәр аҙымды анализлап, дөрөҫ юлды таба белергә өйрәтә.
Баланың көслө яҡтарына нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк. Уңышы өсөн маҡтағыҙ. Ниндәйҙер һәләте бар икән, күңелегеҙгә ятмаған хәлдә лә үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк. Юғиһә, баланың уңышҡа юлы ябылыуы бар. Мәҫәлән, матур йырлай йәки туп менән оҫта эш итә. Ә атай-әсәй уны киләсәктә йырсы йә футболсы итеп күҙ алдына ла килтерә алмай, был шөғөлдәрен етди ҡабул итмәй. Хатта, ҡуй, юҡ менән булма, тип тә әйтеүе мөмкин. Һөҙөмтәлә, балағыҙҙың һәләте үҫтерелмәй, тормошта уртаса, ағым ыңғайына ғына йәшәүе бар.
Һеҙ ҡыҙығыҙҙы, улығыҙҙы нисек бар шулай ҡабул итә беләһегеҙме? Бала саҡта уларға иркәләү ҙә, хәстәрлек тә кәрәк. Атай-әсәйҙең йылы ҡарашы ла дәртләндереү сараһы була ала. Шелтә бирергә ашыҡмағыҙ, нигеҙһеҙ булыуы ла бар. Тәүҙә мәсьәләне һөйөү, ғәҙәти үтенес менән хәл итергә тырышығыҙ. Әрләргә тура килһә, хатаһын төҙәтеү тураһында уйланырлыҡ итеп сәбәбен аңлатырға кәрәк.
Онотмайыҡ: ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәй, балаларҙы матур һүҙҙәр менән генә түгел, үҙебеҙҙең матур өлгөбөҙҙә лә тәрбиәләйек.
Балағыҙҙа үҙегеҙҙең килеп сыҡмаған хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға тырышмағыҙ.
Көн һайын өйҙә улар менән һөйләшеп, серләшеп алырға ваҡыт бүлергә кәрәк.
Читайте нас: