+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Сентябрь 2019, 15:46

Күмәк булғас, йәшәүҙәре күңелле!

Айнур, Арыҫлан, Сафия, Асман, Асия менән таныштым әле. Улар кемдәр, тиһегеҙме?

Наилә Ғәзиз ҡыҙы һәм Мөҙәрис Миңлебай улы Тотмановтарҙың һөйөклө балалары. Атайҙары Сибай педагогия колледжында физкультуранан уҡыта, әсәйҙәре – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Балаларын спорт менән дуҫ булырға өйрәтеп, бер-береһенә ярҙамсыл итеп үҫтеререгә тырыша улар.

Айнур менән Арыҫлан Арҡайым ҡасабаһында IV һәм III синыфтарҙа уҡый. «Дүртле» һәм «бишле» генә алып ҡайталар.

– Сафия ҡыҙыбыҙға – биш йәш. Үҙем әлегә өйҙә ултырғас, ул балалар баҡсаһына йөрөмәй. Уҡырға, яҙыр­ға өйрәнәбеҙ. Хәтере шәп: бик күп шиғырҙарҙы яттан белә. Шиғыр­ҙар, йырҙар уйлап сығарырға әүәҫ. Дүрт йәшлек Асманыбыҙ бик ал­саҡ, һәр кемгә ярҙам итергә тырышып тора. Мин – атайҙың ярҙамсы­һы, тигән була, – ти Наилә Ғәзиз ҡыҙы.

Иң бәләкәс туғандары Асияны яратып, Батшабикә тип кенә йөрөтә­ләр икән. Бына шундай ҙур бер команда ул Тотмановтар ғаиләһе. Бында төшкә тиклем йоҡлап ятыусы юҡ: бөтәһе лә иртә менән тора. Көн һайын зарядка яһау, йүгереп килеү мотлаҡ. Өйҙәге бөтә эштәрҙе лә бергәләп башҡаралар. Манты, билмәнде лә күмәкләп ултырып яһайҙар. Арыҫ­лан ҙур инде хәҙер, үҙе тәмле итеп салаттар эшләп ҡуя. Сафия ҡамыр менән булышырға ярата. Малай­ҙар йәй буйы йәшелсәләргә һыу ташып ҡойған. Бергәләп, хәләл көс түгеп эшләгәс, емеш-еләк тә бик уңған. Ҡышҡылыҡҡа ла әллә күпме витамин әҙерләп ҡуялар. Әсәй­ҙәре шат:

– Балаларым миңә өйҙә ҙур ярҙамсылар: һауыт-һабаны йыуалар, туҙанды һөртөп, иҙәнде һепереп ҡуялар. Бәләкәйҙән һәр береһенә үҙенең йоҡлаған урынын йыйыштырып ҡуйырға өйрәттек. Айнур бөтәһенә лә ағай булып, Асия һеңлеһен дә ҡарай. Тыныс холоҡло ул, тыныс уйындарҙы ярата. Ә Арыҫлан иһә баҫҡан урынында ут сығарыр. Каратэ секцияһына йөрөй. Беҙҙең балалар телефонға, компьютерға текәлеп ултырмай.

Бергәләп матур ял итә лә беләләр. Урманға йыш баралар. Малайҙар – балыҡ ҡармаҡларға, ҡыҙҙар сәскә йыйырға ярата. Музейға, театрға ла бик теләп йөрөйҙәр.

– Береһенән-береһе бәләкәй күмәк бала менән арытмаймы? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ хужабикәнән.

– Юҡсы. Күмәк булғас, беҙгә һәр саҡ күңелле. Һәр кемдең шөғөлө бар, арып китһәк, бейеп алабыҙ, аталары ла ҡушыла, – ти бәхетле әсә.

Наилә Ғәзиз ҡыҙының Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәгән әсәһе лә бик әүҙем кеше икән, ғүмер буйына һауынсы булып эшләгән ул. Байрамдарға, тыуған көндәргә матур итеп стена гәзиттәре сығара. Яңы йылда балаларға күңелле булһын, тип урамға шыршы биҙәп ултырта.

Өләсәйҙәренең тағы бер матур йолаһы бар: кем һәйбәт уҡый, шуға аҡсалата бүләк бирә. Бәләкәстәр өсөн йыйын уҙғара.

Унда бөтә туғандар йыйыла, тәмлекәстәр бешерелә, ҙур табын ойошторола, балалар араһында төрлө уйындар үткәрелә. Олатайҙары күңелле старттар, сыбыҡ атта сабышыу буйынса ярыш уҙғара. Шунан бүләктәр таратыла.

Бына шундай дәртләнеп, тырышып, туғандары менән бергә-бергә күңелле итеп донъя көтә Тотмановтар.

Читайте нас: