Бөгөн дә аҙ булһа ла, бар ишле ғаиләләр. Һоҡланабыҙ ҙа, күҙ теймәһен, тип ҡуябыҙ улар тураһында һөйләгәндә. Берәтәк ауылында ла Эльвира һәм Ишкилде Фәхрийәновтар 11 бала тәрбиәләп үҫтерә. Иң ҙур ҡыҙҙары Айзиләгә йәйгә 18 йәш туласаҡ. Мәктәптә уҡыған балалары бишәү. Дилә – IX, Әлиә – VI, Ишморат – IV, Илмир – II, Азалиә I cиныфта белем ала.
– Элек игеҙәк балалар күрһәм, һоҡланып ҡарай торғайным, – ти Эльвира.
Хоҙай сәскә кеүек ике игеҙәк ҡыҙ ҙа бүләк иткән: Илзидә менән Гөлзидәгә – бишәр йәш. Инсафҡа 4 тула, Нурисламға иһә – 2 генә йәш, ә иң кеселәре Динислам 6 айлыҡ ҡына әле. Бер-береһенә терәк, ярҙамсы булып үҫеп киләләр.
– Тәүҙә бер нисә йыл балабыҙ булмай торҙо, шунда теләк теләгәйнем, Аллаға шөкөр, тормошҡа ашты, – ти бәхетле әсәй.
Ғаиләләре ишәйгән һайын өйҙәрен дә төкәтмә төҙөп ҙурайта бара Фәхрийәновтар. Балаларына бөтә шарттарҙы ла булдырырға тырышалар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтәләр. Ҡыҙҙар бәйләй, аш-һыуға оҫта әсәләрен дә уҙҙырып ебәреп, ҡамыр аштарын да бешерәләр. Ниндәй генә салат әҙерләмәйҙәр, пицца, бәлеш бешереү, компот яһау – бөтәһе лә ҡулдарынан килә ҡыҙҙарҙың. Икмәкте лә үҙҙәре һала. Хәҙер Айзилә апайҙары Белоретта медицина колледжында уҡығас, был эш Дилә иңендә. Әсәйҙәре буҙа ла эшләй. Үҙҙәре өсөн дә, һатырға ла. Йәй етһә, баҡсала мул итеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ишморат менән Илмир атайҙары менән бесәнгә йөрөй.
– Утын ташыу, мунса яғыу, мал ҡарау кеүек тыштағы мәшәҡәттәр ошо малайҙар елкәһендә инде. Атайҙары ауылда төрлө эштән бушамай. Ҡыҙҙарыбыҙ өйҙә ярҙам итә. Балалар йәйҙәрен еләк йыйырға йөрөй. Ҡайһы саҡ күмәкләп бишәр биҙрә алып ҡайтабыҙ, ҡайнатма ла ҡайнатабыҙ, һатырға ла етә. Күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Ҡыйын, тип әйтмәйем, тырышһаң – бөтәһе лә була. Ҡоротто элек тә эшләй торғайным, былтыр ыҫлап та яһап һата башланым. Умарталарыбыҙ ҙа бар. Ауылда эш юҡ, тип тормайбыҙ, шөкөр итеп йәшәйбеҙ, – ти әсәй кеше.
Бына бит ниндәй уңған, матур балалар тәрбиәләнә. Хөкүмәт тә ҙур ғаиләләрҙе ярҙамынан ташламай. Фәхрийәновтар «ГАЗель» урынына «Беларусь» алып ебәргән, ауылда тракторһыҙ ҙа булмай хәҙер, бесәнен дә, утынын да ташырға кәрәк.
Шағирә Динә Талхина ҡайһылай матур әйткән! Был юлдар Фәхрийәновтар ғаиләһенә лә тап килеп тора, шулай бит?! Һөйөклө балаларын матур итеп үҫтереүҙәрен, бәхет, һаулыҡ теләйек уларға.