Ул-ҡыҙҙарына ла күҙ теймәһен инде, бигерәк аҡыллылар! Өлкән ҡыҙҙары Эльвира алты йыл дауамында Фәйем Ғайсин етәкләгән «Самурай» каратэ клубының киокушинкай секцияһына йөрөй. Уның район, республика кимәлендәге уңыштары һанап бөткөһөҙ. Ә инде Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй ярышында өсөнсө урын алып ҡайтыуы үҙе, ғаиләһе өсөн дә бик ҙур ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ булған. Ҡыҙҙың көслөлөгөнә, уңғанлығына синыф етәксеһе лә, синыфташтары ла хайран ҡала. Ҡусты-һеңлеләре лә уға эйәреп, өлгө алып үҫә.
Альбина балаларын кешелекле булырға, кескәйҙәргә ярҙам итергә, ололарҙы хөрмәтләргә, Тыуған илде, туған телде һөйөргә өйрәтә. Уның гел генә улдары, ҡыҙҙарының изгелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәүен теләйбеҙ.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.