-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
15 Май 2020, 12:57

Матур төш күрҙем

Иртән күҙҙәремде астым да төшөмдө иҫләп, һикереп торҙом. Матур төш күрҙем. Миңә хәрби кейемдә тыйнаҡ һәм һөйкөмлө итеп ҡарт олатайым ҡарап тора ине. Ҡап-ҡара бөҙрә сәстәре килешле итеп таралған, сөм ҡара күҙҙәре уйсан баға. Уны шунда уҡ таныным, сөнки портреты өй түрендә эленгән. Йыл да «Үлемһеҙ полк» парадына күтәреп сығам, шулай хөрмәтемде белдерәм.

Төшөм кистән уҡып ултырған Елена Ульеваның «Һуғыш тураһында һөйләшеү» китабындағы ваҡиғаларҙы хәтерләтте. Геройҙары урынында Ғәни олатайым менән беҙ икәү инек. Ғәни Яушев үҙемде алдына ултыртып алды ла ҡосаҡлап яратып, хәлдәремде белеште. Мин дә унан Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һораштым.

Ғәни олатайым һуғыш­ҡа 1941 йылда киткән. Ул кавалерист булған. Батыр ҡартатайым дошмандарға ҡаршы йән аямай алыш­ҡан. 1943 йылда Ворошиловград ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғышта яраланған һәм контузия алған. Туғыҙ ай буйы госпиталдә дауаланғандан һуң ул, һуғышҡа яраҡ­һыҙ, тип өйөнә ҡайтарып ебәрелгән. 19 йыл буйы Ғәни ҡартатайым бер ни ишетмәй ҙә, һөйләшмәй ҙә. Ул бөтәһе менән дә яҙып аңлаша. Шуға ҡарамаҫтан, үҙен ауылдаштары бик хөрмәт итә, колхозда бригадир вазифаһын йөкмәтәләр. Ыша­нысты аҡлай ул.

Ғәни олатайым һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла ғаиләһен асҡа тилмертмәй. Уның «Зингер» теген машинаһы була. Шуның менән хатта тун тегә. Уға ауылдаштарынан ғына түгел, тирә-яҡтан да заказдар күп булған. Шулай аҡса эшләгән, ғаиләһен туйҙыр­ған.

Ул бер мәл кинәт кенә ишетә, һөйләшә башлаған. «Эй, рәхәт икән дә һуң үҙ телең менән һөйләп аңлатҡас», – ти икән шатланып. Тик оҙаҡҡа булмай ҡыуанысы. Ни бары ике йыл ғына һөйләшеп ҡалған. Шулай итеп, дәһшәтле һуғыш бәләһе уны 19 йыл яфалаған. Әммә олатайым бирешмәгән. Һуғышта нисек батыр булһа, артабан да ауырыуы менән көрәшеп, һыҙланыуҙарын еңеп, яҡшы кеше булып йәшәгән.

Эх, бөгөн дә уны төшөмдә күрһәм ине… Әле һөйләшәһе һүҙҙәребеҙ бик күп бит.

Ландыш РАМАҘАНОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Читайте нас: