+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Июнь 2020, 12:32

Балалары эшкә өйрәнеп үҫә

– Икебеҙ ҙә бала саҡта «Йәншишмә» гәзите менән дуҫ булдыҡ, – тип таныштырҙы ғаиләһе менән Айзилә Мортаева. – Мин Белорет районы Шығай ауылынанмын.

Өлкән синыфтарҙа уҡығанда гәзиткә яҙышып торҙом. «Күңелле йәй» тигән конкурста еңеүселәр исемлегенә лә ингәйнем. «Аҡ күңелле кешеләр» тигән хәбәремдә юлда бәләгә осрауыбыҙ тураһында яҙғайным. Тәгәрмәс тишелде лә бер кем дә ярҙам итергә туҡтамай, әллә күпме ваҡыт үтте. Еңгәм ауырлы ине. Ярай әле изге күңелле берәүҙәр осраны. Туҡтап ярҙам иттеләр. Ә тормош иптәшем Ришат тураһында Йылайыр районының Йомағужа ауылына килгәнендә гәзиттең хәбәрсеһе Зөһрә Ҡотлогилдина яҙған мәҡәлә баҫылған гәзит әле лә иҫтәлек булып һаҡлана.

Хәҙер Өфөлә йәшәүсе Мортаевтарҙың матур ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән кеүек, ҡыҙҙары һәм ике улы, аталары һәм әсәләренә оҡшап, уңған булып үҫеп килә. Ғаилә башлығы Ришат Динислам улы бәләкәйҙән эшсән, аҡыллы була. Республика олимпиадаһында ла ҡатнаша, спорт секцияһында шөғөлләнә. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Әле юғары белемле иҡтисадсы. Бына тигән балта оҫтаһы. Айзилә Рәмил ҡыҙы иһә – филолог, шиғырҙар ижад итә. Уның яҙғандары республика баҫмаларында ла донъя күргән.

Иң өлкәндәре – ҡыҙҙары Айгүзәл быйыл Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының V синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған. Бик тырыш, ныҡышмал ҡыҙыҡай. Олимпиадаларҙа ла ҡатнаша, дипломдар ала. Былтыр йәй «Артек»та ял итеп ҡайтҡан. Атаһы гитарала уйнай, музыкаға әүәҫлек унан күскәндер инде: Айгүзәл дә Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең ҡыл ҡумыҙ, фортепьяно кластарына яҙылған. Үҙенә синте­затор ҙа һатып алғандар. Ә бы­на әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яратыуы әсәһенән, әлбиттә. Өйҙәре Айгүзәл һатып алған китап менән тул­ған. Ауылға ҡайтһа ла, китапхананан сыҡмай. Интернеттан да уҡый. Шулай уҡ әсәһе уны бәләкәйҙән тегергә, сигергә, бәйләргә өйрәткән. Ҡурсағына бәйләй, алъяпҡыс, битлек тегә.

Айгүзәл – өйҙә бына тигән ярҙамсы, эшкә бәләкәйҙән өйрәнеп үҫә. Иҙәнде лә әсәһе менән бергәләп йыуалар икән. Торт бешерергә лә өйрәнеп алған.

Әле ҡыҙ – ауылда, Белорет районындағы өләсәләрендә. Икенсе синыфты «бишле»гә генә тамамлаған Данияр ҙа йәйге каникулын шунда үткәрергә ярата. Әммә әлегә әсәһенә өйҙә ярҙамсы кәрәк. Биш йәшлек ҡустыһы Шамил менән бер-береһен бигерәк яҡын күрәләр. Әсәләренә ҡайҙалыр барып килергә кәрәк булһа, икәүләп өйҙә ҡалып торалар. Һыуға, магазинға бергә йөрөйҙәр. Әле Данияр әсәһенә баҡса ҡараша, хатта обой йәбештерешкән. Олатаһы ла ейәнен маҡтап тора. «Ҡулынан эш килере, булдыҡлы булыры әленән билдәле», – ти ул. Күҙ теймәһен инде. Малай олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә футбол секцияһына йөрөй, командалары менән ярыштарҙа ҡатнашалар.

Бәләкәй Шамил да апаһы менән ағаһынан ҡалышмай. Әле үк һанай, һандарҙы ҡуша, ала белә. Данияр менән гел бергәләр инде.

Мортаевтар балалары эш рәтен белеп үҫһен, тип тырыша. Матур ғаилә, уларҙан өлгө алырға була.
Читайте нас: