+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Июль 2020, 14:45

Ике өләсәйем бар

Әсәйемдең әсәһе – минең өләсәйем хозур тәбиғәтле Ҡолғана ауылында ғүмер итә. Ул 1941 йылдың 2 июнендә Әбйәлил районының Хәмит ауылында алтынсы бала булып донъяға килгән.

Көтөп кенә алған ҡыҙға Гөлбәҙән тип исем бирәләр. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, 20 генә көнлөк бала, Бөйөк Ватан һуғы­шы башланыу сәбәпле, атай­һыҙ тороп ҡала. Бала саҡтан бөтә тормош ауырлыҡтарын татып үҫкән өләсәйем сая, уңған ҡыҙ булып буй еткерә. Оҙон ҡара сәстәрен икегә үреп, сәхнәлә халыҡ йыр­ҙарын баш­ҡарғанын тың­лап, артист булыр был бала, тиҙәр ауылдаштары. Шу­лай әсәһенә ҙур ярҙамсы бу­лып, ҡусты һәм һеңлеләрен ҡа­рашып, һылыу ҡыҙ ҡорона еткәс, Бөрйән районы Ҡол­ғана ауылы егете Хажиәх­мәт Килдейәров менән сәстә­рен-сәскә бәйләй­ҙәр. Олатайым менән 9 бала үҫтереп, әлеге көндә 28 ейән-ейәнсәре, 18 бүлә-бүләсәһе бар. Ә олатайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙең арабыҙҙа юҡ.

Ғаиләбеҙ менән байрам һәм ял көндәрен түҙем­һеҙлек менән көтөп алабыҙ һәм әсәйемдең тыуған ауылына – өләсәйем янына юлланабыҙ. Тәмле йыуаса, бишбармаҡ, хуш еҫле сәйҙәре һәм көләс йөҙө менән ҡаршы ала ул беҙҙе. Янында сәғәттәр, минуттар һиҙелмәйенсә үтә лә китә. Өләсәйем тапҡыр һүҙҙәрен, кәңәштәрен бер ваҡытта ла йәлләмәй.

Ҡулдары ла алтын үҙенең. Барған һайын төрлө-төрлө яңы ҡул эштәрен күрһәтә, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Бер минут та буш ултырмай шул. Әсәйем дә унан ҡалышмай. Юҡҡа ғына: «Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән», – тип әйтмәйҙәр бит.

Атайымдың әсәһе – Сәмәрә өләсәйем минең тыуған ауылым Мораҙымда Әүхәҙи олатайым менән татыу донъя көтә. Ул 1953 йылдың 29 октябрендә Ғәйниямал һәм Сабирйән Тулыбаевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һала. Бәләкәй саҡтан тиктормаҫ, теремек ҡыҙ уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай. Ҡайҙа барһа ла, гел алдынғылар рәтендә була. Олатайым менән танышып, бер ҡыҙ һәм ике малай­ға ғүмер биргәндәр. Оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләгән. Әлеге көндә дүрт ҡыҙға һәм биш малайға өләсәй. Ял көндәрем күбеһенсә уның янында үтә. Оҫта ҡуллы өләсәйемдән мин ҡорама ҡорау, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – түшелдерек эшләү серҙәренә төшөндөм.

Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Мораҙым ауылы.

Читайте нас: