+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Июль 2020, 14:40

Һәр ғаилә – үҙенә күрә бер карап

Йәм-йәшел болон, туғайҙар тоташҡан ерҙәге әллә ни даны сыҡмаған ҡаласыҡ ситендәге урында, күктәргә олғашып, аҡ ҡайын кешелек донъяһының йылдарын һанай. Уның селтерҙәп торған япраҡтары көн һайын урам яғындағы өсөнсө тәҙрәгә баға. Ә өйҙәге карауатта бер ҡыҙ ята. Ҡайын ағасы уны олондарына ҡаҙаҡлап ҡуйылған эскәмйәгә серләшергә саҡыра. Был баланың күҙҙәре күрмәй тиерлек, өҫтәүенә, аяҡтары ла атламай. Инде нисәмә йылдар шулай ыҙа сигә...



Ғаилә бик матур йәшәне. Йәшләй генә, бер-береһен яратып өйләнеште егет менән ҡыҙ. Йылдар үтә торҙо, балалар ишәйҙе, өсәү ҙә булып киттеләр. Йәш ата менән әсә тырышып эшләне. Донъя тот­ҡаһы булған олатай менән өләсәй ғаиләне изге кәңәштәре, ярҙамы менән нығытты. Матур, ныҡ өй ҡалҡып сыҡты. Аҙбар мал-тыуар менән тулы булһа, баҡса йәшелсәләрҙән унды.

Ләкин ғаилә карабы тулҡынһыҙ йөҙә алмай икән шул. Атай кеше эштән бушаманы. Ә әсә кеше бәхетле тормошон емереп, яйлап ҡына кәйеф-сафа ҡороуҙы үҙ итеп алды. Дуҫ-иш, әллә ҡайҙағы туған-тамыры табыла торҙо.

Бер көнө атай менән әсәй ҡунаҡтан ҡайтып бар­ғанда машинала ғауға сыҡты. Үҙҙәре лә уйламаҫтан, юл фажиғәһенә осранылар һәм ғүмерҙәре өҙөлдө. Улар менән бергә булған ҡыҙ бала ауыр йәрәхәттәрҙән ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалды. Донъя карабы түңкәрелде. Ҡот осҡос фажиғә арҡаһында йәшәү өсөн көрәш башланды... Был күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар ҡарттар иңенә төштө. Туҡтауһыҙ дауахана юлдарын тапау... Ошоларҙы иҫләп, Гөлнур аҡ ҡайын төбөндәге эскәмйәлә бик оҙаҡ ултыра. Хәҙер иң өлкән ағаһы – эштән, икенсеһе уҡыуҙан ҡайтырҙар.

Ваҡыт үтә, донъя яйлана һымаҡ. Ана, Рөстәм ағаһы Гөлнур яғына йүгерә. Яңылыҡтар, мәктәп тормошо тураһында һөйләп бөтә алмай ул. Ә Гөлнурға былар тик төш һымаҡ ҡына, их, әле алтынсы синыфта уҡып йөрөгән булыр ине. Ул ағаһын бөгөн үтә лә яманһыу ҡаршыланы:

– Ағай, миңә йәшәү бер ҙә ҡыуаныс килтермәй. Ни эшләп атай-әсәйемдәр урынына үҙем китмәнем икән? Зәғиф көйөнсә кемгә кәрәкмен? – тип ярһып иланы.

Ағаһы ҡыҙып китте:

– Һау ҡалғаның өсөн Хоҙайға шөкөр итәйек. Һинең күҙҙәрең күрәсәк, тип табип әйтте бит. Күңел яраһы ла төҙәлә, ваҡыт кәрәк, тиҙәр бит!

Гөлнур һыҡтап-һыҡтап иланы. Ҡара болоттар ҡуйырҙы, дауыл ҡупты, ямғыр ҡатыш борсаҡ яуа башланы. Гөлнур һыуыҡтан да, ҡурҡыуынан да өҙлөкһөҙ ҡалтыранды, күҙ йәштәре ямғырҙан да көслө ине.

Азамат ағаһы ла ҡайтты, ул ҡайын төбөндәге Гөлнурға ашыҡты. Шул саҡ ҡыҙҙың күҙҙәре нимәнелер шәйләй һымаҡ ине. Йәшел үләндәге ап-аҡ борсаҡтар...

– Ағай, ағаҡайым, мин күрәм, шикелле! Әллә ҡурҡыуҙан, әллә... Ағай, мин йәшәйем, мин йәшәйәсәкмен!

Экипажы теүәл үк булмаһа ла, ғаилә карабы алға йөҙә лә йөҙә. Улар бер-береһенә ныҡ тотоношоп тора, ҡараштары – зәңгәр күк менән йәшел туғайҙар тоташҡан ерҙә, селтәрле аҡ болоттарҙа.


Ләйлә ИШБАЕВА.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: