+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
12 Апрель , 15:00

“Биш ҡыҙым – биш шатлығым”, – ти яугир – «Пять моих дочерей – мои пять радостей!» — говорит солдат

Мишкә районы Ҡайраҡ ауылында биш ҡыҙ үҫтереүсе Сайпашевтар менән танышып ҡайттым. Ғаилә башлығы Виталий Михайлович илебеҙ тыныслығы һағында тора. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙы тыуған ауылында тап иттем.   В селе Кайраково Мишкинского района я познакомилась с семьей Сайпашевых, которая воспитывает пятерых детей. Глава семьи Виталий Михайлович принимает участие в специальной военной операции.

“Биш ҡыҙым –  биш шатлығым”, – ти яугир  –  «Пять моих дочерей –  мои пять радостей!» — говорит солдат
“Биш ҡыҙым – биш шатлығым”, – ти яугир – «Пять моих дочерей – мои пять радостей!» — говорит солдат

Ул ҡаты яраланғандан һуң хәрби госпиталдә ике ай дауаланған. Ныҡлы аяҡҡа баҫҡас, ашҡынып ғаиләһе янына ҡайтып төштө.
Бәхетле, ҡыуаныслы мәлдәр кисергән атай менән һөйөклө ҡатыны һәм береһенән-береһе матур, тырыш ҡыҙҙары хаҡында һөйләшәбеҙ.

После тяжелого ранения он два месяца лечился в военном госпитале. Когда он встал на ноги, вернулся к своей семье.

Мы побеседовали с отцом, о его жене и  о красивых, трудолюбивых дочерях.

– Үҙем дә күп балалы ғаиләлә хеҙмәт, эш менән сығынып үҫтем. Шуға ла ауырлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәйем, – ти яугир. – Ҡыҙҙарымды ла шул өлгөлә тәрбиәләйем. Ҡатыным Татьяна Олеговна менән балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ.
Өлкән ҡыҙыбыҙ Диана Удмурт Республикаһының Воткинск ҡала­һында шәфҡәт туташына уҡый. Әйткәндәй, ҡатыным да шул яҡтан. Братислава­ға – 12, Милаславаға – 11, Эльминияға – 8, ә бә­ләкәсебеҙ Светозараға 4 йәш тулды. Мәктәптә I, IV һәм V синыфтарҙа уҡыған ҡыҙҙарым «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшеп ҡыуандырып ҡына тора. Биш ҡыҙым – биш шатлығым. Улар әйткәнде көтөп тормай, өйҙәге бар эште үҙҙәре белеп башҡара. Әлбиттә, был – ҡатынымдың матур тәрбиә биреү һөҙөмтәһе.
Мин яуҙа булғас, хәҙер уға күп көс төшә. Тағы ла шуныһына ҡыуанып бөтә алмайым: уның һәр ваҡыт өйҙә, балалар янында булғанына. Ҡатыным, сәләмәтлеге сикләнеү сәбәпле, пенсияла. Мин яуҙа булғанда үҙенә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырғандар. Быға ныҡ һөйөндөм. Ҡыҙҙарыбыҙ, Аллаға шөкөр, икебеҙ өсөн дә өҙгөләнеп кенә тора. Күҙ теймәһен!

     – Я сам вырос  в многодетной семье. Работали все не покладая рук. Поэтому я не поддамся трудностям и испытаниям, – говорит солдат. – Я своих дочерей хочу воспитать на своем же примере. Мы с женой Татьяной Олеговной стараемся приучать их к труду с юных лет. Благодарю  Всевышнего за таких дочерей. Дай бог им здоровья!  

Наша старшая дочь Диана учится на медсестру в городе Воткинске Удмуртской Республики. Кстати, моя жена родом оттуда. Братиславе исполнилось 12 лет, Милаславе – 11, Эльминии – 8, а нашей любимой Светозаре – 4 года. Мои дочери – прилежные ученицы. Моя самая большая радость – пять дочерей. Они все делают в доме сами, не ждут наших указаний. Конечно, это – результат прекрасного воспитания моей жены.

Когда я в бою, ей приходиться вкладывать много сил. Я еще очень рад, что она всегда успевает в домашнем хозяйстве и справляется с детьми. Моя жена на пенсии из-за проблем со здоровьем. Когда я был в зоне СВО, ей вручили медаль «Материнская слава». Я был чрезмерно рад этой новости. Татьяна давно этого заслуживает.

 Наши дочери любят и ценят нас. Как хорошо, что Бог мне дал таких  дочерей!

– Һеҙ уҫал атаймы?
– Юҡ инде, күҙҙәремә генә ҡарап тор­ған ҡошсоҡтарыма нисек ауыр һүҙ әйтәһең? (Атайҙың күҙҙәренән йәштәр тама. – Автор.) Ана, бар йорт эштәрен, малай­ҙарҙыҡы, тип айырып та тормай, «һә» тигәнсе башҡарып та ҡуялар. Бигерәк тә Братислава ҡыҙым йорт, хужалыҡ эштәрен оҫта итеп алып бара.

– Вы строгий отец?

— Вовсе нет,  как можно ругать таких ангелочков? (Слезы текут из отцовских глаз. – Авт.) Мои девочки выполняют всю посильную работу, будь она мужская или женская. Особенно, моя дочь Братислава – мастер по хозяйству. Везде и во всем успевает.

– Виталий Михайлович, һеҙ биш бала атаһы булғас, махсус хәрби операцияға бармайынса ла ҡала ала инегеҙ. Тик тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫҡанһығыҙ?

– Махсус хәрби операцияға барған йәш кенә егеттәрҙең һәләк булыу­ҙарын бик ауыр кисерҙем. Өйләнеп тә, нәҫелдәрен дауам итеп тә өлгөрмәгәндәре донъялыҡ менән хушлаша. Атай-әсәйҙәр – улһыҙ, ҡыҙҙар – кейәүһеҙ, күпме балалар атайһыҙ тороп ҡала. Беҙҙең халыҡта ир-аттың төп бурыстары араһында илде һаҡлау тигәне лә бар. Быныһы ҡаныбыҙға һеңгән. Ил саҡырғас, яуға китә инде ир-егет. Мәңге шулай булған бит. Үҙ теләгем менән барҙым. Әлбиттә, ғаиләм менән ныҡлы кәңәшләшеп хәл ителде. Ошо биш ҡыҙымдың киләсәген уйлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләнем.
Яуҙағы йәштәрҙе лә йәлләйем. Күбеһе ғаилә лә ҡороп өлгөрмәгән. Миңә – 52 йәш, улар өсөн оло кешемен. Күпте күргәнмен, беләмен. Беҙ, олораҡтар, йәштәргә – терәк, кәңәшсе булырға тырышабыҙ. Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Былай үҙ-ара татыубыҙ, ауыр саҡтарҙа ла төрлө көлкөлө хәлдәр тураһында һөйләшеп, кәйефте күтәрергә тырышабыҙ. Мин күберәк йәш саҡта әрмелә хеҙмәт иткән мәлемде иҫкә төшөрөп алам. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайҙар. Әйткәндәй, үҙем һаман да әрмелә бергә хеҙмәт иткән бер дуҫым менән яҡшы аралашып йәшәйем. Уға рәхмәтлемен. Мин яуҙа саҡта ғаиләмә гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ошо хаҡта йәштәргә һөйләһәм, башта ышанманылар. Хәҙер беләләр. Эйе, яуҙа ла, тормошта ла дуҫлыҡ, намыҫ һәм тоғролоҡ төшөнсәһе бик ҡәҙерле.
Ә бөгөнгө махсус хәрби операция беҙ тарихтан белгән барлыҡ һуғыштарҙан да ҡырҡа айырыла. Әле ҡурҡыныс күберәген һауанан янай.

 – Виталий Михайлович,  будучи отцом пятерых детей, вы могли остаться дома и не отправляться в зону СВО. Но Вы ушли защищать Родину первым? Почему?

 – Я пережил смерть молодых людей, которые отправились на специальную военную операцию. Прощаются с жизнью те, которые даже не успели пожениться и продолжить свой род. Отцы и матери – без сыновей, дочери – без женихов, сколько детей осталось без отцов.  Мне очень жаль молодых ребят. Наш народ считает, что защита страны – это важнейший долг мужчин. Это заложены у нас в крови. Мужчины должны защищать свою Родину. Так было всегда. Конечно,  вопрос о моем участии в СВО обсудили всей  семьей. Было решено: я буду принимать участие в специальной военной операции. Ведь будущее наших дочерей для нас очень важно.

      Мне 52 года,  жизненного опыта предостаточно. Мы, старшие, стараемся быть молодым  бойцам  опорой. Мы уважительно относимся друг к другу. А также стараемся в трудные минуты поднять настроение, рассказывая об интересных моментах своей жизни. Я обычно вспоминаю годы службы в армии. Ребята слушают с большим интересом. Кстати, я до сих пор поддерживаю дружеские отношения со своим сослуживцем. Я благодарен ему за многое. И ребятам рассказал про него, они сначала не верили. Теперь все  знают. Да, понятие дружбы, чести и верности как в бою, так и в мирной жизни очень ценно.

      И сегодняшняя специальная военная операция отличается от всех войн, которые мы знаем из истории. Сейчас большая угроза  с воздуха.

– Һеҙҙең позывной – «Печник». Мейес сығарыу оҫтаһы булғас, шунан алынғанмы?

– Эйе, үҙемдең иҫәпләүем буйынса, кешеләргә 500-ләгән мейес сығарғанмындыр. Күберәген үҙебеҙҙең Мишкә, шулай уҡ Балтас, Ҡариҙел райондарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡалаларында инде. Хә­ҙер иҫләһәм, аптырап ҡуям: нисек өлгөрҙөм икән? Сираттың оҙонлоғо, хатта эшемде бөтөр-бөтмәҫтән алып ки­тә торғайнылар. Үҙемә ныҡ оҡшай был шөғөл.

   – Ваш позивной – "Печник".  Вы мастер – печник?

     – Да, по собственным подсчетам, я изготовил около 500 печей для людей. Большинство из них находятся в наших родных Мишкинском, Балтачевском, Караидельском районах и городах Бирск и Нефтекамск.  Вспоминаю,  и удивляюсь: ”Как мне это удалось?”. Всегда была большая  очередь. Люди не дожидаясь завершения моей работы, норовили забирать меня к себе. Мне мое занятие очень нравится.

– Әле отпускыға ҡайт­ҡанда балаларығыҙ нисек ҡаршыланы?
– Һөйләп бөтөрлөк түгел ул тәьҫораттарҙы... Әлбиттә, ҡыҙҙарым ҡыуанып ҡаршыланы. Әле мине төрлө тәмлекәстәр бешереп һыйлайҙар. Бә­ләкәй ҡыҙымдың 4 йәшен матур итеп үткәр­ҙек. Ҡайтҡанымдың уның тыуған көнөнә тап килеүе – икеләтә шатлыҡ!

Светозара ҡыҙым янымдан китмәй инде. Ныҡ һағынған. Һөйләп хәбәре бөтмәй бәләкәсемдең.
Яуҙа саҡта өйгә шылтыратһам, Светозара ҡыҙым: «Шиғыр һөйләйем, йырлайыммы?» – тип илай телефондың теге осонда. Беҙгә оҙаҡ һөйләшергә ярамай. Беләһегеҙме ошо мәлдә нисек йөрәк әрнегәнен...

 – Вас длительное время не было дома. Как встретили  дети?

 – Это – неописуемое впечатление... Конечно, мои дочери были  безмерно рады встрече. Теперь меня угощают разными угощениями. У моей младшенькой было день рождения. Ей исполнилось 4 года. Вдвойне радостно, что этот прекрасный день совпал в мой отпуск. Моя дочь Светозара почти не отходит от меня...

      Однажды в бою я позвонил домой, трубку взяла Светозара и говорит: «Пап, можно расскажу стихотворение и спою?». Вы не представляете, как мне было больно... Потому что, мы не можем  говорить с ними долго...

– Бына әле ауылдаштарығыҙ ҙа ашҡынып һеҙҙең менән осрашырға килә.
– Эйе. Ауылыбыҙҙың был осонда мин ялға ҡайтһам, икенсе яғында бер яугир яҡташымды алып ҡайтып ерләргә көтәләр. Бик ҡыйын хәл...
Әле бында ултырһам да, уйҙарым менән егеттәрем янындамын. Улар ут эсендә йөрөй бит. Тыныс тормоштоң ҡәҙере унда нығыраҡ беленә...

– Односельчане  тоже рады вашему  возвращению и желают встретиться?

 – Да, я вернулся в отпуск, чему рады все. Но к сожелению, сейчас мы всем селом ждем моего сослуживца, чтобы  похоронить. Он пал в бою... Это очень  больно...

       Я сейчас сижу здесь, но мои мысли там с нашими ребятами. Не могу быть спокойным, когда твои друзья проходят сквозь огонь. Ценность мирной жизни там познается больше...

– Өҫтәлегеҙҙә өсмөйөш хат күреп ҡалдым...
– Был – бик ҡәҙерле хат. Һалдаттарға улар бик күп килә. Быны Свердлов өлкәһенән «Родничок» баҡса ширҡәте ойошмаһы яҙған. Һалдат өсөн бик ҡәҙерле әйбер. Ул беҙгә көс, дәрт бирә. Һәр беребеҙҙең кеҫәһендә шундай хаттар һаҡлана.

    – Я заметила на вашем столе  письмо-треугольник...

     – Это очень дорогое письмо. Их очень много приходит к солдатам. А это письмо написала организация садоводческого объединения «Родничок» из Свердловской области. Это очень ценная вещь для солдата. Оно дает нам силы и мотивацию. Такие письма у каждого в кармане.

– Йәштәргә ниндәй әйтер һүҙегеҙ бар?
– Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Кәрәкле һөнәр алып, мәлендә ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтерергә тырышығыҙ. Тормоштоң һәр минуты ҡәҙерле, уны ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрергә тейешбеҙ. Беҙҙең илебеҙ бик матур, атай-әсәй, туған-дуҫтарыңдың ҡәҙерен белеп, ваҡлыҡтарға бүлгеләнмәй, бирелгән ғүмерҙе ҡәҙерләп йәшәргә кәрәк.
Барыбыҙға ла һаулыҡ теләйем, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, беҙ еңәсәкбеҙ, Алла бирһә!
– Амин, шулай булһын, Виталий Михайлович, һеҙҙең өлгөлө, матур ғаиләгеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ һәм дә ил алдындағы изге бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, тыу­ған яғыбыҙға имен-аман әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!

   – Что бы вы хотели  сказать и пожелать молодежи?

    – Всему свое время. Постарайтесь получить необходимую специальность,  вовремя обзавестись семьей и вырастить здоровых детей. Каждая минута жизни драгоценна, и мы должны провести ее интересно, с пользой. Жить, просто наслаждаясь жизнью.  Жить для себя и для родных! Понять одно, что – каждая минута жизни, она твоя! 

 Наша страна очень красивая и богатая! Желаю всем здоровья счастья и добра. Мы  скоро победим!

      — Аминь, пусть все  будет так. Виталий Михайлович,  возвращаетесь живыми и невредимыми на Родину! Пусть   Господь хранит Вас и Ваших товарищей во время службы и возвращает вас домой.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА —  Зухра  ХАКИМОВА.

Автор фотолары.

 

#ҒаиләЙылы2024ГодСемьивРФ2024

 

 

 

 

“Биш ҡыҙым –  биш шатлығым”, – ти яугир  –  «Пять моих дочерей –  мои пять радостей!» — говорит солдат
“Биш ҡыҙым – биш шатлығым”, – ти яугир – «Пять моих дочерей – мои пять радостей!» — говорит солдат
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: