-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
22 Апрель , 15:00

“Алға һәм алға!” – ти Абдуллиндар

Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы менән былтыр гәзитебеҙгә яҙылыу барышында танышҡайным – был көндө туғандарын «Йәншишмә»гә подписка бүләк итеп һөйөндөргәйне. Күп тә үтмәне, уны Әҙилә ҡыҙы менән матурлыҡ бәйгеһендә тап иттем. Бәләкәс шундай конкурстарҙа ҡатнашырға ярата икән. Әлеге ғаилә хаҡында һеҙгә лә һөйләмәксемен.

“Алға һәм алға!” – ти Абдуллиндар
“Алға һәм алға!” – ти Абдуллиндар

Абдуллиндар Өфөлә йәшәй. Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы Баймаҡ районы Таһир ауылында тыуып үҫһә, тормош иптәше Фәнир Миңләмир улы – Архангел районы Убалар ауылынан. Баш ҡалала танышып оя ҡор­ғандар. Ғаилә башлығы инде оҙаҡ йылдар төҙөлөштә мас­тер булып эшләй. Рәшиҙә ханым иһә – Башҡорт кооператив техникумында китапхана мөдире, шул уҡ ваҡытта студенттарға башҡорт теле сер­ҙәрен төшөндөрә.
Өс балаға ғүмер бүләк иткән Абдуллиндар. Алһыу – XI, Вилдан VIII синыфта белем ала. Әҙилә быйыл уҡырға төшөргә йыйына. Балалар яҡшы өлгәшә, әүҙемдәр ҙә үҙҙәре. Улар­ҙа ҡала шарттарында үҙ теле­беҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү уята алыуы менән ғорурлана ата-әсә. 128-се мәктәптәге барлыҡ саралар­ҙың уртаһында ҡайнаған Алһыу бер нисә йыл элек Мәскәүҙәге Президент шыршы­һына ла барып ҡайтҡан. Шиғыр һөйләү бәйгеләрен, олимпиадаларҙы ҡалдырмай өлгөр ҡыҙ. Ҡустыһы менән икеһе лә бейеүгә ғашиҡ, концерттарҙа йыш сығыш яһай­ҙар. Алһыу «Гранде» ансамбленә йөрөй, ә Вилдан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә.
Әҙилә лә, апаһы менән ағаһынан күрмәксе, бейергә әүәҫ. Ҡалабыҙҙағы «Райз» ансамбле йондоҙсоғо ул. Шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып тора. Ата-әсәһе менән бергә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә ҡала һәм республика кимәлендә беренсе урын алғаны бар. Йыл һайын «Таланттар йондоҙлоғо»нда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ғөмүмән, ғаилә менән бик күп ижади бәйгеләргә йөрөй Абдуллиндар. Спорт ярыштарын да ҡалдырмайҙар.
Буш ваҡыттарында аш-һыу әҙерләп һыйланырға яраталар. Был өйҙә, ҡатын-ҡыҙ бешеренергә тейеш, тип ҡарап тормайҙар – хужабикәләргә Фәнир Миңләмир улы менән Вилдан да ҡушыла. Бергәләп тәмле киске аш менән һыйланыуға ни етә?!
Һуңғы арала үҙебеҙҙең милли биҙәүестәргә иғтибар артты. Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы ла улар менән ҡыҙыҡһына башлаған. Һаҡал, алмиҙеү, ҡашмау кеүек күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр эшләп кейгән. Үҙе генә яңы һөнәрҙе үҙләштереп ҡалмай ул, балалары ла өйрәнеп үҫә, ярҙам итә.
Йәнә бер үҙенсәлекле шөғөлдәре бар был ғаиләнең. Үҙҙәренең шәжәрәһен өйрәнеп төҙөгәндәр, уны һәр саҡ тулыландырып торалар. Яҙыу­сы, драматург Сәләх Кулибай уларға яҡын туған икән, уның да шәжәрә ағасын эшләгәндәр. Ошо тикшеренеү эше менән Алһыу яңыраҡ республика буйынса тәүге урын яулаған.
Ғаилә татыу, берҙәм булыр­ға тейеш, ти Абдуллиндар. Бөгөнгө ябай булмаған заманда быуындар бәйләнешен онотмаҫҡа, тигән маҡсат ал­ған улар. Был йәһәттән илебеҙ кимәлендә үткәрелгән бәйгеләр ҙә ошоно иҫбат итеп ҡуй­ғандай. Мәҫәлән, «Был –беҙҙең ғаиләнеке» конкурсында теләп ҡатнашҡан бөгөнгө геройҙарым. Өләсәләре менән бергә өс быуын вәкилдәре төрлө һынау үткән. Тырышлыҡтары бушҡа китмәгән – Волга буйы федераль округын­да ярымфиналға сыҡҡандар. Был этап май аҙағында Өфөлә үтәсәк. Йәнә «Бөтә ғаилә менән» бәйгеһендә 15 аҙна буйы ойоштороусылар тарафынан бирелгән бер эште лә ҡалдырмай үтәп барғандар. Бергәләп кино ҡарау, боҙҙа шыуыу, китап уҡыу, бешеренеү тағы ла яҡынайыр­ға, берләшергә, серләшергә мөмкинлек биргән. Балалар бигерәк ихлас ҡатнашҡан. Һәр яңы эште көтөп алғандар.
– Беҙҙең девиз – «Алға һәм алға!» – ти Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы. – Үткәндәргә әйләнеп ҡарап, үкенеп ултырыуҙан фәтүә юҡ. Гел алға ғына барырға тырышабыҙ. Балаларҙы ла шуға өйрәтәбеҙ. Заманаһы шулай – алдынғы гаджетһыҙ, модалы әйберҙәрһеҙ ҙә булмай. Шул уҡ ваҡытта туғанлыҡ ептәрен өҙөргә лә ярамай. Татыулыҡ кәрәк! Беҙгә лә балаларҙы иманлы, тәүфиҡлы итеп үҫтерергә, олоғайған көнөбөҙҙә улар менән ғорурланып ултырырға яҙһын инде. Үҙебеҙгә терәк булһындар.
Ә минең балаларына күркәм тәрбиә биргән, үҙҙәре уларға өлгө булып торған Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы менән Фәнир Миңләмир улының хыялдары тормошҡа ашасағына шигем юҡ, Алла бирһә.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: