-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
24 Апрель , 15:21

Минең дуҫым Бони

Тыуған көнөмә атай-әсәйемдән көсөк балаһы бүләк итеүҙәрен үтендем. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Машинаға ултырып, Бәләбәй ҡалаһына яңы дуҫымды алырға киттек.

Минең дуҫым Бони
Минең дуҫым Бони

Беҙҙе яғымлы, матур ғына бер апай ҡаршы алды. Ул бик ихлас, алсаҡ ине. Үҙе менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, көлдөрөп тә алды. Уның эттә­ре бик күп төрлө икән. Был апай мопс, пудель һәм йорк тоҡомло эттәр аҫрай. Уларҙы ҡарау серҙәрен яҡшы белә. Беҙгә лә көсөгөбөҙҙө нисек тәрбиәләргә кәрәклеген яҡшылап аң­латып биргәне өсөн уға рәхмәтлебеҙ.
Бына бәләкәй генә көсөк – минең ҡулымда. Шатлығым эсемә һыймай, күҙемдән йәштәр бәреп сыҡты. Матур ғына көсөк хәҙер иң яҡын дуҫым буласаҡ!
Өйгә алып ҡайтҡас, беренсе көндәрҙә ул гел артымдан эйәреп йөрөнө. Кисен айырым йоҡларға һалдым, ә иртән уянып китһәм, көсөгөм янымда ята. Үҙе әкрен генә мыш-мыш килә. Шул ваҡытта ул миңә төш күреп ятҡандай тойолдо. Бер-ике көндән уға Бони тип исем ҡуштыҡ. Бына шулай өйҙә бер йыл инде йорк тоҡомло дуҫыбыҙ йәшәй.
Каникулда әсәйем миңә өләсәйҙәр­гә ҡунаҡҡа барырға рөхсәт бирҙе. Бониҙы үҙем менән алырға булдым. Кис тәмле итеп ашап алдыҡ һәм этем менән йоҡларға яттыҡ. Иртән күҙемде асһам, Бони өйҙә юҡ. Ныҡ ҡурҡтым. Өләсәйем менән ихатаға сығып эҙләгәндә ике күҙемдән йәш аға ине. Аптырығас, әсәйемә шылтыратырға булдым. Бониҙы юғалтҡан өсөн әрләр инде, тип уйлағайным.
– Әсәй, – тим телефондан, – мин Бониҙы юғалттым...
Шул ваҡытта уның көлгән тауышын ишеттем:
– Бони һине күптән өйҙә көтә!
Шатлығымдан ни эшләргә белмәнем. Тиҙерәк өйгә ҡайтҡым, этемде ҡулыма алып яратҡым килде.
Бони, иртән тороп, олатайым эшкә киткәндә ишектән сығып, өйгә йүгер­гән. Ярай әле, юғалмай, дөрөҫ юлды таба алған. Хәҙер Бониҙан башҡа бер генә көн дә тора алмайым. Беҙ уны бөтә ғаилә менән яратабыҙ.

Диана ГРЕЧНИКОВА, V синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: