Атайым эшкә өйрәтә
«Эшеңде ашығып үтәмә, еренә еткереп башҡар», – тип өйрәтә беҙҙе атайым. Уның исеме – Ринат, мәктәп автобусын йөрөтә. Чечняла хеҙмәт иткән. Бик оҫта ҡуллы үҙе, ағайым Аслан менән мине төрлө һөнәргә өйрәтә. Беҙ бергә берәй эшкә тотонһаҡ, һеңлем Сабина ла йүгереп килеп етә.
Артур ФӘРРӘХОВ,
IV синыф уҡыусыһы.
Һалдат ағайым
Ғаиләбеҙҙә беҙ биш бала: дүрт ҡыҙ һәм бер малай. Ағайым Рөстәмде көҙөн әрме сафтарына алдылар. Бик йыраҡта – Ҡырымда хеҙмәт итә. Мин уны ябай, шат күңелле, ярҙамсыл булғаны өсөн яратам. Йыш шылтыратып торһа ла, беҙ уны бик һағындыҡ.
Роксана САММАТОВА,
III синыф уҡыусыһы.
Fаиләбеҙ геройы
Һеҙгә ағайым – әсәйемдең ҡустыһы тураһында һөйләгем килә. Ул йылдан артыҡ махсус хәрби операция биләмәһендә. Ысын яугир, ҡыйыу, ышаныслы, тоғро, кешелекле. Яраланып госпиталдә ятҡандан һуң ҡабаттан яу ҡырына китте.
Мин тыуғанда ул әрмелә хеҙмәт иткән булған. Унан ҡайтҡас, үҙемде ҡулынан да төшөрмәгән. Атаһы мәрхүм булғас, бәләкәй сағынан уҡ әсәһенә ҙур ярҙамсы булып ул ҡалған. Бесәнен дә сапҡан, утынын да ярған...
Уны өйөндә ике бәләкәй бәпесе, еңгәбеҙ, бөтәбеҙ ҙә һағынып көтәбеҙ. Беҙ ағайымдың һәм уның кеүек башҡа яугирҙарҙың иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Гүзәлиә ХӘТМУЛЛИНА,
VI синыф уҡыусыһы.
Оҫта ҡуллы әсәйем
Әсәйем бигерәк уңған. Ул тәмле итеп сәксәк бешерә, телеңде йоторлоҡ. Ҡамыр аштары бешереү буйынса ауылда иң оҫтаһы. Эштәре матур булған кеүек, исеме лә бик һоҡланғыс – Айгөл.
Иртән тороп һыйырҙар һауа, беҙҙе – мәктәпкә, атайымды эшкә оҙата. Өйҙә бәләкәй ҡустым менән ҡала. Беҙ ҡайтыуға өҫтәл тулы тәмлекәстәр көтә. Нисек өлгөрәлер? Үҫкәс, әсәйемә оҡшап, оҫта ҡуллы булғым килә. Унан күп нәмәгә өйрәнәм.
Алина ШӘЙХРАЗИЕВА,
V синыф уҡыусыһы.