Факиһа ҡартәсәйем 1943 йылдың 1 ғинуарында районыбыҙҙың Ислам ауылында тыуған. Бейек тауҙар араһында урынлашҡан ул. Хәҙер был ауылда бер генә ғаилә йәшәй. Бик үкенесле. Ауылда мәктәп булмағас, ҡартәсәйем Йомашта, Беренсе Этҡолда, Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә белем ала. Һуңынан Сибайҙағы педучилищеға уҡырға инә, ләкин уны тамамлай алмай. Йомашҡа пионервожатый итеп саҡыралар. Бер аҙҙан Ҡаратал ауылының балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша.
Илсун ҡартатайыма тормошҡа сығып, биш бала үҫтерәләр. Ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләүгә бөтә көстәрен һалалар.
Ҡартәсәйем миңә бала сағы тураһында һөйләргә ярата. Бәләкәйҙән колхозда эшләгән, тәмлекәстәр менән байрамдарҙа ғына һыйланғандар икән.
Ул тик кенә ултыра белмәй. Ҡартатайым менән күпләп мал тоталар. Һыйыр аҫрағас, ҡартәсәйемдең өҫтәлендә ҡаймағы ла, эремсеге лә, һап-һары майы ла, тәмле ҡорото ла ултырыр. Беҙҙе барған һайын һыйлай, күстәнәс итеп биреп ҡайтара. Ғаиләһенән артып ҡалһа, был һөт ризыҡтарын баҙарға алып барып һата.
Ҡартәсәйем беҙгә йылы ойоҡбаштар бәйләй, өй эсендә гөлдәр, йәйгеһен баҡса тултырып сәскәләр үҫтерә. Мин унан күп нәмәгә өйрәнәм.
Үҙен балалары ла, ауылдаштары ла хөрмәт итә. Бигерәк ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл бит. Уның бер ваҡытта ла кешегә ҡаты бәрелгәнен ишеткәнем, күргәнем юҡ. Минең дә ҡартәсәйем кеүек уңған, тырыш, эшһөйәр булып үҫкем килә. Уны барыбыҙ ҙа яратабыҙ һәм оҙаҡ йылдар беҙҙең янда йәшәүен теләйбеҙ.
Динә НУРЛЫҒАЯНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.
ФОТО: yandex.ru.