+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Июнь , 10:36

Ете балалары – ете шатлыҡ- һөйөнөстәре

Өфөлә йәшәгән матур, ишле Ғүмәровтар ғаиләһе менән танышайыҡ әле. Руслан Мансур улы менән Гүзәл Таһир ҡыҙы ете бала – дүрт ҡыҙ һәм өс малай тәрбиәләп үҫтерә. Исемдәре лә матур, үҙҙәре лә шәп, күҙ теймәһен!

Ике оло ҡыҙҙары Рәми Ғарипов исемендәге 1-се респубика интернат-гимназияһында белем ала. Ғәлиә – IX, Гөлфиә VII синыфты тамамланы. Рамаҙан менән Гөлбикә Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт гимназияһының IV һәм II синыфтарын бөттө. 6, 4, 2 йәшлек Рәшид, Рәхим, Ғәлимә 308-се башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй. 

Балаларының һәләттәрен бәләкәйҙән үҫтерергә тырыша Ғүмәровтар. Ғәлиә менән Гөлфиә художестволы гимнастика, рәсем менән шөғөлләнгән. Икеһе лә музыка мәктәбенең фортепьяно класын тамамлаған. Гөлбикә ҡумыҙҙа уйнаһа, Рамаҙан баян класында уҡый, думбыра һәм ҡурайҙы үҙләштерә. Балалар шахмат, шашка ла уйнай. Яңыраҡ гимназияның элекке уҡыусыһы, махсус хәрби операция барышында һәләк булған Марат Мәхийәнов иҫтәлегенә уҙған шахмат турнирында ҡатнашып, Ғәлиә менән Гөлфиә призлы урындар алғандар.

Кескәйҙәр ҙә балалар баҡсаһында рәсем, робототехника, йыр, фольклор, черлидинг түңәрәктәренә йөрөй.

Төрлө конкурстарҙа дәртләнеп ҡатнаша Ғүмәровтар. Рамаҙан былтыр " Һаумы,һаумы әкиәт" конкурсында Гран-при яулаһа, быйыл "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр араһында ҡалала еңеүсе булған, төбәк-ара бәйгегә әҙерләнә. Ул уҡ атыу буйынса конкурстарҙа ла һынатмай. Былтыр Дәүләкән районында үткән шәжәрә байрамында III урын алған. "Иң күп уҡыған ғаилә", "Бишек йыры", "Теләктәр йүгереүе" тигән сараларҙа ғаилә менән ҡатнашҡандар. Ҡала ерендә ете бала үҫтереүселәр ул тиклем күп түгел. Ғүмәровтар балалары үҙ тамырҙарын, халҡыбыҙ тарихын белеп үҫһен өсөн үҙҙәре лә байрамдар ойоштора. 

 – Былтыр атай-әсәйҙәребеҙ, туғандар менән бергәләп дүрт яҡта дүрт шәжәрә байрамы үткәрҙек. Иң ҙуры Ғафури районы Ташлы ауылында Ғүмәровтар шәжәрәһе булды. Унда биш быуын вәкилдәре йыйылды. Красноусольск, Имәндәш, Ташбүкән, Сәйетбаба ауылдарынан, Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө, Мәләүез, Ырымбур, хатта Татарстан яҡтарынан да туғандар килгәйне. Аллаға шөкөр, ике яҡтан да олатай-өләсәй тәрбиәһе күреп, уларҙан да өлгө алып үҫә балаларыбыҙ. Минең атай-әсәйем беҙгә яҡын ғына йәшәй.Улар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Балалар ял көндәрендә уларға бара, сара йә конкурстарҙа ҡатнашҡанда бәләкәстәрҙе ҡарашып торалар, – ти Гүзәл Таһир ҡыҙы.

Бик дәртле ул. Быйыл "Һаумы, һаумы, әкиәт" конкурсында алты балаһы менән ҡатнашып, ғаиләләр араһында беренсе урынға лайыҡ булғандар. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Ғүмәровтарҙың ете балаһы атай-әсәйҙәренән өлгө алып, бер-береһенә ярҙам итеп, туған йәнле, татыу, тырыш булып үҫеп килә. Балалар олатай-өләсәйҙәренә баҡса ла ҡараша. Ҡартатайҙары малайҙарға сүкеш менән нисек тотонорға, ҡармаҡ эшләргә өйрәтә. Балыҡҡа, еләккә йөрөйҙәр.

Ғаилә менән сәйәхәт итергә яраталар. Еҙем, Инйәр буйҙарында ял итәләр, Торатауға, Нарыҫтауға баралар. 

     Гүзәл Таһир ҡыҙының әүҙемлеге, идеяларға бай булыуы һоҡландыра. Ул ҡаланың бүтән балалары ла туған телен яратып, башҡорт әҙәбиәтен белеп үҫһен тип, Сипайлов әсәйҙәре менән берлектә "Ырыҫбикәләр" тигән клуб ойошторған. 

   – Ҡыҙҙар һәм малайҙарға Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" китабын уҡып сығырға тәҡдим иттек. Шунан 11-се китапхана менән берлектә улар өсөн ошо әҫәр буйынса викторина үткәрҙек. Бүләккә китаптар, тәмлекәстәр тараттыҡ. Башҡорт балаларының матур осрашыуы булды ул. Авгусҡа тиклем уларға "Өс таған"ды уҡырға тәҡдим иттек. Тағы ла йәнле итеп йомғаҡлап ҡуясаҡбыҙ, – ти Гүзәл Таһир ҡыҙы. Китап уҡытыу ғына түгел, бәләкәй милләттәштәребеҙҙе бер-береһе менән аралаштырып, дуҫлаштырыу маҡсаты ла ята "Ырыҫбикә" клубының нигеҙендә. Киләсәктә саф башҡорт ғаиләләре күп булһын, тигән теләк берләштерә әсәйҙәрҙе. 

     Гүзәл Таһир ҡыҙы авиация университетында иҡтисадсы һөнәренә уҡыған. Артабан аспирантурала белемен арттырған. Фәнни эш менән шөғөлләнә. Рәсәй фәндәр акдемияһының Өфө тикшеренеү институтында эшләй. Әле төпсөк ҡыҙҙары Ғәлимә менән декрет ялында. 

   Руслан Мансур улы иһә һөнәре буйынса табип-терапевт. Короновирус пандемияһы ваҡытында госпиталдә эшләгән. Ҡарасәй-Черкесс республикаһына, Владимир өлкәһенә табиптар менән тәжрибә уртаҡлашырға, ярҙам итергә барған. Ҡарасәй-Черкесс республикаһының атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булып, рәхмәт хаты алып ҡайтҡан. Ил Президенты Пирогов ордены менән бүләкләгән. Руслан Мансур улы – медицина фәндәре кандидаты ла. Изге күңелле табип әле Өфөлә мәсет төҙөтөү теләге менән йөрөй. Пландарығыҙ тормошҡа ашһын!

Ете балалары – ете шатлыҡ- һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ- һөйөнөстәре
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: