-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Август , 18:00

Уңғандар донъяны йәмләй

Ғаилә йылында республикабыҙҙың матур, һоҡланғыс ғаиләләре менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Исламбай ауылында йәшәгән Ғәлиуллиндар тураһында һүҙебеҙ. Филиә Моратша ҡыҙы һәм Рузил Урал улы биш бала тәрбиәләп үҫтерә.

Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй

 Рәмис – туғыҙынсыға, Фәдис – етенсегә, Ринат өсөнсөгә барасаҡ. Яҡшы уҡыйҙар. Ә Айнагөл менән Фаягөл бәләкәйҙәр әле: уларға дүрт һәм ике йәш.

Ҡайһы бер ауылдарҙа булғанда элекке сабынлыҡтарҙың ҡәҙерһеҙ, сабылмай, тапалып ятҡанын күреп, эс бошоп китә. Күп кенә ғаиләләр малсылыҡты ташланы шул. Һыйыр ҙа юҡ, бесән дә кәрәкмәй… Шулай ҙа күпләп мал-тыуар тотоп, һөтөн эш итеп, һатып, шунан килем алып донъя көткән уңғандар ҙа етерлек.  Ғәлиуллиндар шундайҙарҙан да инде.

–  Ете һыйырыбыҙ бар, биш бейә тотабыҙ. Һыйырҙың ағын эшкәртеп, ҡаймаҡ та айыртабыҙ, май ҙа эшләйбеҙ. Эркет ҡайнатып, ҡороттоң шыйығын да яһайбыҙ, ыҫлап киптерәбеҙ ҙә. Ҡыҙыл эремсек тә бар. Аҙна һайын район үҙәгендәге баҙарға сығарабыҙ, –  ти Филиә Моратша ҡыҙы.  

Был тиклем эште бер үҙең атҡарып сығырырһың сығармай ҙа!  Балалар – төп ярҙамсылар. Рәмис иң өлкәне булғас, тыштағы эштәр уның елкәһендә, тиһәң дә була. Утын, һыу ташыу, һарайҙарҙы таҙартыу. Ә Фәдис менән Ринат өйҙә эшләшәләр, ҡыҙҙар эше, тип тә тормайҙар. Малдарҙы, ҡыуыу, кисен алып ҡайтыу ҙа – малайҙар яуаплылығында.

Ҡоротто ла хәҙер һирәктәр эшләй бит. Уның үҙ ҡағиҙәләре бар. Ғәлиуллиндар һөттө эш итеү өсөн аласыҡ та эшләп алған. Ә эркетте тыштағы ҡаҙан аҫтына ут яғып ҡайнаталар. Ҡорот эшләү еңел эш түгел ул. Ойотҡанды бер нисә көн йыйып, ныҡ ҡына әсегәс, ҡайнатаһың. Бер туҡтауһыҙ болғатып ҡына торорға кәрәк. Бында ла малайҙар ярҙамға килә. Аҙаҡ инде бушатып, бер аҙ һыуынғас, тоҡҡа һалып, һарҡытырға ҡуяһың. Шунан баҫып, йомарлайһың, ыҫлайһың. Кем ниндәйен ярата, кем ниндәй ҙаказ бирә инде.

Был ғаилә йәйҙәрен еләк йыйып та һата. Быйыл ҡайын еләге эре генә булған. Биш литрлыҡ биҙрәһенең хаҡы арыу уҡ ҡына. Шулай булмай, иң тәмле, файҙалы еләк бит ул. Йыйыуы ла еңелдән түгел. Малайҙарға дәртләнеп йыйырға стимул да бар: аҡсаһына велосипед йәки икенсе берәй кәрәкле әйбер һатып алалар.  Бына шулай бәләкәйҙән аҡса эшләргә лә өйрәнә улар.

Әйткәндәй, оҫта ҡуллы ғаилә башлығы улдарын ағас менән эш итергә лә өйрәтә. Үҙ ҡулдары менән һандыҡ, өҫтәл эшләгәндәр. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр бит. Рузил Урал улы солоҡ балы менән дә шөғөлләнә икән, был эш серҙәренә малайҙарын да өйрәтер әле.

Филиә Моратша ҡыҙының да тағы шөғөлдәре бар. Беренсенән, тегергә ярата ул. Ҡалын фуфайкалар ҙа тегә. Тағы үҙе өйрәнеп, сәс киҫергә лә оҫтарып алған.

–  Һәр миҙгелдең – үҙ мәшәҡәте. Йәй буйы баҡса ла ҡарайбыҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ. 100 банка компот эшләнек инде, ҡыяр тоҙлайбыҙ, салат яһайбыҙ, –  ти хужабикә.

Бына тиҙҙән Айнагөл менән Фаягөл дә ҡул араһына инер, Алла бирһә. Был ишле ғаилә ҡымыҙ ҙа эшләй башлар әле. Ошондай эшһөйәр кешеләр донъяны йәмләй ҙә инде. Күҙ теймәһен Ғәлиуллиндарға!  

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Бөрйән районы.

 

Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Уңғандар донъяны йәмләй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: