Атайымдың исеме Дамир, ул тимер юлында машинист булып эшләй. Тыныс холоҡло, эшсән һәм яғымлы кеше. Ғаиләһе өсөн ул бар тырышлығын һала. Эше буйынса төндәрен эшкә саҡыртыуҙары ла мөмкин.
Төндән эштән ҡайттым тип тормай, беҙгә ярҙам итергә тырыша атайым. Әсәйемдең уң ҡулы ла ул. Эш айырмай, бергәләп эш эшләүҙәренә һоҡланам. "Бергә эшләгән эш уңышлы була, улым, ошо төшөнсәне онотма", – ти ул миңә.
Мин ерҙәге бар балаларҙың да ата-әсәйле булыуын теләйем. Илебеҙҙә барған махсус операцияла бик күп атайҙар һәләк була. Атайҙарын көткән балаларҙың теләктәре тормошҡа ашһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн ине.
Атайым – минең батырым! Мин уның менән ғорурланам.
Һәр бала атай ҡосағында арҡаланып үҫһен. Байрам менән, атайҙар!
Даниэль ХАРИСОВ,
VI синыф уҡыусыһы.
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.