Беҙ бөгөн һеҙҙе Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән күркәм, өлгөлө бер ғаилә менән таныштырмаҡсыбыҙ. Улар – Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар. Ғаиләлә 11 бала тәрбиәләнә. Боҫҡоновтарҙың бергә татыу ғүмер итеүҙәренә ошо айҙа 32 йыл тула. Улар үҙҙәре һалған ҙур йорттарында гөрләтеп донъя көтә.
Вәкил Вәсил улы әрме сафына киткәндә, Зөлфиә ханымға өйләнгән була. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға уны кәләше 1 йәшлек Илсиә менән ҡаршылай. Хәҙер был ҡыҙҙары үҙ донъяһын ҡорған. Тормош иптәше Рифат менән Себер яҡтарында йәшәй. Уларҙың ҡыҙы һәм улы бар.
– Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ барыһы ла ҡыуандырып ҡына тора. Илгиз улыбыҙ ҙа киленебеҙ Гүзәлиә менән үҙ донъяһын көтә, ҡыҙҙары бар. Вилиә ҡыҙыбыҙ Фәрит кейәү менән ике ҡыҙ үҫтерә, Иглинда торалар. Гөлфиәбеҙ Илнур кейәү менән Благовещенда йәшәй. Ә Таңгөл Сибайҙағы һөнәрселек училищеһында дизайнер һөнәрен үҙләштерә. Әле III курста. Заһиҙә – Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының I курс студенткаһы. Ул кондитер, ашнаҡсы һөнәрен һайлаған. Ҡалғандары Баймаҡтың 3-сө мәктәбендә белем ала. Зөмәрә – VIII, Нәфисә – VI, Заур – V, Нәргизә – IV, Камил III синыфта уҡып йөрөй. Нәфисә менән Нәргизә бейергә ярата. Улар Баймаҡтағы «Саптар» бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Почёт грамоталары бар, – ти ғорурланып йорт хужабикәһе.
Балалар мәктәптә лә тырышлыҡ күрһәтә. Уларҙың һәр береһе яҡшы уҡыуҙары, спорт ярыштарында, олимпиадаларҙа еңеүҙәре, йыр-бейеүгә әүәҫ булыуҙары менән һоҡландыра.
Дәрестән һуң буш ваҡыттарында ата-әсәһенә өй эштәрендә ярҙамлашар. Улар йылҡы, һыйыр һәм ҡош-ҡорттарын күпләп аҫрағас, балалар ҙа кәртә-ҡура тирәһендә. Малайҙар атайҙарына мал ҡарашһа, ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһендә төрлө тәмлекәстәр бешерергә өйрәнә. Күмәкләшеп бар эште бөтөргәс, матур ял да ойошторорға ярата Боҫҡоновтар. Ғаилә ағзалары барыһы ла бергә йыйылһа, һәр миҙгел һайын тәбиғәт ҡосағында ял итергә тырышалар.
Быйыл 50 йәшен тултырған Зөлфиә ханым әле хаҡлы ялда икән. Вәкил Вәсил улы ла октябрь айында 50 йәшен туйлаған. Бар яҡтан үрнәк күрһәткән ғаилә башлығы «Аталыҡ даны» йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған. Ул токарь булып эшләп йөрөй.
– Әсәйем – иң яҡын кешебеҙ. Ул шундай яғымлы, һөйкөмлө, наҙлы һәм тормошто яратыусан. Беҙгә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итә һәм кәңәштәрен бирә.
Үҙенең һары бөҙрә сәстәре алтын иген һабағы төҫлө, ә зәңгәр күҙҙәре күк болон сәскәләренә оҡшаған. Уның күҙҙәре һәр саҡ көлөп торған һымаҡ. Нурлы йөҙө беҙҙең кәйефте күтәрә, тынысландыра ла. Әсәйем менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Эргә-тирәләгеләр ҙә ярата һәм хөрмәт итә үҙен. Уның менән ғорурланабыҙ. Әлдә беҙгә барыбыҙға ла ғүмер бүләк иткән. Уға рәхмәтлебеҙ һәм яныбыҙҙа ул булғанға бәхетлебеҙ! – ти ҡыҙы Зөмәрә, әсәһенә ихлас һүҙҙәрен еткереп.
Бына шундай матур тәрбиәле балалар үҫә Босҡоновтар ғаиләһендә. Бәхеттәренә күҙ теймәһен, артабан да әлегеләй өлгөлө булып, ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Фотолар ғаилә архивынан.