– Малайҙар ғына үҫтерәһегеҙ, өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙең барыһын да үҙегеҙгә башҡарырға тура киләлер инде. Арып та китәһегеҙҙер?
– Юҡсы, улар бәләкәйҙән эшләп үҫтеләр. Ҡатын-ҡыҙ, ир-егеттәр эше, тип айырып ҡарамайҙар. Өйҙә – миңә, урамда аталарына булышалар. Атайҙары менән бергә бәләкәйҙән бесән саптылар, утын әҙерләйҙәр. Мал ҡарашалар. Эшкә өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ. Үҙ-ара дуҫ, татыуҙар. Бер-береһенә ярҙам итешергә әҙер генә торалар.
Шулай башланып китте беҙҙең әңгәмә Лира Баязит ҡыҙы Ғәлиәкбәрова менән. Улар тормош иптәше Линур Нурулла улы менән биш ул тәрбиәләп үҫтерә!
Ғәлиәкбәровтарҙың ихатаһына килеп ингәс тә бында егәрле, булдыҡлы кешеләр йәшәгәне күҙгә ташлана. Минең күҙ ни өсөндөр иң беренсе булып ҙур лапаҫтағы тигеҙ итеп ярып өйөлгән утынға төштө. Уның күплеге-е! Вәт, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән былар! Мал-тыуарҙары ла ишле күренә: өс һыйыр, ике йылҡы малы, тиҫтәнән артыҡ һарыҡ, ҡош-ҡорт... Йорттары ҙур, күркәм. Етеш йәшәйҙәр.
– Ғәлиәкбәровтар – ауылдағы өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Улар үҙҙәре тырыш, баларына ла матур тәрбиә бирәләр. Улдары яҡшы уҡый. Мәктәптә үткән төрлө сараларҙа ҡатнашмай ҡалмайҙар. Спорт менән дуҫтар. Фидан менән Рамаҙан волейбол, саңғы буйынса Инйәрҙә, район кимәлендә уҙған ярыштарҙа һәр ваҡыт беренсе урындар яулап ҡайта ине. Линар менән Айназ да ағаларынан өлгө ала, уларҙан ҡалышмайҙар. «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты буйынса асылған спорт түңәрәгенә ихлас йөрөйҙәр. Линар «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) нормативтарын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырып, көмөш миҙал менән бүләкләнде, – тип ғорурланып һөйләне был һоҡланғыс ғаилә хаҡында мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Флиҙә Исмәғил ҡыҙы Ғәлләмова.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән һымаҡ, Ғәлиәкбәровтарҙың балалары бер ҡайҙа ла һынатмай. Иң өлкәндәре Филүс Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын уңышлы тамамлап, Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инә. Хәҙерге көндә Белоретта полиция бүлегендә эшләп йөрөй. Икенсе улдары Фидан да ағаһы белем алған уҡыу йортон һайлай. Әле Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Рамаҙан Өфөләге күп профилле һөнәри колледждың физкультура факультетын тамамлағандан һуң баш ҡаланың 20-се башҡорт гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Быйыл әрме сафына алынған. Бишенселә уҡыған Линар беренсе синыфтан тик «бишле»ләргә генә өлгәшә. Айназ да – уҡыу алдынғыһы. Ул дүртенсе синыфта белем ала. Әйткәндәй, Линар менән Айназ «Йәншишмә» менән дә дуҫ. Быйыл да гәзитте алдыралар. Ундағы башватҡыстарҙы сисергә яраталар икән.
Атай-әсәйҙәре үҙҙәре лә балаларына һәр яҡлап өлгө булып тора. Лира Баязит ҡыҙы бына утыҙ йыл инде үҙҙәренең Ғәбдүк мәктәбендә башланғыс синыф балаларына белем бирә. Уңған хужабикә. Линур Нурулла улы полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле мәктәптә ҡарауылсы хеҙмәтен башҡара. Ауылдың старостаһы. Ғәбдүктәге бөтә йәмәғәт эштәре уның тырышлығы менән үтә.
Әлбиттә, балалары ярҙамынан башҡа, үҙҙәре эшләп тә йөрөгәс, шул тиклем хужалыҡты алып барыуы еңелдән булмаҫ ине. Улдарына афарин, һәр яҡлап атаһы менән әсәһенә терәк, таяныс булып торалар.
Сирек быуат татыу ғүмер итеп, балаларына матур тәрбиә биргән Ғәлиәкбәровтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы,
Ғәбдүк ауылы.