+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
21 Июнь 2019, 11:58

Маҡтансыҡ Кәкүк

Әкиәт

Борон-борон заманда, әле беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ ҙа яҡты донъяла юҡ саҡта, йәшәгән, ти, бер Кәкүк. Йыл да һалҡын ҡыш үтеп, йәмле яҙ етеү менән йылы яҡтан ҡайтып, иҫ китмәле матур тауышы менән барлыҡ йән эйәләрен, кешеләр­ҙе таң ҡалдырған.

Хатта ағастар шаулауынан, үләндәр ҡыштыр­ҙауынан тынып ҡалған, ти. Йырсы Һандуғас та һайрауынан туҡтап, уны тыңларға мәжбүр икән. Бәғзеләр уға һоҡланып, ә ҡай­һылары көнләшеп ҡараған. Яҙ килеүҙе Кәкүк ҡайтыу менән дә тиңләй башлағандар. Тәүҙәрәк йырсы ҡош шундай матур йырлауын үҙе лә һиҙмәгән, сихри тәбиғәтте йәмләндереп, тирә-яҡҡа тылсымлы моңон яңғыратыуын ғына белгән. Әгәр ҡоштар араһында бер төрлө ялағайыраҡтары килеп сыҡмаһа, бөгөнгәсә шулай булыр ине лә бит.



Бер көндө Ала Һайыҫҡан шыҡырлап, Кәкүк ултырған ботаҡҡа килеп ҡунған. Баштан-аяҡ уны байҡап:
– Кәкүк һылыу, бигерәк тә матур йырлайһың. Көй-моң буйынса был тирәлә һиңә тиңләшерлек берәү ҙә юҡ! – ти икән.
– Әлләсе, – ти Кәкүк тыйнаҡ ҡына, бер аҙ ҡыҙара төшөп. – Һәр кем үҙенсә моңло инде...
– Улай тимә, һылыу!
Һайыҫҡан уның икенсе яғына күсеп ултырған да артабан шыҡырлай биргән.
– Әле башҡаларҙың һөйләшкәнен дә ишетеп йөрөйөм. Барыһы ла һинең йырыңдан аҡылын юя. Хатта сутылдаҡ Һандуғас та өнһөҙ ҡала...
– Әлләсе...
– Әгәр ҙә, Кәкүк һылыу, һинең һымаҡ йырлай белһәмме... Мин моңомдо бушҡа әрәм итмәй, айырым һорау буйынса, башҡалар бер аҙ ҡыҫтағас, ялынып-ялбара башлағас ҡына йырлар инем.
– Ҡуйсы, – тигән булды инде бер аҙ икеләнә башлаған Кәкүк. – Уңайһыҙыраҡ булмаҫмы?..
– Бер ҙә улай түгел, – тип тағы ниҙер һөйләнгән дә Һайыҫҡан осоп киткән.
Иртәгеһен Һайыҫҡандың әйткән һүҙҙәрен бөтөнләй тиерлек онотҡан Кәкүк, ғәҙәте буйынса, йәмле йәйҙең гүзәл иртәһен моңло йыры менән ҡаршы алырға, тип кенә йыйынған мәлдә уның янына Бытбылдыҡ килеп ҡунған. Ул ағас тирәләй үлән араһында бер-ике әйләнгән дә, үргә ҡарап, күҙҙәрен майландырып, былай тип бытбылдаған:
– Ҡара әле, Кәкүк туташ, һинең тауышыңды йыл да яҙҙан алып көҙгәсә һушым китеп тыңлайым бит-бит-бит мин. Хатта һин йырламаһаң, был тирәләргә яҙ ҙа килмәҫ һымаҡ... Эйе, эйе, бит-бит-бит, һинең тауышыңа бит көндәр йылына, ағас­тар япраҡ яра, гөлдәр ҙә сәскә ата бит-бит-бит.
Бытбылдыҡ хатта үҙенең шундай татлы һүҙҙәренә үҙе лә ышана биреп үк ҡуйған.
Бындай маҡтау кемгә генә килешмәй? Йырсы башы әйләнеүҙән сайҡала биреп ҡуйған, саҡ ботаҡтан йығылып төшмәгән. Ысынлап та, Бытбылдыҡ апай дөрөҫ һөйләй түгелме? Кисәге Һайыҫҡан ағайҙың да һүҙҙәре тиккә түгелдер. Ә теге сутылдаҡ Һандуғас өндәшмәгән була. Көнләшә күрәһең. Шундай маҡталыуға «иҫергән» Кәкүк: «Ысынлап та, мин булмаһам, илгә яҙ килмәҫ ине», – тип үҙе лә уйлай башлаған, ти.
Йәмле йәй ҡәҙимгесә матур ғына үтеп, көҙ еткән. Көндәр һәүетемсә һалҡыная төшкәс, башҡа ҡоштар менән Кәкүк тә йылы яҡҡа осоп киткән, ти. Үҙе тураһындағы маҡтау һүҙҙәре һаман уның күңелен өйкәй биргән. Ана шундай ялҡытҡыс ҡыш­ҡы көндәрҙең береһендә түҙем­һеҙлек менән яҙ килгәнен йылы яҡта көтөп ултырған ҡоштар араһындағы Кәкүк:
– Уф, ялҡтым был яҡтарҙан. Илгә тиҙерәк ҡайтып, яҙ яһарға кәрәк, – ти икән бик эшлекле ҡиәфәт менән.
Ҡайһы бер ҡоштарҙың: «Әле һалҡын бит, февраль дә бөтмәгән», – тиеүенә, Кәкүк:
– Белмәйһегеҙме ни, мин ҡайтып һайрай башлау менән генә яҙ килә бит илгә. Асыуландырһағыҙ, бөтөнләйгә ҡайтмайым да ҡуям. Әйҙә, йөрөгөҙ яҙҙы көтөп...
Февраль айы үтер-үтмәҫтән сәүкәләргә эйәреп, осоп киткән, ти, Кәкүк. Ҡайһы бер олораҡ ҡоштарҙың «әле иртәрәк» тигән аҡыллы һүҙенә лә иғтибар итмәгән.
Сәүкәләр менән бергә өшөй-өшөй булһа ла килеп еткән, ти, ул. Яландар әле ап-аҡ ҡар юрғанын ябынған килеш йоҡлай бирә. Урмандағы ағастар бөрөләрен дә асмаған. Бына ҡайтыу менән сәүкәләр сәңкелдәшеп, үҙҙәренә оя ҡорорға керешеп киткән. Кәкүк бер ҡарағай ботағына ултырып алған да моңло тауышы менән һайрарға тотонған, ти. Тик уның йырын бер кем дә ишетмәгән. Сәүкәләрҙең үҙ-ара геү килеп ҡысҡырышҡанына күмелеп ҡал­ған. Кискә тиклем моңло йырын һуҙған Кәкүк. Әммә яҙ етеү түгел, бер ағас ботағы ла һелкенмәгән. Кискә ҡарай өшөп, тамам тамағы ҡарлыҡҡан Кәкүк һайрау урынына үҙенең исемен генә ҡабатлай алырлыҡ хәлдә ҡалған. «Кәкүк үҙе ҡайтты бит, ишетмәйһегеҙме әллә!» – тип бар йыһанды яңғыратып ҡыс­ҡырырға ла иткән. Әммә «Кәкүк... Кәкүк...» – тип кенә әйтә алған ул. Һалҡын тейеүҙән һәм күп ҡысҡырыуҙан башы ла ауырта башлаған. Ярай әле йылы яҡҡа китмәй торған бер Сәпсек уны йәлләп, үҙ ояһына индергән, йылытҡан, ашатып, тамағын туйҙырған.
Яҙ, әлбиттә, Алла ҡушыуы буйынса, үҙ мәле еткәс кенә килгән. Башҡа ҡоштар ҡайтып, сыр-сыу килеп шатланышып, оя ҡороп һайраша башлағас, Кәкүк ояла-ояла Сәпсек ояһынан сығып, элекке һымаҡ һайрап ебәрергә иткән. Әммә «Кәкүк, кәкүк!» тип үҙенең исемен генә ҡысҡыра алған. Ә шулай ҙа уның бер генә һүҙҙән торған ҡысҡырыуы ла ифрат та моңло һәм һағышлы икән...
Ваҡытында үҙенә оя яһарға онотҡан Кәкүк теге Сәпсектең ояһына йомортҡаһын һалып ҡалдырған да элекке данын, шөһрәтен ҡайтарып алыу ниәте менән урман-ҡырҙар буйлап осоп киткән. «Мин – йырсы Кәкүк, әллә танымайһығыҙмы?!» – тип урман яңғыратып ҡысҡырырға ла иткән. Әммә һаман да уның «Кәкүк... кәкүк...» тигән үкенесле, моң-зарлы тауышы ғына ишетелгән. Ана шул ҡайғыһынан Сәпсек ояһына һалып ҡалдырған йомортҡаһын баҫып сығарырға кәрәклеген дә онот­ҡан. Артыҡ ҙур булыуына ҡарамаҫтан, Кәкүктең йоморт­ҡаһын аҫтына һалып, уның себешен сығарған Сәпсек. Ул ғына ла түгел, хатта ашатып, ҡарап та үҫтергән. Ә Кәкүк йәй буйына урман яңғыратып ҡыс­ҡырып тик йөрөгән: «Кә-күк! Кә-күк!»
Шул замандарҙан алып Кәкүк йомортҡаһын башҡа ҡоштар­ҙың ояһына һала ла китә, ти, үҙе бер ваҡытта ла себеш баҫып сығармай икән.
«Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта», «Яңғыҙ кәкүк яҙ килтермәй» тигән әйтемдәр ана шунан килеп сыҡҡан, имеш.


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Читайте нас: