+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
31 Ғинуар 2020, 13:37

Бесәйгә йыл кәрәкме әллә йылымы?

Әкиәт

Яңы йыл алдынан булды был хәл. Бесәй рәхәтләнеп йылы мейес бышында иҙрәп йоҡлап ятҡанда, ҡапыл ниндәйҙер ят тауышҡа һиҫкәнеп, тертләп уянып китә. Йыбанып башын күтәреп ҡараһа, иҙән ярығынан Сысҡандың текә генә баҫып торғанын күреп, иҫе китә.

– Һин, Сысҡан, нимә шашып йөрөйһөң? Ҡурҡыуҙы ла онотоп киткәнһең икән, ахмаҡ!

– Һөйләнмә! Һин миңә тейә лә алмайһың хәҙер! Сөнки минең йылым – Сысҡан йылы башлана! – тине ул, бер ни булмағандай.
Бесәй аптырауға ҡала. Йәшен тиҙлеге менән ялт-йолт итеп мейес башынан килеп тә төшә. Һыр бирмәһә лә, бер аҙ ҡаушап ҡала.
– Ниндәй йылың бар һуң һинең, аңлай алмайым? – ти ул аптырап.
– Ҡара, Бесәй, тышта ултырған Ҡашҡарҙың да, һарайҙа көйшәп торған Һәүкәштең дә, теге ураҡ ҡойроҡ Әтәстең дә, ялбыр яллы Аттың да үҙ йылдары бар! Ә һин, йоҡоңа баш була алмай, мейес башынан ары китмәйһең!
Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сумған, тигәндәй, Мыяубай икеләтә аптырауға ҡалған. Күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ҡолаҡ артын тырнай башлай.
– Улай буламы һуң? Башҡаларҙың йылы бар, ә минеке юҡ? – тип ҡатып ҡала.
– Һинең яҡын туғаның Юлбарыҫтың йылы бар ҙа инде.
– Ул маҡтансыҡты туған итеп... Кәүҙәләренә маһайышып йөрөй­ҙәр шунда! – тип зарланды Бесәй.
– Әйҙә, күрше, Ҡыш Бабайҙың сәркәтибе Ҡарһылыуға ғариза яҙып киләйек. Кем белә, Яңы йыл бүләге лә шул булыр һиңә!
Йөрөп ҡайтҡас, Сысҡан иҙән ярығына инеп юғала.
– Ярар, мырҙа, етеп килгән байрам менән һине! Тағы йоҡлап ятып ҡалма инде, Ҡыш Бабайҙы көтөп ал! – тип елдереп ҡайтып китә ул.
Бесәй нисек кенә тырышып ҡараһа ла, әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Йоҡо балдан да татлыраҡ бит!
– Эй, йоҡо сүлмәге, тор! – тигән тауышҡа Бесәй ырғып баҫа.
Ике күҙен ышҡый-ышҡый, ғәйепле тауыш менән:
– Йоҡома баш була алманым шул! – тип аптыраған Бесәй. – Ни эшләргә икән?
Сысҡан асыуланып, текә ба­ҫып, күршеһен шелтәләргә керешә:
– Шул инде, хужа ла бушҡа һине туҡмамай икән! Һыйыр­ҙың һөтө лә һиңә эләкмәй башланы. Эттең этенә лә иғтибар күберәк.
– Миңә хужаның балаһының өҫтәлдән ҡойолтоп ашағаны ла етә! – ти Бесәй маһайып.
– Ә миңә иҙән ярығынан ҡойолғаны ла етә! – тип тып баҫты Сысҡан.
– Тағы нимә эшләйем һуң? –тип Бесәй ҡойроғон болғап ҡуя, ти.
– Ә һин үҙеңдең йылың бул­ғанын теләйһеңме?
– Әлбиттә! Әллә үҙеңдекен миңә биреп тораһыңмы ? – хәйләкәр күҙен ҡыҫып ҡараны Бесәй.
Сысҡан тәрән уйға батты: «Нисек кенә бынан ҡотолорға ин­де?»
– Туҡта, Мыяубай, ҡайтып уйлап киләйем әле. Һин ошонда ултырып тор, бер ҡайҙа ла китмә! – ти ҙә елдереп сығып ҡаса.
Өйҙә балаларҙың ҡыуанып бүләктәр алып, йүгерешеп йөрөгәндәрен күреп, күңелле тауыштарын ишеткәс, Бесәй башын күтәреп ҡараһа, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу килгән ине. Ашығып-ашығып Сысҡан елеп килеп инә лә уға:

– Һуңланыҡ-һуңланыҡ бит! Йылдарҙы барыһына ла таратып бөткәндәр шул, бер һин йоҡлап ҡалғанһың! Юлбарыҫҡа әйтеп ҡарайыҡ, бәлки, ярҙам итер! Туҡта, унан алда Һыйыр бар! Әйҙә, барып киләйек!

Йылыны яратҡан Бесәй тышҡа сыҡҡыһы килмәһә лә, һарайҙа торған Һыйыр янына Сысҡан менән ярыша-ярыша барып етә.

– Һаумы, Һәүкәш! Яңы Йыл менән һине! – ти улар дәртләнеп.

– Бик мәслихәт, Мыяубай, һинең тыш­ҡа сығырыңды көтмәгәйнек, – тип яртылаш мәрәкәле тауыш менән яуап ҡайтарҙы Һыйыр.

– Беҙ йомош менән килдек, Һәүкәш! Минән һуң һинең йылың бит!

– Шунан? – ти көр тауыш менән Һыйыр.

– Йылыңды Бесәйгә биреп тор әле! –тип үтенгән Сысҡан .

– Ниндәй йыл Бесәйгә? Һөтөмдө эскәне лә еткән. Йоҡосо!

Һыйыр мөгөҙө менән һелтәнгәс, теге икәүҙән елдәр иҫә.

– Хәҙер ни эшләргә?

Бесәй өшөгән тәпәй­ҙәренә өрә-өрә, Сыс­ҡанға текәлеп ҡарай, ти.

– Һыйырҙан һуң Юлбарыҫ йылы, әйҙә, туғаныңа барып ҡарайыҡ, булмаһа!

– Мин һиңә берҙе әйттем инде, уны туғанға һанамайым! Барып та йөрөмәйем, шуға башымды эйеп.

Шул мәлдә Сысҡан тыпырҙатып бейей башлай:

– Белдем, белдем кем менән һөйләшергә! Теге шешҡолаҡ Ҡуянға барһаҡ, отабыҙ. Йүгерҙек урманға!

Тыш-пыш итеп был икәү урманға килеп инә. Уларҙың алдында ҡыҫҡа ҡойроҡ ҡылый тора ине. Ҡурҡыуҙан тубыҡтары ҡалтыраған Ҡуяндың алдында Бесәй үҙен ҡыйыу тота башлай.

– Һаумы, Шешҡолаҡ! Яңы йыл менән! Туның матур икән – аҡ ҡына, аҡ ҡар һымаҡ! – тип юхалап та ебәрҙе Мыяубай.

– Һаумы, йомшағым! Хәлдәрең нисек? – тип Бесәйҙең һүҙен ҡеүәтләне Сысҡан.

– Һаумыһығыҙ! Яңы йыл менән! – тип шым ғына бышылданы Ҡуян. – Һеҙ аҙашып килеп сыҡтығыҙмы? Бүре күренмәйме?

– Беҙ һиңә ҙур йомош менән килгәйнек! Бүренән ҡурҡһаң, беҙгә ҡунаҡҡа килеп сыҡ! – тип бер һүҙҙәш булып яуапланы былар.

– Алыҫ аранан килеп еткәс, йомошоғоҙ ҙурҙыр инде!

– Эйе, Ҡуянҡай! – Сысҡан һүҙен башлай. – Ҡыш Бабай йылдарҙы бүлеп биргәндә Бесәйҙе онотҡан. Мин бүлешер ҙә инем, Ҡомаҡ ағай менән һөйләшелгән! – тине ул уңайһыҙланып.

– Зинһар, ярҙам ит! – тине меҫкен тауыш менән Бесәй. – Теләгең булһа, аралашып йәшәйек, Эт бәйле тора!

– Ярар, риза булайым! Ярты йылымды Бесәйгә бүлермен. Дуҫтар булайыҡ, татыу йәшәйек! – тине Ҡуянҡай дәртләнеп.

Шул көндән алып Ҡуян йыш ҡына дуҫтарының хәлен белергә килеп сыға. Ә Мыраубай элеккесә тәрән йоҡоға тала. Сысҡан үҙ холҡон ташламаған, ер аҫтында Йылан көйшәгәнен дә ишетә, бар ергә лә барып етешә. Шулай йылдар үтә тора, Бесәй менән Ҡуян бергә байрам итә икән!

Марсель ХАММАТОВ.
Әбйәлил районы, Тупаҡ ауылы.

Читайте нас: