-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
2 Октябрь 2020, 13:32

Хызыр Ильяс ярҙамы

Әкиәт

Әсәһе менән генә бик матур, янып торған ҙур ҡара күҙле ҡыҙыҡай йәшәгән. Уның исеме Дәлилә булған.  Ҡыҙына ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән, өйҙә бар эште лә үҙе башҡарған икән әсәһе.

Шулай йылдар үткән. Дәлилә үҫеп еткән, уҡырға барған. Әммә иркәләнеп йәшәүен дауам иткән.

Бер көндө мәктәптән ҡайтып килгәнендә юл уртаһында аптырап торған ҡарт тап булған.
– Балам, алып бир әле таяғымды, ҡулымдан төшөп китте, – тигән ул.
– Кәрәк булғас, үҙең алырһың, – тип яуаплаған ҡыҙ.
Ҡарт:
– Һин шундай матур­һың, етеҙһең, ә минең үрелергә билем ауырта шул, – тигән.
– Башымды ҡатырма, бабай, юҡ йомошоң менән, – тигән ҡыҙ.
– Эй, балам, бөгөн миңә булышһаң, иртәгә һиңә ярҙам кәрәк булыуы мөмкин, – тип инәлеп тә ҡараған ҡарт. Тик Дәлилә:
– Юҡ, әсәйем барыһын да эшләй, – тигән дә китеп барған.
Ҡыҙ өйгә ҡайтып инеп, кейемдәрен нисек етте шулай сисеп ырғытҡан да ашы­ғып өҫтәлдәге планшетына үрелгән. Шунда уйнап, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡал­ған. Ә әсәһе юҡ та юҡ. Дәлилә тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп уны көткән, илаған. Дәрестәрен дә әҙерләмәгән, бер үҙе өйгә эште башҡарып өйрәнмәгән шул. Асығып, илап йоҡлап киткән.
Таң атҡан, тик әсәһе һаман да ҡайтмаған. Дәлилә илап, күршеләренең ишектәрен шаҡыған. Тик унда береһе лә асмаған. Ҡыҙы­ҡай ашамай ғына мәктәпкә юлланған.
Бер аҙ барғас, кисәге ҡарт тағы ла тап булған.
– Нимә булды, ҡыҙым? – тип һораған бабай, уның кем икәнен шәйләп. – Бәлки, ярҙам итә алырмын.
– Әсәйем ҡайтманы, йөрөмә, ҡартлас, юлымда, – тигән ҡыҙ.
– Ә һин үҙең бар эште лә эшләп өйрән, әсәйеңә ярҙамлаш, уға еңелерәк тә булыр, – тип һүҙен дауам иткән ҡарт.
Бабайҙың һәр һүҙен тыңлап, яғымлы өндәшеүенә ҡыҙ түҙмәй, илап ебәргән. Әрләһә, түҙер, хатта ҡаршы ирешер ине әле. Шулай тип уйлап, мыршылдап тор­ған да күҙен һөртөп, боролоп ҡараһа, бер кем дә юҡ, ти.
Дәрестән һуң Дәлилә ҡабаланып ҡайтҡан. Әсәһе һаман да юҡ икән. Ҡыҙ кейемдәрен элеп, туҙып ятҡан уҡыу әсбапта­рын йыйыштырған. Үҙенә ашар­ға әҙерләп, ҡапҡылап алған. Ба­байҙың әйткәндәре гел ҡола­ғында сыңлап тора, ти. Әйтер­һең, Дәлиләнең эргәһендә генә бар эштәрен ҡарап, күҙәтеп ултыра.
Ә кискеһен әсәһе ҡайтыуға сәй ҡайнатып ҡуй­ған. Ул өйҙәге тәртипте, өҫтәлдәге ризыҡтарҙы күреп, аптырап та ҡал­ған.
– Әсәй-әсәкәйем, һиңә ярҙам итеп, ҡыуандырып ҡына торасаҡмын, – тип Дәлилә уның ҡосағына ташланған.
– Бындай ярҙамсы булһа, арымам да, ауырымам да, – тип әсәһе ҡыҙын күтәреп үк алған.
Шул көндән Дәлилә әсәһенең ҙур ярҙамсыһына әйләнгән. Уҡыуы ла яҡшырған. Мәктәптәге иптәштәренә лә, күрше-тирәләргә лә ҡыҙҙың ҡулынан килгән тиклем ярҙамы тейеп тора, ти. Шуға ла әсәһе ҡыҙы менән ғорурлана ла икән.

Сафинә ХӘКИМОВА-ФӘТХИТДИНОВА, «Аҡ ҡауырһын» етәксеһе.
Магнитогорск ҡалаһы.

Читайте нас: