+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
9 Октябрь 2020, 15:53

Әтәлге һәм Тауҡорһаҡ ҡоштары

Алтынбикә инәй­ҙең ейән-ейәнсәрҙәре каникулда олатаһы менән өләсәһе янында булырға ярата.

Ял башланыу менән үк килеп етәләр. Бында ял итеүе лә күңелле шул! Ялан-ҡырҙарға сығып, төрлө шифалы үлән, еләк йыялар, Нөгөш йылғаһында һыу инәләр. Өләсәйҙәре ейәнсәрҙәренә бауыр­һаҡ, табикмәк кеүек баш­ҡорт халҡының ризыҡ­тарын бешерергә өйрәтә, ә ейәндәр иһә олатайҙары янында машина, һарай эргәһендә урала. Ә кис йоҡларға ятыр алдынан бергәләшеп һүҙ уйындары уйнайҙар, доғалар ятлайҙар, яҡындарының әкиәт, хикәйәттәрен тыңлайҙар. Ана, бөгөн дә иң бәләкәйҙәре Әлиә һорағас, өләсәйҙәре тағы һөйләй башланы.
– Юрматы ерендә борон-борон замандарҙан бирле булған, ти, ап-аҡ ташлы дүрт бер туған тау. Олоһоноң исеме – Шаһ, уға етәһенеке – Ҡуш, өсөнсө туғандарының исеме – Тора, дүртенсеһенеке Йөрәк икән. Үҙҙәре бер-береһенә шул тиклем оҡшаған, ти. Тора менән Йөрәк тау­ҙары игеҙәк кеүектәр, имеш. Хатта яҡындары ла айы­ра алмай икән. Әсәй­ҙәре – Диңгеҙбикә, ә аталарының исеме Риф бул­ған тип һөйләйҙәр. Улар күптән донъя ҡуйған, ә тау­ҙар бер-береһенә терәк булып, матур-матур сәскәләре, ағастары, ғәжәйеп тауышлы ҡоштары, хай­уандары менән һоҡландырып йәшәй икән. Тау­ҙар янында яҡшы кешеләр ғүмер иткән. Үҙҙәрен башҡорттар тип ата­ғандар. Улар был тау­ҙарҙы шул тиклем ярат­ҡан. Яҙ етеп, йәшел үләндәр ҡалҡ­ҡас, уның итәгенә йыйылып, уйын ҡор­ғандар, ҡурай уйнағандар, бейегәндәр, йырлағандар. Йәш егеттәрҙе әрмегә ошо урындан оҙат­ҡандар, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, туйҙар үткәргәндәр. Һуғышҡа киткән яугирҙарҙы ла тау битләүенә йыйылып, хушлашып ҡалғандар. Дүрт бер туған тау ҙа был ерҙә йәшәгәндәрҙе бик яратып, уларға яҡшылыҡ менән генә яуап ҡайтарырға тырышҡан. Үҙҙәрендә бешеп ултыр­ған еләктәре, ҡыуаҡтарындағы емештәре менән дә һыйлағандар.
Юрматылар ошо тау­ҙарҙ­ан көс алып, бик тә көслө ырыуға әйләнгән. Уларҙың ырыу ҡошо Әтәлге – инә шоңҡар тау­ҙар янында гел осоп йөрөгән, уның киртләстәрендәге ояһында балалар сығарған. Ул ата шоңҡар менән бәләкәстәрен бергәләп үҫтергән, осорға өйрәткән. Башҡа ырыу ҡоштары – ҡарағош, бөркөт, ыласын, ябалаҡтар һәм башҡа сая һаҡсы ҡоштар менән дуҫ булған. Бер-береһенә ҡунаҡҡа ла йөрөшкәндәр. Әтәлге бер ҡасан да үҙ ояһын ташлап китмәгән, гел ошо тауҙар янында булған.
Шулай бик матур йәшәп ятҡан саҡта тауҙарҙың иң олоһо Шаһтың башына әллә ниндәй шундай дәү, ҡап-ҡара оло бер Тауҡор­һаҡ исемле ҡош килеп ҡун­ған да уның башын суҡый башлаған. Ул ҡыс­ҡырған, ярҙам һораған. Әтәлге ҡош үрһәләнгән, ҡыйҡыйлап Шаһ тау менән бергә ҡысҡырған. Уларға Тора һәм Йөрәк тауҙары ла ҡушылған. Тик нишләптер Әтәлге тауышын да, тауҙарҙың һыҡтап илауын да бер кем дә ишетмәгән.
Был яуыз Шаһтың битен йыртҡыслап бөткән, ҡолаҡтарын, ҡулдарын, танауын өҙгән. Аҙаҡ инде йө­рәгенә барып етеп, уның ҡанын эскән, эс-бауырҙарын кинәнеп ашап, ҡорһағын күптергән. Күпкән эсе шиңә бирһә, тағы суҡырға тотона икән. Шаһ тауы үҙе һөйләшә алған саҡта Әтәлге ҡош артынан кешеләргә бәйет ебәр­гән. Ул халыҡтан үҙенең туғандары Ҡуш, Тора һәм Йөрәк тауҙарын һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы үтенгән.
Тауҡорһаҡ тигән тау ашаусы ҡош Шаһ тау төбөнә төшә башлағас, уның энеһе Тора тауына күҙ төшөрә башлаған. Быныһын тамам ашап бөткәс, ул икенсеһенә ҡуныр­ға уйлаған, ти.
Быны белеп ҡалған Әтәлге ҡош Тора тау янында уратып осоп, кешеләрҙән ярҙам һорай башлаған. Ни хикмәттәндер, был юлы уны ишеткәндәр! Башҡорттар уның туғандарын һаҡларға яр­ҙамға килгән. Унан һуң күп тә тормай, ошо ерҙәр­ҙең баш кешеһе Тора тау­ға һәм Йөрәк тауға теймәҫкә тигән фарман сығар­ған, – тип Алтынбикә инәй хәҙерге замандың бик ҡыҙғаныс әкиәтен һөйләп ишеттергән.
– Өләсәй, ә Ҡуш тауҙы Тауҡорһаҡ ҡошо ашай алмаймы? – тип һорап ҡуй­ған Әлиә менән Айҙар.
– Әлегә белмәйем шул, балаҡайҙарым. Мин кешеләргә ышанам, улар һаҡлап алып ҡалырҙар, Тауҡорһаҡҡа бирмәҫтәр, – тип яуаплаған өләсәһе. – Һеҙ ҡалаға барған һайын юлдан үткәндә Йөрәк тауының, Ҡуш тауының һәм Тора тауының матурлығына , гүзәллегенә, күккә тейгән аҡ түбәләренә һоҡланып ҡарап үтерһегеҙ. Ә иғтибарлыраҡ ҡараһағыҙ, юрматы ырыуы ҡошо – Әтәлгенең дә тау­ҙар тирәләп осҡанын күрерһегеҙ, – тип тә өҫтәп ҡуйған Алтынбикә инәй.

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Ғафури районы.


Читайте нас: