Ғәҙәти булмаған әкиәт
– Беләһеңме, миңә бик күңелһеҙ, сөнки ҡыш тиҙ генә үтте лә китте.
– Һы, ул үҙенең урынын яҙға тапшырырға тейеш инде, был бит мөғжизә! – тип сәпәкәйләп алды бәләкәс.- Тиҙҙән урман буйлап, сағыу тамсыларҙан йыйылған гөрләүектәр йүгерәсәк, ҡоштар ҙә йылы яҡтарҙан ҡайтып, күңелле йыр менән бар тирә-яҡты моңға күмәсәк. Умырзаялар ҙа баштарын ҡалҡытһа, урман бөтөнләй йәмләнеп китә бит.
– Һин мине дөрөҫ аңламаның, Айыуҡай, – тип ҡаршылашты Тейенкәй. – Яҙҙы бик яратам, тик ҡыш нығыраҡ оҡшай. Сөнки Яңы йыл алдынан ғына минең тыуған көнөм, бүләктәр алам. Бына шуға күрә ҡыш и-и-иң яратҡан миҙгелем дә инде.
– Бәй, бүләкте тик тыуған көнгә генә бирмәйҙәр ҙә инде, – тине аптырап Айыуҡай.- Кешене ҡыуандырыр өсөн тыуған көнөн генә көтөргә кәрәкмәй, бер сәбәпһеҙ сюрприз яһарға ла була бит.
– Нисек инде?
– Әйҙә, улайһа, тиктомалдан байрам ойошторайыҡ та уны “Яңы көн тыуыуы” тип атайыҡ. Белгең килһә, ундай байрамды көн дә үткәрһәң дә була.