+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
12 Февраль 2021, 13:05

Шифалы алфавит

Светлана ПАНАСЕНКО

Светлана ПАНАСЕНКО – урыҫ телендә ижад иткән Башҡортостан әҙибәһе. Уның уҡыусылар өсөн сыҡҡан «Удивительные истории из жизни вещей и растений» тигән тәүге китабы бәләкәстәр тарафынан бик йылы ҡабул ителде.

«Любимый цветок королевы» исемле икенсе китабы замана әкиәттәре рәүешендә яҙылған.


Мәскәүҙә үткән «Балалар өсөн ҡыҫҡа әҫәр» әҙәбиәт конкурсында Светлана Панасенконың экология темаһына ижад ителгән әкиәттәре «Натуралист яҙ­малары» номинацияһында III урын ала. Ә «Ҙур Финал» халыҡ-ара әҙәбиәт конкурсында «Уҫаҡ урманы» әкиәте диплом менән билдәләнә.

Балаларҙың яратҡан яҙыусыһы Светлана Панасенко – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Уҙған йыл ул үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Әҙибәнең 75 йәшенә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Целебная азбука» («Шифалы алфавит») тигән йыйынтығын сығарҙы. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның ошо китабынан бер әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.

Светлана ПАНАСЕНКО

Шифалы алфавит

Л хәрефе
Ҡыңғырау шылтырау менән ҙур ҡатырға өй тотҡан уҡытыусы синыф бүлмәһенә килеп инде.
– Балалар, әйтегеҙ әле, был өйҙә кем йәшәй?
– Бесәй балаһы. Көсөк. Уйынсыҡтар!
– Белмәнегеҙ. Бында хәрефтәр йәшәй. Беҙҙең алфавитта бөтәһе нисә хәреф бар? Дөрөҫ – 33. Һеҙҙең менән бергәләп шул хәрефтәрҙән шифалы алфавит төҙөйәсәкбеҙ. Уны «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» тигән уйын рәүешен­дә үткәрербеҙ. Шуға бөгөнгө дәресебеҙ «Мөғжизәләр яланы» һымаҡ уҙасаҡ.
Өсөнсөләр йәнләнеп китте.
– Уйында ҡатнашасаҡ өс кешене таҡта алдына саҡырам. Беренсе тур­ҙың һорауы шундай. Бынан 200 йыл элек Бөйөк Британияның батша флоты зәңге (цинга) ауырыуы күпләп таралыу арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисерә. Шул сәбәпле етәкселәре флотты ошо емеш менән тәьмин итергә бойора. Был емеш хаҡында тағы ла шул билдәле: Боронғо Мысырҙа енәйәтселәр­ҙе ҡот осҡос хөкөмгә тарттырғандар – йыландан саҡтырып үлтергәндәр. Ә кемдәрҙер яза алдынан ошо емеште ашап тере ҡалған. Уның исеме биш хәрефтән тора.
– Мин һүҙҙе тотош әйтә алам, – ти Лёня. – Ул – һарымһаҡ.
– Һин нимә, унға хәтлем һанай белмәйһеңме ни? – тип көлә уҡытыусы.
– Ой, ғәфү итегеҙ, был һүҙҙә һигеҙ хәреф бит әле, – ти оялып Лёня.
– Уйынды дауам итәбеҙ. Тағы ниндәй хәрефтәрҙең варианттары булыр?
– К хәрефе. А хәрефе. Б хәрефе, – тип өсөһөн дә әйтә лә Света өмөт менән уҡытыусыға ҡарай. «Мөғжизәләр яла­ны»ндағы кеүек дөрөҫ әйтелгән өс хәреф өсөн ниндәйҙер бүләк көттө шикелле.
Әммә уҡытыусы, «дөрөҫ түгел» тигәнде аңлатып, башын сайҡаны.
– Тәүге хәрефте асығыҙ! – тип үтенде уйында ҡатнашыусылар.
Беренсе Л хәрефе күренеү менән синыф: «Лимон!» – тип бөтәһе бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе.
– Был емеш беҙгә Һиндостандан килгән. Ул йыл буйына үҙендә С витаминын һаҡлай. Аргентина ғалимдары билдәләүенсә, лимон һуты һыуҙағы микробтарҙы зарарһыҙландырыу өсөн шәп сара. Был емеш шулай уҡ бик күп сирҙәрҙән дә дауа. Уны өй шарттарында ла үҫтерергә мөмкин. Бәлки, һеҙҙең берәйегеҙҙең өйөндә лә лимон үҫәлер?
Уҡытыусының һорауын ишетеү менән Әнүәр ҡулын күтәрҙе.
– Йә әле, Әнүәр, һөйләп ебәр, лимон тураһында нимәләр беләһең?
– Уға йылы һәм ыңғай тәьҫораттар кәрәк. Лимон, бала шикелле, һигеҙ-туғыҙ айҙа өлгөрә.
– Афарин! Иртәгә беҙ лимонарийға экскурсияға барабыҙ. Унда лимондар­ҙың нисек үҫкәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ. Бәлки, берәйегеҙ өйҙә үҫтерергә лә теләр.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА тәржемәһе.


Читайте нас: