Уҙған йыл Үгеҙбай өсөн бик иҫтәлекле булды. Сөнки Ҡыш бабай ҡар бөртөктәре семәрләнеп төшөрөлгән тылсымлы бейәләйен уға тапшырҙы. Эйе-эйе, тап Үгеҙбайға! «Мә, тот, улым, уны юғалтырға ярамай. Юғиһә, Яңы йыл байрамы булмаясаҡ. Һин тылсымлы бейәләйҙе бик яҡшы һаҡларһың, тип уйлайым. Сөнки урлашҡаның, үсекләшкәнең, әрләшкәнең, һуғышҡаның да юҡ. Үгеҙбай, һин – Яңы йылдың хужаһы», – тине. Бәй, Үгеҙ йылы «һә» тигәнсе үтеп тә китте. Үгеҙбай киләһе йылдың хужаһы Юлбарыҫ була икәнен әсәһенән һорашып белде. – Ә тылсымлы бейәләйҙе кемгә бирәйем икән? – тип Үгеҙбай уйға ҡалды.– Һин, балам, Ҡыш бабайға алып барып кил. Ул үҙе хәл итер, – тине әсәһе.Шунан Үгеҙбай Ҡыш бабайға юлланды. Дуҫтары Тейенбикә, Ослоғойроҡ һәм Үткертешкә күстәнәс тә алырға онотманы. Йырлай-йырлай китеп барғанында уның ҡаршыһына Мәскәй әбей осраны. – Һай-һай, ҡайҙа китеп бараһың ул? – Уныһын үҙем генә беләм инде, Мәскәй! – Һы... Батырланып киткән берәү! Белгең килһә, мин Мәскәй әбей түгел, ә уның балаһы. Һине ары ебәрмәйем, вәт! – Ебәрерһең. Минең Ҡыш бабайға йомошом бар. – Ниндәй? – Мәскәй әбей Үгеҙбайға яҡыныраҡ килде. – Әйтмәйем. Йә Ҡыш бабайға бирә торған нәмәмде урлап алып ҡасырһың. Беләм инде мин һине. – Әйт инде! Әйт! Әйт! Алып ҡасмайым. Нимәкәй ул? Кәнфитме, перәникме, шоколадмы? Мин шоколадты бигерәк тә ныҡ яратам.– Эйе, эйе, тәмлекәстәрем бар, – тине Үгеҙбай. – Миңә күстәнәсеңде бирмәһәң, Ҡыш бабайҙың өйөн күрмәҫһең дә. Ул бабайға татлы нәмә биреп торорға, һе, былай ҙа тештәре бөтөп баралыр. Бына, исмаһам, мин кәнфит-мәнфитте күп итеп ашай алам.– Тешең һыҙламаҫмы һуң?– Юҡсы! – Ярай, һиңә лә байрам күстәнәсе бирәм, – тип Үгеҙбай Мәскәйгә ялтыр тышлы шоколад тотторҙо. Әбей уның ҡағыҙын аса алмай оҙаҡ ыҙаланып торҙо. Әмәлен тапҡас, күстәнәсте тиҙ генә ашап та ҡуйҙы. Күп тә үтмәй, яр һалып ҡысҡыра ла башланы:– Ай, тешем ауырта!– Әйттем бит мин һиңә!– Әйтмәнең, алдашма! Юғал күҙемдән, юғиһә, ашайым үҙеңде! – Дарыубикә апайға барып кил һуң, ярҙам итер. – Ысынмы?! Эйе, уға барайым әле. Мәскәй әбей күҙҙән юғалды. Ә Үгеҙбай юл ыңғай Тейенбикә менән Ослоғойроҡҡа күстәнәстәрен индереп бирҙе. Шунан үҙ юлы менән ары китте.Бына Ҡыш бабайҙың өйө лә күренде. Ул Үгеҙбайҙы бик йылы ҡаршы алды. Бер үҙе генә түгел ине, ҡунаҡҡа төрлө йәнлек-хайуандарҙы ла саҡырған булған икән.– О-һо-һо, улым килгән икән, – тип йылмайҙы Ҡыш бабай.– Мин тылсымлы бейәләйҙе кире бирергә булдым, йылым үтеп бара бит. – Көтөп тор әле, улым. Ҡыш бабай яҡын ярҙамсыһы Ҡар бабайҙы саҡырып алды ла:– Тиҙ генә Үткертешкә хәбәр ит, килеп етһен! – тине.Ҡар бабай сығып юғалды. Бер аҙҙан Үткертеш килеп тә инде. – Һаумыһығыҙ! – тип иҫәнләште ул.– Һаумы, улым! Мин һине килер йылдың хужаһы итеп тәғәйенләйем. Һиңә тип дуҫың Үгеҙбай минең тылсымлы бейәләйемде алып килгән. Рәхим итеп ал. Юғалтма. Унһыҙ Яңы йыл булмай. – Рәхмәт, Ҡыш бабай!Төрлө яҡтан йәнлектәрҙең хуплау тауыштары яңғыраны:– Үткертеш – өр-яңы йыл хужаһы! – Афарин! Уңыштар, дуҫ!Юлбарыҫ малайы өйөнә ҡанатланып ҡайтты. Ул Ҡыш бабайҙың, дуҫтарының өмөтөн аҡлар өсөн тырышасаҡ.
Лилиә СОЛТАНОВА,БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.