Сергей Аксаков әкиәте буйынса
Борон-борон заманда
Йәшәгән бер сауҙагәр.
Ташып торған байлығы,
Йорт-ер булған тау ҡәҙәр.
Ынйы, мәрйен, зөбәржәт,
Хисапһыҙ алтын-көмөш...
Һарайҙың таш иҙәне
Һығылып торған, имеш.
Көнләп түгел, сәғәтләп
Байлығы торған артып,
Тик ҡыҙҙарын сауҙагәр
Алтындан күргән артыҡ.
Ә бына кинйә ҡыҙын
Айырыуса яратҡан.
Һөйкөмлөлөгө менән ҡыҙ
Сихри нурҙар таратҡан.
Йөҙө – айҙан яҡты, ти,
Һүҙе – балдан татлы, ти,
Йырлаһа, ҡоштар тынған,
Тирә-йүн моңға сумған...
Бер саҡ шулай сауҙагәр
Алыҫ юлға йыйынған,
Ә һөйөклө ҡыҙҙары
Оҙатырға йыйылған.
«Әйтһен, – тигән сауҙагәр, –
Һәр ҡайһығыҙ бер теләк:
Алып ҡайтырға миңә
Кемгә ниндәйен бүләк?»
Өлкән ҡыҙы әйткән: «Мин
Бер нигә түгел мохтаж,
Ете диңгеҙ артынан
Алып ҡайтсы алтын таж.
Ул айҙай балҡып торһон,
Ҡояштай янып торһон,
Нурҙар сәсеп, ҡашынан
Ынйылар тамып торһон».
Уйлап торғас, сауҙагәр:
«Ундай таж, – тигән, – ул бар.
Таш батшалыҡта тора
Таштан һалған бер амбар.
Ә ул амбар – таш тауҙа,
Түбәһе күккә ашҡан,
Ташты алырға шунда
Менергә кәрәк башта.
Ауыр бурыс был, ҡыҙым,
Әммә мин шуны беләм:
Тау-таш емереп була
Алтын ҡөҙрәте менән».
Уртансы ҡыҙы әйткән:
«Алып ҡайт шундай көҙгө,
Уға ҡараған һайын
Йәшәртһен минең йөҙҙө».
Уйға ҡалған сауҙагәр:
«Эйе, ундай көҙгө бар.
Бер тимер батшалыҡта
Тора ҙур тимер амбар.
Ул амбар – тимер тауҙа,
Биш тимер ишек унда.
Көҙгө һинеке, әгәр
Үтеп инә алһам шунда.
Ауыр бурыс был, ҡыҙым,
Әммә мин шуны беләм:
Тау-таш емереп була
Алтын ҡөҙрәте менән».
Кинйә ҡыҙ ҙа баш эйгән,
Уның алдына килгән:
«Алып ҡайтсы ал сәскә,
Атайым, миңә, – тигән. –
Ул сәскә һулымаһын,
Төҫө бер ҙә уңмаһын,
Матурлыҡта донъяла
Уның тиңе булмаһын!»
Уйға ҡалған сауҙагәр:
«Табырмын да табыуын,
Әммә тиңһеҙ булыуын
Нисек белермен уның?
Ауыр бурыс был, ҡыҙым,
Шуны мин яҡшы беләм:
Был эште эшләп булмай
Алтын ҡөҙрәте менән».
* * *
Елдәр өргән елкәнгә,
Тулҡындар ярған карап,
Сауҙагәр сәфәр сыҡҡан
Алыҫ яҡтарға ҡарап.
Онотмаған сауҙагәр
Ҡыҙҙарҙың теләктәрен,
Тапҡан ике ҡыҙына
Һораған бүләктәрен.
Күпме тулҡын ярмаған,
Ҡайҙа ғына бармаған,
Тик донъяла иң гүзәл
Ал сәскә табалмаған.
Аптырағас, йөҙәгәс,
Боролған ҡайтыр яҡҡа.
Тик яуыз юлбаҫарҙар
Килеп сыҡҡан шул саҡта.
Алған, ти, юлбаҫарҙар
Бөтә байлығын талап.
Киткән меҫкен сауҙагәр
Күҙ күргән яҡҡа ҡарап.
Көн үткән ул, төн үткән,
Энә буйы ер киткән,
Бара торғас, бер ҡалын
Урманға килеп еткән.
«Инде хәҙер нишләргә?» –
Тиеп кенә торғанда,
Ғәжәйеп бер күренеш
Пәйҙә булған урманда.
Бындай хәлде кем күргән?
Ундай хәлде кем белгән?
Ағастар берәм-берәм
Сауҙагәргә юл биргән.
Йыртҡыстар ҡағылмаған,
Ыҫылдамаған йылан,
Ян-яҡта – йәшел урман,
Барыр юл – хәтфә юрған.
Көн барған ул, төн барған,
Энә буйы ер барған,
Күргән алда бер ялан,
Яланда бер ут янған.
Яҡыныраҡ килгән ул,
Бына нимә күргән ул:
Түгел икән был ялҡын,
Ялтырай икән алтын!
Тап ялан уртаһында
Һарай тора, ти, ҡалҡып.
Булмай, ти, тура бағып, –
Яна ҡояштай балҡып.
Ишек-тәҙрә шар асыҡ,
Матур көй тора уйнап...
Сауҙагәр, бер аҙ уйлап,
Атлаған ялан буйлап.
Һуҡмаҡтар – мәрмәр таштан,
Яҡ-яҡта – көмөш фонтан,
Ә һарай тылсымлы, ти,
Уны үҙенә тартҡан.
Юлсы һарайға ингән,
Иҙәндә – затлы келәм.
Бүлмәләр биҙәлгән, ти,
Ынйы, мәрйендәр менән.
Тик ни ғәжәп: һарайҙа
Йән эйәһе юҡ икән.
Сауҙагәр көткән-көткән,
Көтөп, асығып бөткән.
Ризыҡ хаҡында шул саҡ
Уның уйлауы булған,
Хәтфә йәймә өҫтөнә
Татлы ризыҡтар тулған.
Йоҡлаһаң икән, тиеп
Уның уйлауы булған,
Алтын һикегә ҡунған
Аҡҡош мамыҡлы юрған.
Зәңгәр эңер әкренләп
Һарайҙы солғап алған,
Сауҙагәр таңға тиклем
Татлы йоҡоға талған...
Ул ғәжәп бер төш күргән,
Төштә шулай күренгән:
Кейәүгә сыға, имеш,
Ике ҡыҙы бөгөндән.
Бары тик кинйә ҡыҙы
Күрһәтә, ти, сабырлыҡ.
Атаһының ҡайтыуын
Көтә, имеш, һағынып.
Икенсе көндө иртән
Юлсы уянып киткән.
Баҡһа – тирә-яҡ баҡса,
Күрер күҙгә бик күркәм.
Алланып та балланып
Емештәр бешә икән,
Үҙҙәре үк ауыҙға
Өҙөлөп төшә икән.
Ҡоштарҙың суҡышынан
Көмөш моңдар тама, ти,
Гәлсәр улаҡтар буйлап
Көмөш шишмә аға, ти.
Күҙ һалған ул бәрхәттәй
Йәм-йәшел түмһәләккә:
Үҫеп ултыра унда
Ифрат матур ал сәскә!
Балҡый, имеш, ал сәскә,
Күҙҙәрҙең яуын алып.
Сауҙагәр өс көн, өс төн
Ҡарап торған таң ҡалып.
Бар баҡсаны хуш еҫкә
Аңҡытҡан, ти, ал сәскә,
Бар баҡсаны ал төҫкә
Балҡытҡан, ти, ал сәскә,
«Таптым, – тигән сауҙагәр, –
Кинйә ҡыҙыма бүләк!»
Өҙөп алған сәскәне,
Алып ҡайтырға теләп.
Ҡапыл шул саҡ «ялт» та «йолт»
Йәшен уты уйнатып,
Ҡот осҡос йәмһеҙ ғифрит
Сыҡҡан, ти, ерҙән ҡалҡып.
Күҙҙәре ҡабаҡ ҙурлыҡ,
Ауыҙы табаҡ ҙурлыҡ,
Маңлайында мөгөҙө –
Шайтан үҙе ҡурҡырлыҡ.
Сеү! Әллә күк күкрәйме?!
Юҡ, был – ғифрит тауышы:
«Ал сәскәгә бағып, мин
Баҫа инем һағышты.
Һүндерҙең, яуыз бәндә,
Һуңғы өмөттө минең.
Изгелеккә яуызлыҡ
Күрһәттең. Һиңә – үлем!»
Ҡойолоп төшкән сауҙагәр,
Теше бәрелгән тешкә.
Һүҙҙәрен саҡ әүәләп
Әйтә алған ул көскә:
«Зинһар, кисер һин мине,
Ғәйебем юҡ бер иле.
Ал сәскә кинйә ҡыҙыма
Бирер бүләгем ине.
Зыян иткәнмен икән –
Түләрмен тейеш хаҡын.
Күпме кәрәк, шул тиклем
Һорай алаһың алтын».
«Ха-ха-ха! Алтын миндә –
Ете быуа быуырлыҡ.
Кәрәк миңә... тоғро дуҫ,
Ысын юлдаш булырлыҡ.
Ҡорбан ит бер ҡыҙыңды,
Ҡалайым тиһәң иҫән.
Ер йотһон, әгәр уға
Бармағым менән тейһәм.
Ишетмәҫ ул тупаҫ һүҙ,
Тормошо бик мул булыр,
Ни теләһә – шул булыр,
Алдына килеп торор.
Тик ул үҙе теләһен,
Һинең хаҡыңа күнһен.
Юҡ икән – һиңә үлем,
Быны ул яҡшы белһен!»
Шулай тигән дә ғифрит
Бер алтын йөҙөк биргән.
Сауҙагәр уны кейгән –
Һәм ул үҙ йортон күргән.
Килеп сыҡҡан ҡаршыға
Ҡыҙҙары йүгерешеп,
Һикергеләп шатлыҡтан,
Йылмайышып, көлөшөп.
Әммә атайҙарының
Көлдәй икән, ти, йөҙө,
Йылмаймай икән үҙе,
Көлмәй икән, ти, үҙе.
Хикмәт ниҙә? Һәр ҡайһы
Йыуатырға тырышҡан.
Башта ике ҙур ҡыҙы
Уға килеп һырышҡан:
– Әллә алтындарыңды
Алдылармы һуң талап?
Улай булһа, эш харап!
Улай булһа, эш харап!..
Унан кинйә ҡыҙ килгән:
– Атайым, көймә! – тигән, –
Байлыҡ ул ниңә? – тигән. –
Ҡайғыңды һөйлә, – тигән.
– Ярай, – тигән сауҙагәр, –
Һөйләрмен иртә менән.
Ә хәҙер ҡабул итеп
Бүләк алығыҙ минән.
Өлкәнемә – алтын таж,
Ә уртансыма – көҙгө.
Кинйә ҡыҙыма иң матур
Ал сәскә табып өҙҙөм.
Бүләккә ҙур ҡыҙҙарҙың
Ҡыуанған һәр ҡайһыһы.
Бүләк булғас, шул еткән,
Ниңә атай ҡайғыһы?
Ә кинйә ҡыҙ – ҡайғыла.
Күңеле ниҙер һиҙә.
Ал сәскәһе һулыған,
Ул моңһоу нурҙар һибә.
* * *
Иртәгеһен сауҙагәр
Саҡырған өлкән ҡыҙын.
Һөйләп биргән бөтәһен,
Булһа ла һүҙе оҙон.
– Икенең бере, – тигән, –
Йә үләм мин, йә ҡалам.
Ғүмерем һинең ҡулда,
Зинһар, ҡотҡарсы, балам!
Баш тартҡан өлкән ҡыҙы,
Йәне ғәзиз күренгән:
– Кемгә ал сәскә таптың,
Шул ҡотҡарһын үлемдән.
Саҡырған, ти, сауҙагәр
Шунан уртансы ҡыҙын.
Һөйләп биргән бөтәһен,
Булһа ла һүҙе оҙон.
– Икенең бере, – тигән, –
Йә үләм мин, йә ҡалам.
Яҙмышым һинең ҡулда,
Ҡотҡарсы мине, балам.
Баш тартҡан уртансы ҡыҙ
Йәне ғәзиз күренгән:
– Кемгә ал сәскә таптың,
Шул ҡотҡарһын үлемдән!
Ни эшләргә? Сауҙагәр
Саҡырған кинйә ҡыҙын.
Һөйләп биргән бөтәһен,
Булһа ла һүҙе оҙон.
– Икенең бере, – тигән, –
Йә үләм мин, йә ҡалам.
Яҙмышым һинең ҡулда,
Ҡотҡарсы мине, балам.
– Атайым, – тигән кинйә, –
Аңланым мин хәлеңде.
Һинең ғүмерең хаҡына
Ҡыҙғанмайым йәнемде.
Шатлығынан сауҙагәр
Илап ебәргән хатта.
Өлкән ҡыҙҙар атылып
Килеп еткән шул саҡта.
Улар юрамал ғына
Балауыҙ һыға, имеш,
Бәхетһеҙ һеңлеләрен
Ҡыҙғанған була, имеш.
– Ҡайғырма, – тигән кинйә
Һөйөклө атаһына, –
Ышан ҡасан да булһа
Әйләнеп ҡайтырыма.
Кинйә ҡыҙға сауҙагәр
Тылсымлы балдаҡ биргән,
Ҡыҙ уны кейеү менән
Хайран-тамаша күргән.
Хәтфә ялан уртаһында
Һарай тора, ти, ҡалҡып,
Ҡарап булмай, ти, тура –
Яна ҡояштай балҡып.
Ишек-тәҙрә шар асыҡ,
Сихри көй тора уйнап,
Төпсөк ҡыҙ таңға ҡалып
Атлаған ялан буйлап.
Һуҡмаҡтар – мәрмәр таштан,
Яҡ-яҡта атҡан фонтан.
Ә һарай һүҙһеҙ генә
Ҡыҙҙы үҙенә тартҡан.
Ҡыҙ шул һарайға ингән,
Иҙән – шау затлы келәм.
Бүлмәләр биҙәкләнгән
Ынйы, мәрйендәр менән.
Тик ни ғәжәп: һарайҙа
Йән эйәһе юҡ икән.
Кинйә ҡыҙ йөрөй-йөрөй
Арып, талсығып бөткән.
Йоҡлаһаң икән, тиеп
Уның уйлауы булған,
Алтын һикегә ҡунған
Аҡҡош мамыҡлы юрған.
Ҡапыл эңер төшкән дә
Һарайҙы төрөп алған.
Ҡыҙыбыҙ таңға тиклем
Татлы йоҡоға талған.
Икенсе көндө иртән
Кинйә уянып киткән.
Баҡһа – тирә-яҡ баҡса,
Күрер күҙгә бик күркәм.
Алланып та балланып
Емештәр бешә икән,
Үҙҙәре үк ауыҙға
Өҙөлөп төшә икән.
Ҡоштарҙың суҡышынан
Көмөш моңдар тама, ти,
Гәлсәр улаҡтар буйлап
Көмөш шишмә аға, ти.
Күҙ һалған ул бәрхәттәй
Йәм-йәшел түмһәләккә.
Шунда үҫә ине бит
Беҙҙең гүзәл ал сәскә.
Ҡыҙ ошо ал сәскәне
Кире ултыртмаҡ булған.
Шул ваҡыт сәскә үҙе
Түтәлгә килеп ҡунған.
Бына хайран тамаша –
Сәскә тере лә баһа!
Гүзәлерәк тағы ла,
Баҡһаң, күҙҙәр ҡамаша!
Уның ал таждарынан
Алһыу нурҙар һибелгән.
Ҡоштар йырынан баҡса
Сихри моңға күмелгән.
«Тимәк, – тип уйлаған ҡыҙ, –
Асыуланмайҙыр хужам».
...Ҡапыл күҙе сағылған
Сәйер утлы яҙыуҙан:
«Мин һинең хужаң түгел,
Мин – һинең ҡолоң бары.
Йәнең ни теләһә, шул
Алдыңда булыр бары».
Һәм шунда уҡ һүнгән ут,
Алған да тик бер балҡып...
Атаһына хат яҙырға
Теләгән ҡыҙ шул ваҡыт.
Хат яҙған ул ултырып,
Ҡағыҙ битен тултырып,
Яҙып бөтөүе булған –
Хат осоп киткән ҡулдан.
Ҡыҙ йәнә хайран ҡалған,
Уны моң солғап алған.
Күҙен йомоуы булған –
Татлы йоҡоға талған.
Уянғас, йәнә киткән
Ул серле баҡса буйлап.
Мөмкин түгел икән, ти,
Уны һис ҡарап туймаҡ.
Алда – йәнә мәрмәр таш,
Унда яҙыу күренгән:
«Ҡәнәғәтме һин, һылыу,
Был яңы йорт-илеңдән?»
Ҡыҙ әйткән: «Һин – шәфҡәтле,
Рәхимле хужам минең,
Донъяла юҡ бындай ер.
Ожмах минең йорт-илем.
Шишмәләй аға көмөш,
Ямғырҙай яуа алтын,
Тик һарайҙа – яманһыу,
Юҡ унда әҙәм заты».
«Ҡайғырма һин, һылыуым,
Булмаҫһың яңғыҙ һис һин,
Элекке әхирәтең
Ҡаршылар бөгөн кисен».
Ярай, хуш. Шулай йөрөп,
Кистәр ҙә еткән килеп.
Ни күрә ул: дуҫ ҡыҙы
Ҡаршыға сыҡҡан көлөп.
Ике дуҫ сөкөр-сөкөр
Туймаған, ти, серләшеп,
Хатта ҡоштар тын ҡалған
Ике дуҫтан көнләшеп.
Көн артынан көн үткән,
Ғүмер йомғағын һүткән
Ҡыҙ ошо яҙмышына
Тамам күнегеп бөткән.
Күҙ нурҙарын түгә-түгә,
Күлдәктәр тегә икән,
Хужаһына атап ул
Ҡулъяулыҡ сигә икән.
Ғифриттең һүҙе һаман
Мәрмәр ташҡа яҙылған.
Күрәһең, ҡыҙға хәҙер
Яҙыу ғына аҙ булған.
Көндәрҙән бер көндө ҡыҙ:
«Күрмәйем һине, – тигән, –
Тауышыңды булһа ла
Ишетһәм ине», – тигән.
Йәнә утлы хәрефтәр
Пәйҙә булған мәрмәрҙә:
«Ишетерһең, баҡсаға
Сыҡһаң бөгөн әгәр ҙә».
Беҙҙең һылыу ал сәскә
Үҫкән ергә килгән, ти:
«Ҡурҡмам һис тауышыңдан,
Өндәш, хужам», – тигән, ти.
Ни ишетә беҙҙең ҡыҙ?
Был нимә? Күк күкрәйме?
Ишеләме әллә тау?
Әллә һуң ер тетрәйме?
Ҡот осҡос йәмһеҙ тауыш
Яңғыраған шул ваҡыт.
Тора икән беҙҙең ҡыҙ
Дер ҡалтырап, шаҡ ҡатып.
Шөрләһә лә баштараҡ,
Төшмәгән, ти, ул ебеп.
Һөйләшкән тыныс ҡына,
Бер ни булмаған кеүек.
Ғифрит тауышы йәмһеҙ,
Ә һүҙҙәре иркә, ти,
Иркә, ти, ҡыҙ күңеленең
Ҡылдарына сиртә, ти.
Бынан ары улар гелән
Һөйләшә торған булған,
Бер-береһен күрмәй генә
Серләшә торған булған.
Көн артынан көн үткән,
Ғүмер йомғағын һүткән.
Ҡыҙҙың ғифриттең үҙен
Күргеһе килә икән.
Әйткән, ти, ҡыҙ бер көндө:
«Хөрмәтле хужам минең,
Тик бер тапҡыр булһа ла
Миңә күренер инең».
«Ярай, – тигән, ти, ғифрит, –
Үтәлер был теләгең,
Тик мине күргәс мәгәр,
Ярылмаһын йөрәгең!»
Шөрләмәгән һылыу ҡыҙ,
Ғифритте күрер өсөн
Ал сәскә үҫкән ергә
Баҡсаға килгән кисен.
Ҡапыл шул саҡ «ялт» та «йолт»
Йәшен уты уйнатып,
Килбәтһеҙ, йәмһеҙ ғифрит
Сыҡҡан, ти, ерҙән ҡалҡып.
Күҙҙәре ҡабаҡ ҙурлыҡ,
Ауыҙы табаҡ ҙурлыҡ,
Маңлайында мөгөҙө –
Шайтан үҙе ҡурҡырлыҡ.
Әммә шөрләмәгән ҡыҙ,
Төшмәгән, ти, ул ебеп,
Һөйләшкән тыныс ҡына,
Бер ни булмаған кеүек.
Ғифриттең йөҙө йәмһеҙ,
Ә һүҙҙәре иркә, ти,
Иркә, ти, ҡыҙ күңеленең
Ҡылдарына сиртә, ти.
Көн артынан көн үткән,
Ғүмер йомғағын һүткән.
Тора торғас, ҡыҙ тыуған
Йортон һағынып киткән.
Әйткән ул: «Хужам минең,
Рөхсәт һорайым, – тигән, –
Зинһар, тыуған йортома
Ҡайтып урайым», – тигән.
«Ярай, ҡайт, – тигән ғифрит, –
Тик бел: килмәһәң кире,
Тап өс көн үткәндән һуң
Мин булмам, һылыу, тере».
Бына ҡыҙ – үҙ йортонда.
Унда, әйтерһең, байрам.
Ҡыҙҙың гүзәллеген күреп,
Бөтәһе ҡалған хайран.
Ә сауҙагәр шатланған
Барынан да нығыраҡ.
Ҡыҙын күргәс иҫән-һау,
Ебәргән, ти, ул илап.
Өлкән ҡыҙҙарҙың ғына
Йөҙҙәре ҡара янған.
Уларҙы көнсөллөк уты
Көйҙөрөп-өтөп алған.
Көн артынан көн үткән,
Китергә ваҡыт еткән.
Өлкән ҡыҙҙар һеңлеләрен
Китмәҫкә димләй икән.
«Юҡ, – тигән ҡыҙ, – антымды
Боҙор хәлем юҡ минең,
Изгелеккә яуызлыҡ
Ҡылыр хәлем юҡ минең!»
Ҡыҙының был һүҙҙәрен
Атаһы хуплаған, ти,
Тик апайҙары һаман
Хөсөтлөк туплаған, ти.
Ҡыҙға хушлашыр ваҡыт
Етеп килгән бер саҡта
Бөтә сәғәт телдәрен
Ебәргәндәр, ти, артҡа.
Әммә һиҙгән ҡыҙ йөрәге
Тегеләрҙең алдағын,
Бер минут ҡалғас китергә,
Кейгән серле балдағын.
Серле балдағын кейгән –
Үҙен баҡсала күргән.
Тик был нимә?! Баҡсала
Ал нурҙар ниңә һүнгән?
Яңғырамай матур көй,
Ниңәлер ҡоштар тынған,
Шишмәләр туҡтап ҡалған,
Гөлдәр керпеген йомған.
Ал сәскәне йомарлап
Йәмһеҙ ҡулдары менән
Сиҙәмдә ята ғифрит.
Тауыш-тыны юҡ... «Үлгән!»
Ҡыҙ уның янға килгән,
Йылы һулышын өргән:
«Мин килдем, яҡын дуҫым,
Мин килдем, уян!» – тигән.
Ҡапыл күкте «ялт» та «йолт»
Ялмаған йәшен уты,
Күк күкрәгән бик ҡаты,
Алынған ҡыҙҙың ҡото!
Күҙен асһа – ғифрит юҡ!
Был ни хикмәт, был ни эш?!
Йәп-йәш егет баҫып тора
Ал сәскә тотҡан килеш!
Ал сәскә таждарынан
Алһыу нурҙар һибелгән,
Ҡоштар йырынан баҡса
Сихри моңға күмелгән.
Егет йылмайған-көлгән,
Ҡыҙ эргәһенә килгән,
Уны иркәләп һөйгән...
Яҙмышын һөйләп биргән.
«Мин, – тигән, – батша улы.
Бала сағымда мине
Яуыз сихырсы ҡарсыҡ
Сихырлап киткән ине.
«Әгәр һине берәй ҡыҙ
Һөйһә ысын йөрәктән,
Шунда ғына кешегә
Әйләнерһең өрәктән», –
Тип ул мине индерҙе
Йәмһеҙ ғифрит төҫөнә.
Рәхмәт һиңә, һылыу ҡыҙ,
Әйләндерҙең кешегә.
Һөйҙөң һәйбәт күңелем,
Матур йөрәгем өсөн.
Ал ошо ал сәскәне, –
Булһын мөхәббәт төҫөм!»
Ал сәскә әле булһа
Алһыу нурҙар һибә, ти,
Ал таң булып, донъяны
Матурлыҡҡа күмә, ти!