-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
1 Март 2022, 10:50

Өс теләк

Нәйлә АҠБУЛАТОВА Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтында тәржемәсе булырға уҡып йөрөй. Рәсәй Яҙыусылар союзының милли әҙәбиәт буйынса советы илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың теленән нәфис әҙәби тәржемә буйынса «Ишет, Рәсәй, беҙҙең тауыштарҙы!» тигән конкурс үткәргәйне.

Унда Нәйлә прозаик Фәрзәнә Аҡбулатованың «Еләк беште» хикәйәһен урыҫ теленә тәржемә итеп ебәргәйне. Был эше өсөн III урын алды. Студентты ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең итибарға бөгөн уның инглизсәнән башҡорт теленә тәржемә иткән ике әкиәтен тәҡдим итәбеҙ.

Өс теләк

Йәшәгән, ти, утын ҡырҡыусы менән уның ҡатыны. Ир кеше урманға барып утын ярып, баҙарҙа һатыр булған. Был икәү шулай көн күргәндәр. 
Бер ваҡыт ир йырлай-йырлай, тәбиғәткә һоҡланып, урманға китеп бар­ғанында бер ҙур ағас күреп ҡалған. «Әгәр ҙә был ағасты ҡырҡһам, унан сыҡҡан утын ғүмерем аҙағына тиклем мине туйҙырыр ине», – тип уйлап ҡуйған. Балтаһын алып, сабам ғына тигәндә ҡайҙандыр бер тауыш ишетелгән: «Зинһар өсөн ағасҡа теймә!» Ир тирә-яғын байҡаштырған да, тик берәүҙе лә күрмәгәс, тауыш ҡолағына ишетелгәндер, тип уйлаған. Балтаһын баш осона сөйөү менән шул уҡ һүҙҙәр тағы яңғыраған: «Игелекле бул! Теймә ағасҡа, зинһар!» Утынсы туҡтап, яңынан тирә-яҡты ҡарап сыҡҡан. Берәүҙе лә күрмәгәс, аптырауға ҡалған. Шул саҡ ағас эсенән кемдер һүҙ башлаған: «Мин – тылсымлы ҡыҙ, ә был ағас – минең өйөм. Ҡышын ағастың олононда ғүмер итәм, йылы көндәрҙә ботаҡтарында йәшәйем. Һин был ағасты үлтер­һәң, ми­нең өйөм дә юҡҡа сыға. Тиҙ­ҙән ҡыш етә, мин бит һыуыҡтан үлеп ҡа­ласаҡ­мын. Зинһар, өйөмдө емермә. Ә мин һинең өс теләгеңде тормошҡа ашырырмын!» 
Утын ҡырҡыусы был һүҙҙәрҙе ишетеп, бик шатланған. Хәҙер инде байып китер өсөн уға бер ниндәй ҙә эш кәрәкмәйәсәк. Тылсымлы ҡыҙ менән һөйләшеп, ағасҡа теймәҫкә була һәм ҡатынына тиҙерәк был хәбәрҙе еткерергә тип, өйгә ашыға. Ирҙең кисен генә ҡайтыуын көткән ҡатыны, уны күреп бик аптырай. 
– Нишәп улай иртә ҡайттың? Ҡара һин уға: түбәң күккә тейгән түгелме? Нимә булған ул һиңә? – тип һорай.
Ә ире бәхетле тауыш менән: 
– Мин бөгөн мул хазина таптым, ҡатынҡай! Әле үҙемдә булмаһа ла, тиҙҙән ҡулыма төшөрөп аласаҡмын! – тип әйтә лә бейергә тотона. Бер ни ҙә аңламаған ҡатыны тағы уға:
– Аныҡ итеп аңлата алаһыңмы? Нимә булды һуң? Түҙемлегем бөттө бит минең! – ти.
Утын ҡырҡыусы бөтә булған хәлде  һөйләп бирә. Хужабикә лә ҡыуаныстан һикерә башлай. 
– Ярай, ә хәҙер инде ашыңды йылыт­һаң да була. Мин ныҡ асыҡтым, – ти утынсы. 
– Атаҡ-атаҡ! Иртә ҡайтырыңды кем белгән! Мин әле бер нәмә лә әҙерләмәгәнмен. Көтөргә тура килер, – тип яуап бирә ҡатыны.
– Ярай, сәбәләнмә! Минең бит өс теләгем бар. Был өҫтәлдә тәмлекәстәр һәм ҡаҙы күргем килә!
Шул уҡ мәлдә уның алдында яңы ғына бешкән һутлы ҡаҙы пәйҙә була. Ир кеше ашаған һайын, тәрилкә яңынан ризыҡтар менән тула бара. Хәҙер ул ҡатынын да ашарға саҡыра. Ләкин тегенеһе иренә ныҡ асыулана:
– Бер теләгеңде әрәм иттең, ахмаҡ! Ошо ҡаҙы һинең танауыңда үҫһен ине! 
Был һүҙҙәрҙе әйтеү менән ҡаҙы утынсының танауында үҫә башлай. Ул ныҡ зәһәрләнеп, ҡатынына:
– Алйот бисә, ни эшләнең? – тип аҡыра. 
Танауынан ҡаҙыны алам ғына тиһә, ризыҡ яңынан ҡалҡып сыға. 
– Хәҙер инде һин үҙең икенсе теләкте әрәм иттең! 
– Ярай, беҙҙең өсөнсө теләгебеҙ бар әле, әйҙә күберәк аҡса һорайыҡ! – тип тәҡдим итә ҡатыны.
– Аһ, һин, аңра! Минең танауыма ҡаҙы йәбешкән, ә һин аҡса уйлап ултыраһың. Танауымдан ҡаҙы ысҡынһын, тип теләйем!
Шул мәлдә үк ҡаҙы юғала. Бәләнән ҡотолған утынсы рәхәтләнеп иркен тын ала. Бына ошолай итеп, ир менән ҡатын рәхәт кенә байып китеү мөмкинлеген юғалта. Бәхет ишек шаҡый, ләкин улар уны ҡулда тота алманы ла. Ир менән ҡатын шулай уҡ элеккесә ярлы булып ҡала. 

Ун ике аҡыл һатыусы

Борон-борон заманда Готэм тигән ауылда йәшәгән, ти, аҡыл һатыусылар. Нисек аҡыл һатҡандарын ошо мәҫәлдән белерһегеҙ.
Бер ваҡыт уларҙың ун икеһе балыҡ тоторға сыҡҡан. Кемдәрҙер йыл­ғаға төшкән, ә берәүҙәр ярҙа тороп ҡал­ған. Күңелдәре булғансы күп итеп балыҡ тотҡандар. Өйгә ҡайтҡас, береһе һүҙ ҡуҙғатҡан: 
– Тәрән йылғала балыҡ тотоу хәүефле ине. Беребеҙ батып ҡуймағанмы икән, Аллам һаҡлаһын!
– Кем белә, бәлки, ысынлап та, беребеҙ батып ҡалғандыр, – тип икенсеһе сәбәләнә башлаған. – Әйҙәгеҙ, һанап ҡарайыҡ: ун икебеҙ бөгөн иртә менән балыҡҡа сыҡтыҡ, ун икебеҙ ҙә ҡайттымы икән?
Аҡыл һатыусыларҙың береһе иҫәпләй башлаған: берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү, һигеҙ, туғыҙ, ун, ун бер... Ә үҙен һанамай ҡалған.
– Бик аяныс, беребеҙ батып ҡалған, – тип көйөнә ул. 
– Аһ, ниндәй хәсрәт! Үҙем һанап ҡарайым әле! – ти икенсе аҡыл һатыусы. Һәм ул да үҙен онота. – Бына бит бәлә! – тип ул да ҡайғыға ҡала, – ысынлап та, беребеҙ юҡ. 
Башҡалар ҙа һанап сыҡҡан, ләкин береһенең дә үҙен барларға башы етмәгән. 
– Бәлә, бәлә! – тип тауыш ҡуптарғандар. – Кемебеҙ батты һуң?
Кире йылға буйына барып, һыуҙа юғал­ған иптәшен эҙләргә тотонғандар, һуҡрана-һуҡрана тирә-яҡты байҡап сыҡҡандар. Һыуға ла сумып ҡарағандар.
Эргәләренән атҡа атланып батша ялсыһы үтеп барған, ул ирҙәргә һүҙ ҡуш­ҡан:
– Нимә эҙләйһегеҙ? Ни өсөн бик бойоҡһоғоҙ?
– Аһ, әфәнде, бөгөн беҙ балыҡ тоторға килгәндә ун ике инек, ә хәҙер беребеҙ юҡ, һыуға батҡан. 
– Нисек инде? Бер-берегеҙҙе һанап ҡарағыҙ ҙа нисәү икәнегеҙҙе күрерһегеҙ.
Былар тағы ла иҫәпләй башлаған, ләкин был юлы ла береһе лә үҙен һанамаған. 
– Эйе, хәлегеҙ мөшкөл икән, – тигән уларҙың хаталарын күргән батша ялсыһы. – Һеҙгә ярҙам итһәм, нисек бүләкләрһегеҙ?
– Бөтә булған аҡсабыҙҙы бирергә әҙербеҙ. Ярҙам ит кенә!
Уларҙың аҡсаһын алғас, батша ялсыһы тегеләрҙең һәр береһенең ҡулбашына һуға-һуға барлап сыҡҡан: «Был – беренсеһе, был – икенсеһе... һәм был – ун икенсеһе!» – тип ҡысҡырып һанап бөтөргән.
– Рәхмәт яуғыры! Беҙҙең иптәшебеҙҙе табып бирҙең бит! – тип шатланған икән аҡыл һатыусылар.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: