-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
14 Март 2022, 14:15

Тылсымлы ҡурай

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Мозафар исемле малай. Әсәһе ауырып үлеп киткән. Атаһы үгәй әсәй алып ҡайтҡан. Ул үҙенең улы Мотаһарҙы яратҡан, Мозафарҙы туҡтауһыҙ эшкә еккән.Көндәрҙән-бер көндө күкте томалап, күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡан. Уҫал әсәй Мозафарҙы ҡоро утынға ебәргән. Унда көрт йырып барып еткәнсе көн төнгә ауыш­ҡан. Күк көмбәҙендә Ай һары шәмдәлен ҡабыҙған. Шул мәлдә Мозафар биленән көрткә сумып, ҡоро-һарыларҙы бер урынға өйгән.

«Ай-һай-һай, буран бурай, ә мин – ҡороған ҡурай...» – тип кемдер туҡтауһыҙ һамаҡлай, ти. Кем ул? Ел, буран уйынсыҡ һыҙғыртҡыс табып алғанмы? Эйе, икәүләшеп тотонғандар һыҙғырырға. Малай ҡурағанды ҡыр­ҡып алған. Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ! Уйымдар киртеп һыҙғырған һайын моңдар өҫтәлә генә икән. Көпшәне уйнаған һайын Мозафар көс-ғәйрәте ташып торған егеткә әйләнә бара, ти. Көйҙө тыңларға ҡоштар, йәнлектәр йыйылған, хатта күктәге Ай ҙа сағыуыраҡ яҡтыртҡан, йондоҙҙар тәңкә булып һибелгән. Аҡыл эйәһе Өкө:
– Йыр-моң донъяны урай,
Уйнай ҡураған ҡурай! –
тип, кес кенә ҡанаттарын ҡағып, туҡтауһыҙ ухылдай, ти.
– Эйе шул, аҡыллым, ҡурай ғына ошондай көй сығара ала, – тигән Мозафар.
Ул ҡоро утынын йөкмәп, ҡурайын биленә ҡыҫтырып ҡайтырға сыҡһа, алда нөктәләй генә ут быҙлаған. Бер өй күрен­гән. Тәҙрәһенән күҙ һалһа, берәү ҙә юҡ икән. Мейестә дөрләп ут яна, сөгөндә һоло бут­ҡаһы бығырлай. Өйгә инеп, бешкән бут­ҡаны өҫтәлгә ҡуйған да урындыҡҡа ултырып, ҡурай тарта башлаған. Бер за­ман ишек асылып киткән дә сатыр-соторон күтәреп Айыу ағай килеп ингән һәм көйгә бейей башлаған, ти. Мозафар туҡ­тап:
– Бейе әле, бейе әле,
Бейегәнең юҡ әле,
Бейегәнең булмаһа ла,
Матур баҫаһың әле, –
тип таҡмаҡ та әйткән.
– Өф, рәхмәт, бейеттең! – тигән Айыу, уҫлаптай ҡулы менән егеттең арҡаһынан яратып. Мозафар күңеле тулып, үҙ тормошон һөйләп биргән. Айыу унан тағы ҡурай уйнауын үтенгән. Көйҙө оҙаҡ ҡына тыңлағас, малайҙы оҙата сыҡҡан. Ә унда... Мозафар ни күҙе менән күрһен, бөҙрә ялдары болоттай ҡабарып, толоптай тояғы менән ерҙе сапсып, дөлдөл тора икән. Әйт­һәм, әҙәм ышанмаҫ, хатта санаһына утыны тейәлгән, семәрле һандыҡ тора, ти. Һандыҡты асһа, унда ниҙәр генә юҡ! Ҡусҡар биҙәкле атлас елән, ҡама бүрек, семәрле күн ситек, ҡурайын һалырға һауытына тиклем бар. Санаға ултырыуы бул­ған, Ат, дуғаһындағы көмөш ҡыңғырауҙарын ҡыңғыратып, ялбыр ялын елберләтеп, күҙ менән ҡаш араһында малайҙың өйө янында булған, ти. Саптар күкте ярһытып, кешнәп ебәргән. Үгәй әсәй йүгереп сыҡһа, затлы кейемдә Мозафар ҡурай уйнай икән. Шул арала серҙе систереп, үҙенең улын утынға ебәрә һалған.
Мотаһар ҡарға бата-сума тау итәгенә барған да ҡурағанды йолҡоп алып, алыҫ­та ут быҙлаған өйгә киткән, ти. «Айыу олатайымды бейетәм, һәр хәлдә, һине түгел инде!» – тип ҡурай тыңларға кил­гән Ҡуянды ҡолағынан эләктереп алып ситкә ырғыт­ҡан. Быймаһының ҡарын да һепермәй, кәпәсен дә һалмай ул өйгә ингән.
Урман хужаһының мейесендә һәр саҡ утыны дөрләп яна, сөгөнөндә бутҡа­һы бығыр-бығыр килә. Мотаһар бут­ҡаны ашап, һауытын ишек төбөнә ырғыт­ҡан да мейес башына менеп йоҡларға ят­ҡан.
– Кем йылыла йоҡо һимертә? Егет, һиңә ни кәрәк? – тигән, ти, өй хужаһы, ҡоро утынын көлдөксә алдына һалып. Мотаһар йоҡоло күҙҙәрен ыуалап:
– Айыу олатай, Мозафарҙыҡынан да еллерәк тайыңды бир ҙә, уныҡынан ҙурыраҡ һандығыңды тейәй һал да ҡайтайым, – тигән ауыҙын ҙур асып, иһәнәп.
– Әллә берәйҙе бейетәңме? – тип һораған Айыу. Мотаһар ҡурайын өрөп ҡараған да ул, тик көй сығара алмаған. Ҡурай үҙен тыңламаған.
– Инде ҡайтһаң да була, – тигән өй хужаһы.
Мотаһар, рәхмәтен дә әйтергә онотоп, тышҡа сыҡһа, башын эйеп, Ат тора, ти. Санаға ултырыуы булған, тегенеһе сабып сығып киткән дә ҡайынға һуғылып, Ташбаҡаға әйләнгән дә ҡуйған. Һандыҡты асһа, эсе тулы ҡара таш, ти. Ҡурай һауытын тотҡан ғына икән, уныһы ҡый-һай­ға әйләнеп, күккә осҡан. Мотаһар үҙе лә юҡҡа сыҡҡан. Әсәһе әле булһа урман ҡыҙырып, малайын эҙләй, уныһы һаман да ҡайтып етә алмай, ти.
Ә ҡурайҙың тылсымлы көсө тирә-яҡҡа таралған. Башҡорт халҡының бер байрамы ла унһыҙ үтмәгән. Сит ҡитғаларҙан килгән ҡунаҡтарҙы Мозафар атлас елән, ҡама бүрек, семәрле ситек кейеп, ҡурай уйнап ҡаршылаған. Башҡорт илендә ҡурайсылар бәйгеһе үткәрәләр, уның исемендәге телеканал асалар, Баймаҡ районы Туғажман тауында уға һәйкәл дә ҡуйғандар. Ҡурай башҡорт халҡының милли уйын ҡоралына әйләнгән.

 Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: