Борон-борон замандарҙа әтәстәр һәм тауыҡтар кешеләрҙең ҡул аҫтында түгел, ә айырым бер батшалыҡ булып йәшәгән, ти. Тик унда тормош бөтөнләй генә лә тыныс булмаған. Сөнки әтәстәр: «Мин батша булам!» – тип көнө-төнө үҙ-ара һуғышҡан.
Шулай талаша торғас, батшалыҡтары тамам бөлгөнлөккә төшкән. Иҫән ҡалған әтәстәр, ни эшләргә лә белмәй, кәңәшкә йыйылған. Йыйылышта иң өлкән Әтәс аҡыллы һүҙҙәрен еткергән:
– Был низағ бәләһенән үҙебеҙ генә ҡотола алмаҫбыҙ, уландар! Әйҙәгеҙ, ярҙам һорап кешеләр батшалығына барайыҡ! Бесәйҙәр, эттәр, аттар улар менән күптән бергә йәшәй бит, беҙҙе лә ситкә типмәҫтәр.
Барыһы ла ҡарт Әтәстең кәңәшен хуплап, һөйләшергә барғандар. Ә кешеләр үҙҙәрен ихлас ҡабул иткән, һәр йорт хужаһы берәр әтәсте тауыҡтары-себештәре менән үҙ ихатаһына индергән, торорға урын биргән. Ә Әтәскә ихата эсендәге барлыҡ мал-тыуарға, ҡош-ҡорттарға баш булырға ҡушҡандар. Был тиклем ололауға бөтә әтәстәр ҙә ҡуҡырайып киткән, батша ҡиәфәтен алып, үҙҙәрен элеккесә хужа кеүек тоя башлағандар. Әммә кешеләрҙең бер шарты булған, ти. Ул замандарҙа әҙәм балалары ваҡытты белә алмай ыҙаланған, сәғәт-фәлән әле уйлап табылмаған булған. Ә әтәстәр ваҡытты һанай белгән. Шуға ла уларға таң беленеү менән матур итеп ҡысҡырып, хужаларын йоҡонан уятыу бурысы йөкмәтелгән. Әтәстәр был эшкә шатланып риза булған һәм ошо килешеүҙе бөгөнгә тиклем теүәл үтәп киләләр. Ә тауыҡтар уларҙың батырлығына, ҡыйыулығына, «ки-кри-күк!» тип матур итеп һуҙып ҡысҡырыуҙарына һоҡланып, ҡыуанып, йырлай-йырлай көн дә йомортҡа һалып, себештәрен ҡарап, бәхетле тормош кисерә, ти.
Ә шулай ҙа әтәстәр, ҡайһы берҙә үткән тормоштарын иҫтәренә төшөрөп, күрше ихатаға кереп, ундағы «батша» менән рәхәтләнеп һуғышып алырға ла ярата.
Нәфис Аҡҡолов.
Өфө ҡалаһы.