Был хәл бик боронғо замандарҙа, Ерҙә тереклек барлыҡҡа килгән ваҡыттарҙа уҡ булған. Донъяны бар итеүсе Хоҙай Тәғәлә ҡоштарға һайрар өсөн сихри моң, күҙҙең яуын алырлыҡ матур ҡиәфәт, файҙа килтерерлек эш-шөғөл һәм уларға исемдәрен тарата башлаған, ти.
Бына сират ҡарғаларға ла килеп еткән. Тик Хоҙай Тәғәлә ниндәй генә эш тапшырмаһын, моңло-моңло йырҙар бирмәһен, тегеләр уны шунда уҡ оноталар икән. Уларҙың хәтер һандығы бик һай булып сыҡҡан. Ҡарғаларҙы өйрәтә алмай аптырап бөткәндәр.
Әммә берҙән-бер көндө уларға ла шөғөл табылған. Ҡар ятҡан ерҙең ситен һағалап, ҡарғалар көҙөн беренсе ҡар яуыуын, ҡыш яҡынлашыуын иҫкәртергә, ә инде яҙын ҡар иреүен күҙәтеп, ҡыштың төньяҡҡа күсеүен барыһы ла ишетерлек итеп «Ҡарр! Ҡарр!» тип белдереп торорға тейеш булған. Етмәһә, был эште үтәр өсөн көҙөн ҡар артынан көньяҡҡа осорға, ә яҙын кире әйләнеп ҡайтырға кәрәк, ти.
Шулай итеп, был ҡара төҫтәге матур ҡоштарҙың исемдәре ҡарға булып киткән, ә йырҙары бик ҡыҫҡа, бер генә һүҙле булып сыҡҡан. Уны ла, яңылыш онотолоп ҡуймаһын, тип һәр ваҡыт ҡабатлап торорға ҡушылған икән.
Ҡарғалар, Хоҙай Тәғәләнең әмерҙәренә бик яуаплы ҡарап, бөгөн дә уны теүәл, еренә еткереп үтәп килә, эйе бит?
Ә бына ала ҡарғалар менән хәл башҡасараҡ килеп сыҡҡан. Ҡарҙы күҙәтеп, бер ҡайҙа ла осмаған, ҡара ҡарғаларға бер нисек тә оҡшамаған был ҡоштарҙың да «Ҡарр! Ҡарр!» тиеп ҡысҡырып тороуҙарын һәм уларҙың да ҡарға тип аталыуҙарын әлегәсә бер кем дә аңлата алмай икән.
Нәфис АҠҠОЛОВ.
Өфө ҡалаһы.