-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
27 Май 2023, 16:45

Китап ниңә үпкәләй?

Әкиәт

Китап ниңә үпкәләй?
Китап ниңә үпкәләй?

Кәштәлә бер нисә йыл хәрәкәтһеҙ ятҡан ҡалын ғына Китап ҡапыл улай-былай ҡыбырланы ла иҙәнгә һикерҙе. Шул сағында бер мөйөшө ҡаршылағы кәштәгә, шунан тупайыбыраҡ торған бер Китапҡа һуғылды. Ә тегенеһе әйләнә килеп уның артынан ырғыны. Үҙе:
– Миңә төртөп үтергә һин нимә? Хәҙер бына шул тейгән урын ҡыйшайып ҡалһа, мине кем уҡый? – тип ҡысҡырҙы.
– Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ, кәштәләр­ҙең улай ныҡ яҡын тороуын иҫәпләмәгәнмен.
– Нисек инде иҫәпләмәгәнмен?! Күҙең юҡмы әллә һинең, ҡартлас?
– Беренсенән, мин ғәфү үтендем. Китаптарса үҙемде итәғәтле тотам. Икенсенән, мин һеҙҙе белмәйем, үҙемә «һин» тип өндәшмәүегеҙҙе һорар инем! Өсөнсөнән, китапты тышлығына ҡарап ҡына уҡыр өсөн алмайҙар. Мөйөшө ҡыйшайғанмы йә яҙыуҙары уңғанмы – барыбер. Эстәлегең йөкмәткеле булһын!
Икенсе Китап ярһып китте. Бәхәс ҡыҙҙы. Ул үҙенең ҡаршыһындағы Китапҡа өҫтән генә:
– О, ҡарағыҙ әле уны! Барығыҙ ҙа ишеттеме: тышлығына ҡарап алмайҙар, тигән була. Аңлайым, яҙыуың күптән һыҙырылып бөткән, тышлығың да майлана башлаған бит! Ә мине ҡара – һуңғы технологиялар буйынса иң ялтыр тыш, төрлө-төрлө төҫтәргә мансылған иң заманса биҙәктәр биҙәй, – тине
– Ә эсеңдә нимә?
– Мине бер кемдең дә асып ҡарарға ҡый­ғаны юҡ әле. Уның ҡарауы, әллә ҡайҙан бөтә кешене тышлығым саҡырып тора: һәр кемеһе ҡулдарына алып, һыйпап-һыйпап ҡарай, йылмаялар, иҫтәре китеп икенселәренә күрһәтеп һоҡланалар!
– Бахыр! Ә минең эсемдә нимә икәнен әйтәйемме? Миндә ысын әҫәр яҙылған! Заманында ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар! Ә тышлығым ысын күндән минең! Һәр уҡыусымдың ҡул эҙҙәрен һаҡлай, ул һиңә майланған булып күренә генә. Төндәрен утты һүндергәс, юрған аҫтында фонарь яндырып уҡығандары булды, белмәһәң! Яҫтыҡ урынына баш аҫтына һалып та ятҡандары бар. Бер-береһенән урлап та уҡынылар. Ә бындағы ошо кәштәгә ун йыл­ға бер килеп саҡ баҫтым ғына әле мин!
– У-у-у, ысынлап ҡартлас икәнһең, яңылышмағанмын. Ҡыйыш һикереүеңдән аңланым инде. Көнөң бөткән. Хәҙер бына минең кеүектәрҙе уҡырҙар.
– Ҡарарбыҙ. Хәҙерге заман кешеләре һиндәйҙәрҙе лә уҡымай, тотоп ҡына ҡарай ҙа...
– Йә-йә, үпкәләтергә маташма ла. Һин кем дә мин кем, тигәндәй... Ҡайҙа юл тота инең, сүп биҙрәһенәме?
– Юҡ, унда минең кеүектәрҙе ырғытмай­ҙар. Сөнки ташҡа баҫылған әҫәрҙәр мәңгелек. Бына һеҙҙең һымаҡтар ошонда бер-ике йыл тора ла аҙаҡ макулатураға, ҡабат эшкәртеүгә ебәрелә.
Ялтыр тышлы Китап тағы ҡыҙҙы. Ул көс менән алдырмаҡ булып, ҡалын Китапҡа тибәйем тип, аяғын күтәргәйне, кәштә аҫтынан бер Үрмәксенең сығып килгәнен күр­ҙе лә, туҡтап ҡалды. Ҡурҡышынан тауышы бөттө. Ә теге бөжәк был икәүҙең уртаһына килеп баҫты ла:
– Әйҙәгеҙ, һуғышығыҙ... Мин судья булырмын да икегеҙҙе лә хәҙер үк тышҡа сығарып ташлармын. Китаптар донъяһында бындай бәхәстәр булыуы – хурлыҡ! – тине. – Ғүмер буйы ошо китапханаларҙа йәшәп, ошондай әҙәпһеҙлекте беренсе тапҡыр күрәм. Бер китап араһына эләгеп, сит илгә лә сәйәхәткә сығып килдем – унда ла шулай, китаптар һис ҡасан насарға өйрәтмәй. Һәр хәлдә, мин уҡығандары гел яҡшы ғына һабаҡ бирҙе...
– Эйе, мин дә шул хаҡта белгертергә тырышып ҡараным, тик заманса әфәндем бер ни аңламай, – тип башын эйҙе күн тышлы ҡалын Китап.
– Барыһын да күҙәтеп ултырҙым, түҙмәйенсә килеп сыҡтым, – тип тағы һүҙен дауам итте Үрмәксе. – Һеҙ бында тағы нисә йылдар хәрәкәтһеҙ торорһоғоҙ, белмәйем. Кеше хәҙер элеккеләрҙе лә, яңы китаптарҙы ла бик һирәк уҡый шул, үкенескә күрә. Шулай ҙа үҙ бәҫегеҙҙе төшөрмәүегеҙҙе һорар инем. Беҙ, үрмәкселәр, кеше араһына ла сығабыҙ, ҡайһы ваҡыт һүҙ һөйләүебеҙҙе үтенәләр, шунда, бәлки, һеҙҙең хаҡта ла яҡшы һүҙҙәр әйтербеҙ... Китапханасылар туҙандарығыҙҙы һөртөп, бүлмәгеҙҙе елләтеп, саф һауа индереп тора. Һеҙгә тағы ни кәрәк?
Үрмәксенән ҡурҡып, бөршәйеп ҡалған Китап, китапхананың һәр кәштәһенән төбәлгән меңдәрсә китаптар ҡарашынан оялып, тәүҙә янындағы күн тышлы Китаптан, шунан бөтәһе алдында ла ғәфү үтенде. Уға уңайһыҙ булып китте.
– Китап һәр заманда ла белем шишмәһе булып ҡалырға тейеш, мин быны бик яҡшы аңланым хәҙер, – тине ул.
Китапханала йәнлелек уранлашты. Китаптарҙың ҡыштырлауҙары ҡул сапҡан, алҡышлаған һымаҡ ишетелде. Иҙәнгә төшкән китаптарҙы Үрмәксе үҙенең ауҙары менән урындарына тартып мендерҙе лә уңайлы итеп урынлаштырып та ҡуйҙы.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: