-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
22 Август 2023, 20:00

Йөнтәҫ

– Оҙаҡлама, яраймы, балам. Алыҫ китмә! Һин ҡайтыуға тәмле ҡоймаҡ бешерермен!– Ярай, өләсәй! Оҙаҡламам! Мин баҡсаның теге осона барам, унда минең таштарым ҡалған..

Йөнтәҫ
Йөнтәҫ

Ғәзизә ҡабаланды. Теләгән еренә тиҙерәк барып етергә аш­ҡынды ул. Үҙе эстән генә: «Китеп кенә өлгөрмәһә ярар ине»,– тип уйланы.
Биш йәшлек Ғәзизә йәй көндәрендә өләсәһе менән баҡсаға йөрөй. Ул ҡаланан алыҫ түгел, автобусҡа ултыралар ҙа тиҙ арала барып та етәләр. Көндәр матур торһа, өләсәһе һәр саҡ ейәнсәрен эйәртә.
– Эш күп унда, балам, әйҙә, ти­ҙерәк бара һалайыҡ! – ти.
Эйе шул, баҡсала эш етерлек инде. Өләсәһе йәшелсәләрҙе тәрбиәләй, һыу һибә. Ғәзизә лә хәленән килгәнсә ярҙамлаша. Бәләкәй генә лейкаһына һыу тултырып ала ла яратҡан сәскәләре янына ашыға. Эй, ҡыуанған була үҙенең эшкингәненә. Шул сағында өләсәһе маҡтап та ебәрә ейәнсәрен. Кис етһә, автобусҡа ултырып, ҡалаға кире ҡайталар.
Бына бөгөн дә ашыҡҡан урынына барып еткәс, Ғәзизә таштар менән ҡаплап ҡуйған өйөмдө ас­ты ла ҡыуанысынан сәпәкәйләп ебәр­ҙе:
– Көткән, ҡасмаған, урынында ғына торған!
Ҡыҙ ипләп кенә уны ҡулына алды. Был йөнтәҫ кенә, йәмһеҙ генә ҙур ҡарышлауыҡ ине. Рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан йән эйә­һе, уянғас, кирелеп-һуҙылып тәнен яҙып алды. Үҙе ихлас йылмайҙы ла:
– Килдеңме, Ғәзизә?– тип өндәште.
Ҡарышлауыҡ менән ҡыҙ кисә кис танышҡайны.
Баҡсала көнө буйы йүгереп йөрөгәндә нисек күрмәгәндер уны? Һуҡмаҡ буйлап ниҙер шыуышҡанына иғтибар итеп, шып туҡтаны. Матур көрән төҫтә, үҙе ялбыр. Арҡаһындағы йөндәре терпенең энәләре кеүек тырпайып тора. Үҙенсә Йөнтәҫ тип исем бирҙе уға Ғәзизә. Бер аҙ күҙәтеп тор­ғас, ҡулына алып һүҙ ҡушты:
– Эй, һин кем? Ҡалай ҡыҙыҡ ҡынаһың ул?!
– Минме? Мин – ҡарышлауыҡ. Ә һине беләм, һин – Ғәзизә!
Аптырауынан күҙҙәрен ҙур итеп асҡан ҡыҙ һорай һалды:
– Һин мине ҡайҙан беләһең?
– Мин бында күптән йәшәйем. Өләсәйең һи­ңә Ғәзизә тип өндәшә бит!
Ҡыҙсыҡ ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе:
– Эйе шул, исемем – Ғәзизә! Ә мин һине Йөнтәҫ тип йөрөтөрмөн, яраймы? Әйҙә, улайһа, бергә уйнайыҡ.
Ҡайтырға кәрәклеген дә онотоп, икәүләшеп оҙаҡ ҡына бергә булды улар. Автобусҡа йыйын­ған өләсәһе ейәнсәрен ашыҡтырҙы. Йөнтәҫкә йылыраҡ бул­һын, тип таштарҙан йорт яһаны ла дуҫы менән иртәгә лә осрашырға килешеп, хушлаштылар.
Бына әле йоҡоһонан көскә уян­ған ҡарышлауыҡты ҡулына алып, усында бәүелтте, йомшаҡ ҡына арҡаһынан һыйпаны.
– Килдеңме? Ә мин һине көтә инем, йоҡлап киткәнмен.
– Килдем. Әйҙә, уйнап ҡалайыҡ, өләсәйем, оҙаҡлама, тине.
– Уф, асыҡтым! Булмаһа, анау ағасҡа менеп алма ашайыҡ.
– Әйҙә һуң!
Ғәзизә ҡарышлауыҡты алды ла ул күрһәткән ағас янына килде. Ҡарышлауыҡ етеҙ генә үрмә­ләп менеп тә китте.
– Әйҙә, һин дә ҡалышма! – ти­не ул.
Ғәзизә «ах» та «ух» килеп ағас­ҡа үрмәләп маташҡайны ла, килеп сыҡмай ҙа ҡуясы.
Ҡарышлауыҡ, ана, ағастың яртыһын уҙып та киткән. Ғәзизә:
– Минең дә, һинең кеүек, ағас­ҡа тиҙ генә менгем килә. Йөнтәҫ, ярҙам ит миңә? – тип инәлде.
– Ана, ҡара әле, һинең яныңда ғына һары япраҡ ята. Шуға баҫ. Тик ҡымшанмай ғына тор!
Ғәзизә дуҫы әйткәнде үтәне. Йөнтәҫ уға аңлашылмаған телдә нимәлер әйткәйне, ҡыҙ шул уҡ минутта бәләкәс кенә ҡыҙсыҡҡа әүерелде лә, япраҡ уны осороп ҡына ҡарышлауыҡ янына килтереп тә ҡуйҙы.
– Ә хәҙер минең арҡама менеп ултыр ҙа ныҡ ҡына тотон, тағы ла юғарыраҡ күтәреләбеҙ! – тине Йөнтәҫ.
Ғәзизә менеп атланыуы булды, ул йылғыр ғына ағасҡа үрмәләне. Ҡыҙға бик ҡыҙыҡ! Бындай юғарыға уның бер ҡасан да күтәрелгәне юҡ, кәүҙәһе бәләкәй ҙә булғас, бар нәмә лә үтә ныҡ ҙур күренә икән. Быны ҡыҙыҡ күреп, Ғәзизә көлә башлағайны, Йөнтәҫ тыйҙы үҙен.
– Әтеү йығылып төшәбеҙ! – тип ҡурҡытты.
Бына ҙур ғына алма янына етеп туҡтанылар.
– Әйҙә, ашай башлайыҡ, – тине ҡарышлауыҡ. Алманың һутлылығы!
Бер алманы ашап бөткәс, икенсеһенә тотондолар. Ашап туйған ҡарышлауыҡтың йоҡоһо килә башланы.
– Әйҙә, һин дә ял ит, – тине лә ҡаты йоҡоға талды. Тирә-яҡты кү­ҙәтеп ултыра торғас, Ғәзизә лә йоҡомһорай башланы. Йөнтәҫтең арҡаһына башын терәне лә күҙҙәрен йомдо... Бына бер мәл өләсәһенең өҙгөләнеп үҙен са­ҡырған тауышына уянып китте ҡыҙ.
– Ғәзизәү, һин ҡайҙа? Ғәзизә-ә-ә! Ай, аллам, ошонда ғына йө­рө, тинем бит. Ҡайҙа ғына китеп барҙы икән балаҡайым? Ғәзизә-ә-ә-ү!
Шунда ғына Ғәзизә өләсәһе тураһында бөтөнләй онотҡанын иҫенә төшөрҙө. Ныҡ итеп асыҡ­ҡанын тойҙо үҙе. Ҡоймаҡ бешерәм, тигәйне лә өләсәһе.
– Өләсәй, мин бында-а-а!
Тауышы үҙенән ары китмәне әллә, өләсәһе ейәнсәрен эҙлә­үен дауам итте. Ҡарышлауыҡ ҙурлығы ғына булып ҡалған ейәнсәрен күрмәне лә хатта. Рәхәтлә­неп йоҡлап ятҡан Йөнтәҫте төрткөләй башланы Ғәзизә. Уны­һы ҡымшанмай ҙа хатта, бик ҡаты серем итә.
– Мин бәләкәс кенә булғас, ин­де бер ҡасан да өләсәйем мине тапмаҫмы икән? Әсәйемдәр эштән ҡайтһа, мин булмағас, илар­ҙар инде,– тип ҡыҙсыҡ ҡысҡырып иларға тотондо.
Ниһайәт, уның аҡырып илауына Йөнтәҫ уянды һәм, Ғәзизәгә ярҙам итергә теләп, баяғы һүҙҙәрен ҡабатланы. Тик, ни сәбәптәндер, ҡыҙыҡай тағы ла нығыраҡ бәләкәсәйҙе лә ҡуйҙы. Ҡур­ҡышынан баяғынан да нығыраҡ илай башланы Ғәзизә.
– Ә-ә-ә-ә, аңланым! – тип ҡыс­ҡырып ебәргән Йөнтәҫ ҡыҙҙы яңынан арҡаһына йөкмәне лә ағастан ергә төшөрҙө. Үҙе рәхәт­ләнеп көлөп ебәрҙе:
– Вәт, ҡыҙыҡ! Ағас башында һине ҙурайтып булһа, ауыр кәү­ҙәң менән йығылыр ҙа төшөр инең бит! Йә, тиҙерәк баҫ яп­раҡҡа!
Ғәзизә һары япраҡҡа баҫты. Йөнтәҫ үҙенең тылсымлы һүҙҙәрен өс тапҡыр ҡабатлап әйтеүе булды, ҡыҙ элекке матур сағына әйләнеп тә ҡайтты. Ҡыуанысынан Йөнтәҫте күтәреп алып, ҡат-ҡат үбеп тә алды үҙе.
– Ярай, ҡайт өләсәйең янына. Иртәгә осрашырбыҙ! – тине лә ҡарышлауыҡ, үҙ юлы менән шыуышып китеп барҙы.
Ғәзизә өләсәһенә ҡаршы йүгер­ҙе:
– Өләсәй, өләсәй! Мин бында-а-а!
– Ай, балаҡай, ҡотомдо алдың бит, ҡайҙа юғалып йөрөнөң һин? Асыҡҡанһыңдыр. Әйҙә, өйгә инә һалайыҡ, һине унда бик тәмле ҡоймаҡ көтә!
Ул ейәнсәрен ҡосаҡлап алды.
– Өләсәй, өләс, минең хәҙер Йөнтәҫ исемле дуҫым бар. Ул шундай йылғыр, ағасҡа шәп үрмәләй! Беҙ уның менән тәмле генә алмалар ашаныҡ. Ә белә­һеңме, ул ниндәй тылсымлы һүҙҙәр белә? Беҙ иртәгә лә уның менән бергә уйнаясаҡбыҙ... Тағы ла килербеҙ баҡсаға, яраймы, өләсәй?
– Килербеҙ, балам, килербеҙ!
Яңынан өләсәһе менән бергә булыуына бик ныҡ ҡыуанған Ғәзизә бер туҡтауһыҙ тәтелдәп, тәмле ҡоймаҡ менән һыйланып, яңылыҡтары менән бүлешә ине...

Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА.
Учалы ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: