Береһен – Әҡлимә, икенсеһен Әмилә тип йөрөткәндәр. Икеһен дә бик яратып, иркәләп кенә үҫтергәндәр, ти. Тик ниңәлер Әмилә ялҡау булған, өйҙә ваҡытын уйнап ҡына үткәргән. Ә бар эште Әҡлимә башҡарған. Ул ҙур теләк менән ата-әсәһенә ярҙам иткән, сигеү сигергә лә, аш-һыу әҙерләргә лә өлгөргән.
Бер заман, батша үҙенең бер бөртөк улына кәләш эҙләй, тигән хәбәр таралған. Тик кейәүгә сығырға әҙер булғандар ҙур һынау үтергә тейеш икән.
Билдәләнгән көнгә батшалыҡҡа бөтә һылыу ҡыҙҙар йыйылған. Әҡлимә менән Әлимә лә килеп еткән.
Ҡыҙҙар һынау үтә башлаған. Иң тәүҙә Әлимә тәүәккәллек иткән.
Беренсе һынау – үҙ ҡулдарың менән тәмле ризыҡ әҙерләп, батшаның улын һыйларға кәрәк, ти. Ҡыҙ көйҙөрә-көйҙөрә ҡоймаҡ ҡойоп, сынаяҡҡа сәй яһап бирә. Батшаның улына был оҡшамай. Артабан түтәлдәге сәскәләрҙе тәрбиәләп, аттарға һыу эсерергә ҡушылған. Әлимә сәскәләргә арлы-бирле генә һыу һибеп, аттарҙы һыу буйына алып төшә. Ләкин малҡайҙарға ҡаты итеп өндәшеүе булған, улар тиҙ генә таралышып бөткән, ти.
Әлимәнән һуң тағы ла күп ҡыҙҙар бәхеттәрен һынап ҡарай. Ләкин батша улы береһен дә оҡшатмай.
Сират Әҡлимәгә лә етә. Ул бар тырышлығын һалып, алманан тәмле итеп бәлеш бешерә, самауырҙы шыжлатып ебәреп, мәтрүшкәле сәй ҡайнатып, өҫтәлгә ҡуя. Шунан йырлай-йырлай түтәлдәге сәскәләргә һыу һибеп, йылға буйына төшә. Аттарҙы матур һүҙҙәр менән иркәләй-иркәләй һыу эсерә. Уның шундай яғымлы булыуы, эште һөйөүе егеткә ныҡ оҡшаған. Бына шулай Әҡлимә үҙенең һөйгәнен табып, бәхетле, мул тормошта йәшәй башлаған, ти.
Ә Әлимәгә ни булған, тип уйлайһығыҙмы? Ул шул көндән башлап бер хәҡиҡәтте аңлаған: кемдең ҡулы оҫта, шул һәр ваҡыт эше менән бәхетле була.
Нәсимә МАЛАБАЕВА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы,
«Сулпылар» балалар баҡсаһы.