-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәттәр
22 Март , 22:00

Кәкүктәргә ни булған?

Әкиәт

Кәкүктәргә ни булған?
Кәкүктәргә ни булған?

Борон-борон замандарҙа ҡоштар урмандарҙа, ҡырҙарҙа берҙәм булып, бик татыу йәшәгән, ти. Бер-береһенең хәлдәрен белешеп торғандар, ярҙам итешкәндәр. Бер ваҡыт улар кәкүктәрҙең холоҡтары насар яҡҡа үҙгәргәнен күреп, үҙҙәрен йыйылышҡа саҡырып, бының сәбәптәрен асыҡларға булған. Беренсе һүҙҙе Аҡ сәпсек алған:
– Әйтегеҙ әле, хөрмәтле кәкүккәйҙәр, ни өсөн һеҙ яҙын элеккесә оя-фәлән ҡороп тормай йомортҡаларығыҙҙы беҙ­ҙең ояларға кереп һала башланығыҙ?
Уға ҡушылып Ҡыҙылтүш:
– Етмәһә, һеҙҙең йомортҡаларығыҙҙы баҫып ултырып, ҡошсоҡҡайҙарығыҙҙы ла ҡарап үҫтерергә мәжбүрбеҙ. Ә улар­ҙың ашарҙарына еткерерлек түгел, көнө-төнө осоп йөрөп, хәлдән таябыҙ, – тип өҫтәгән.
Һабан турғайы тағы ла ҡатыраҡ итеп:
– Нисек оялмайынса ошо оло кәүҙәгеҙ менән бер эш тә башҡармай, төнөн рәхәтләнеп йоҡлап, иртән буянып-биҙәнеп, көнө буйы «кәк-күк!» тип ҡысҡырып ултырмаҡ кәрәк! Ана, һандуғастарҙан үрнәк алыр инегеҙ, исмаһам! Беҙҙең арала иң кескәйе булһалар ҙа, үҙҙәре ниндәй егәрле: йылы яҡтарҙан ҡайтып, ояһын да ҡороп өлгөрәләр, ҡошсоҡҡай­ҙарын да тәрбиәләп үҫтерәләр, ә төндәрен йоҡоларын ҡалды­рып, беҙҙең барыбыҙға ла үҙҙәренең иҫ китмәле йыр-моңдарын тараталар. Һеҙ ни сәбәпле бындай хәлгә төштөгөҙ, ниндәй бәләгә тарынығыҙ? – тигән.
Инде һүҙҙе кәкүктәрҙең баш­лығына биргәндәр. Ул ҡорға йыйылғандарға әсенеп ошоларҙы һөйләгән, ти:
– Эйе, беҙ, кәкүктәр, әҙерәк маҡтанырға яратһаҡ та, элегерәк ундай түгел инек. Тик хәҙер үҙгәрҙек. Шулай бер ва­ҡыт йыйылышып маҡтанышып ултырғанда кемдер: «Ә мин кешеләрҙең йәшәргә күпме ғүмере ҡалғанын әйтә алам!» – тип ысҡындырған. Алдаған, әлбиттә. Сөнки был серҙең бары тик Аллаһы Тәғәләгә генә мәғлүм булыуын беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Үкенескә күрә, был ялғанды бер кеше ишетеп ҡалған да башҡаларға ла еткергән. Шул замандан башлап беҙҙең «кәк-күк!» тип ҡысҡырыуыбыҙ була, ниндәй­ҙер бер әҙәм балаһы: «Миңә йәшәргә нисә йыл ҡалған?» – тип үтенеп һорай башлай. Әҙерәк ҡысҡырһаҡ, кәйефе төшә йә иһә Кәкүкте ғәйепләргә тотона, әрләшә. Етмәһә, бөтәһенең дә йөҙ йәшкә тиклем йәшәгеһе килә. Шулай көнө буйы ҡысҡырып арыған кәкүктәр, кисен хәлдән тайып, ҡайҙа етте шунда ауып йоҡларға мәжбүрҙәр. Ҡайҙа ти ул һеҙҙең кеүек дәртләнеп оя ҡороуҙар, ултырып себеш сығарыуҙар, ҡошсоҡҡайҙарыбыҙҙы тәрбиәләп үҫтереү мәшәҡәттәре – бындай шатлыҡтарҙы татырға беҙҙең бөтөнләй ваҡытыбыҙ ҡалмай.
Һүҙенең аҙағында кәкүктәр­ҙең башлығы йыйылған ҡоштарҙан уларҙың хәлен аңлау­ҙарын, үҙҙәрен ғәфү итеүҙәрен һәм ҡошсоҡҡайҙарын йәберләмәүҙәрен һораған. Ни эшлә­һендәр, теләмәһәләр ҙә, баш­ҡалар бының менән килешергә мәжбүр булған. Әммә улар ялғандың ниндәй насар һө­ҙөмтәләргә килтереүен күреп, бер ҡасан да алдашмаҫҡа һүҙ ҡуйышҡан, ти.


Нәфис АҠҠОЛОВ.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: