Гимназияла егерменән ашыу бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Һәр яҡлап һәләтле икән үҙҙәре. Беҙҙе ишек төбөнән үк ҡурай моңдары менән ҡаршы алдылар, артабан Өфө ҡалаһы, туған тел, әсәйҙәр тураһында матур йырҙар башҡарып ҡыуандырҙылар. Гөлнара Мостафинаның «Өс теләк» тигән әкиәтен сәхнәләштереп тә күрһәттеләр.
Гәзитебеҙ хеҙмәткәре менән Гөлнара Дамир ҡыҙы ла бүләктәр – балалар өсөн сағыу китаптар, «Йәншишмә»нең иҫтәлекле блокнот һәм календарҙарын алып барғайны. Уларҙы лотерея итеп уйнаттылар. Бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы.
Ошондай асыҡ күңелле, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙҙар һәм малайҙар менән таныштырғандары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Рүзинә Шаһыбал ҡыҙы Барлыбаева менән Айһылыу Нуретдин ҡыҙы Шәйбәковаға рәхмәт.
40 минутлыҡ ҡына осрашыу барышында яңы дуҫтарыбыҙ Гөлнара Дамир ҡыҙына төрлө һорауҙар биреп, уның менән бергә әкиәт яҙып та өлгөрҙө. Ҡурай моңон яратҡан малайҙың тарихы менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ.
Бер яҡшылыҡҡа – ике яҡшылыҡ
Әкиәт
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Малай. Уның Ҡурай кеүек булғыһы килгән. Сөнки үҙен, моңон бик яраталар. Әммә Малай тәртипһеҙерәк булған. Ундайҙарҙы бик яратып бармайҙар икән шул...
Бер ваҡыт ул тышҡа сыҡҡан. Урман юлы буйлап киткән. Ҡараһа, Ҡуян китеп бара, ти. «Әһә, эләктеңме?!» – тип Малай уның ҡолағынан тотоп алған. Бахырҡай ҡурҡышынан илап: «Зинһар, ебәр мине, өйҙә туғандарым көтә», – тип инәлә башлай. Малай уны тыңламай, ҡолағынан тотоп һелкетеүен белә.
Шул саҡ яҡында ғына Ҡурайҙың моңло тауышы ишетелә: «Ебәр Ҡуянды!..» Малай ҡалтырап төшә. Ҡуян һикереп төшөп, ҡасып китә.
Бара торғас, Малайға Бүре осрай. «Мин һине ашайым!» – ти ул. Малайҙың ҡото оса, бая үҙе рәнйеткән Ҡуяндай, ҡурҡышынан илай башлай. Тәртипһеҙ ҡыланып йөрөһә лә, ҡурҡаҡ була үҙе. Шул ваҡыт Төлкө килеп сыға ла: «Эй, Бүре, ниңә бәләкәйҙәрҙе рәнйетәһең?» – ти. «Ул барыбер тәртипһеҙ», – тип һаһылдап көлә Бүре. Шулай ҙа Малайҙы ебәрә. Йәлләгәндер, күрәһең.
Малай йүгереп ҡайта ла өйөнән балта алып килә. «Урманда ҡурҡыныс, ҡоралым булһа, бер кем дә теймәҫ», – тип уйлай ул. Шул ваҡыт йәнә Ҡурайҙың моңло тауышы яңғырай: «Үҙең яҡшы булһаң, һиңә лә яҡшы булырҙар, үҙең теймәһәң, һиңә лә теймәҫтәр...» Әммә Малай уны ишетергә теләмәй. Бер мәл күҙенә Күгәрсен салына. «Әһә, эләктеңме?» – тип ҡыуанып китә Малай. Әммә ҡошсоҡ тегенең ҡулынан ысҡына ла урман йәнлектәренә, ҡоштарына: «Урманда ҡулына балта тотҡан тәртипһеҙ бер кеше йөрөп ята, һаҡланығыҙ!..» – тип хәбәр еткерә.
Малай ағас ҡыуышында бал ҡорттарының ояһын күреп ҡала. «Хәҙер туҙҙырам!» – тип уйлай. Әммә өлгөрмәй: ағасҡа Айыу унан алда менеп бара. Бал ҡорттары, хәүеф һиҙеп, ни эшләргә белмәй осоп йөрөй. Малайҙы күреп, улар ҡыуанып китә. «Беҙгә ярҙам ит!» – тип янына киләләр.
Малайға был һарыҡайҙар йәл булып китә. Ярҙам итергә була. «Эй, тайыш табан! Ағас башынан төш! Теймә бал ҡорттарына!» – тип ҡысҡырып ебәрә ул, балтаһы менән һелтәнеп. Айыу аҫҡа күҙ ташлаһа, ҙур балта тотҡан кешене күрә. Өҫкә ҡараһа, ҡорттар геүелдәп оса, ти. Уларҙың береһе килеп танауынан ғына сағып ала. «А-а-а!» – Айыу ҡулдарын ағастан ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Тәкмәсләп ергә килеп төшә. Ә унда, балтаһы менән янап, Малай тора. Айыу эләгә-һөрлөгә ҡаса башлай. Малай уның артынан ҡыуып китә.
Шул саҡ Ҡурайҙың моңло тауышын ишетә: «Афарин! Минең кеүек булырға теләүеңде беләм, шуға һиңә моң бирәм!» Малай бик шатлана быға. Ул арала бал ҡорттары килеп етә. Күмәкләп рәхмәт әйтәләр. Бал бүләк итәләр. «Балдай татлы, затлы бул», – тиҙәр.
Малай үҙен моңло, батыр итеп тоя. Уға бәләгә тарығандарға ярҙам итеү оҡшап ҡала. Һин бер яҡшылыҡ ҡылһаң, изгелегең үҙеңә икеләтә артып ҡайта. Артабан ул юлын бәләгә тарығандарҙы эҙләп дауам итә.
Гөлнара МОСТАФИНА һәм 82-се гимназия уҡыусылары.
Өфө ҡалаһы.