«Яҙ көнө ҡара тупраҡлы ер хуш еҫтәр бөркөп торған һутлы үлән менән ҡапланғас, ә ҡыш буйы ныҡ ябыҡҡан бейәләр көрәйгәс, барлыҡ арандарҙа ҡымыҙ әҙерләү башлана. Сабыйҙарҙан алып ҡарыуһыҙ ҡарттарға тиклем, кем эсә ала, бөтәһе лә ошо шифалы, аҫыл батырҙар эсемлеген эсәләр һәм ғәжәп хәл: һалҡын ҡыштың ауырыу сырхауҙары ла юҡҡа сыға, хатта ҡартлыҡтан һурылған, тартылған нурһыҙ йөҙҙәр ҙә тулылана, алһыулана», – тип һоҡланып (таң ҡалып) баһалаған ҡымыҙҙы урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаков.
Ҡымыҙ – бейә һөтөнән әҙерләнгән эсемлек. Был сихәтле аҙыҡ аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә. Унда туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустар менән көрәшеүсе матдәләр бар.
Ҡымыҙ, борондан килгәнсә, бик ябай ысул менән әҙерләнә. Бының өсөн ағас көбө һәм оҙон таяҡтың осона беркетелгән яҫы ағастан эшләнгән болғатҡыс ҡулланалар.
Борон ҡымыҙҙы турһыҡта ла етештергәндәр. Уның эсенә эсемлекте болғатып торор өсөн көрәккә оҡшатып эшләнгән таяҡ тығып ҡуйғандар. Эсемлек әсеп сығыуға — ҡымыҙ ҙа әҙер. Тик был әле башы ғына. Ошолай әҙерләнгән ҡымыҙ кәмегән һайын, уға фәҡәт һөт өҫтәп торалар һәм эсемлек тамам әсеһен өсөн туҡтауһыҙ болғаталар. Ҡымыҙҙы ни тиклем күберәк һәм оҙағыраҡ болғатһаң, шул тиклем сифаты яҡшыра.
Әгәр ҙә өй шарттарында ҡымыҙ яһап эсергә теләһәгеҙ, уны ҙур быяла банкала ла бешергә мөмкин. Әсегән бейә һөтөн һауытҡа һалып, уға яңы ғына һауылған һөт ҡушып болғаталар ҙа банканың ҡапҡасын ябып, бер-ике сәғәт буйы туҡтауһыҙ тиерлек бешәләр (болғаталар). Банка йылы урында торорға тейеш. Бер аҙҙан, әгәр ҡымыҙҙың өҫтөнә һыуы һарҡып сыға башлаһа, 1 – 2 аш ҡалағы самаһы шәкәр ҡомо ҡушып, йәнә берәр сәғәт бешәләр. Әсеүе һәм бешеүе еткән ҡымыҙ болғатҡан саҡта күперелеп торор.
Ҡымыҙ бешеү өсөн ағас күнәгегеҙ, бешкәгегеҙ булһа, эсемлек бигерәк тә уңыр. Йәй, көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡымыҙ тиҙ әсеп, иҫкереп бара, шуға күрә ҡымыҙ бешер алдынан ҡоро ағас таптарына йәки ҡайын туҙына ут төртөп күнәкте шуның өҫтөнә ҡаплап, ыҫлап алырға кәрәк. Шулай иткәндә ҡымыҙ тәмле лә була, оҙағыраҡ та һаҡлана.