-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
8 Май 2020, 11:29

Ауыл ҡаймағы менән балтырған ашы

Ура, яҙ етте! Бар донъя йәшелләнә. Бөтә тереклек уяна. Нәҡ май айында ашарға яраҡлы үләндәрҙән аш-һыу әҙерләп ашау күптәрҙең ғәҙәтенә ингән.

Мәҫәлән, балтырған ашын өс тапҡыр бешереп ашарға кәрәк, ти торғайны өләсәй.

Боронғолар, йылына бер тапҡыр балтырған ашы ашамаған кешенең эсе ҡортлар, тигән. Был үҫемлектә С витамины бик күп. Каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор кеүек кеше организмына кәрәкле минералдар ҙа етерлек икән.

Кемдер балтырғанды һурпаға һалып та бешерә. Әммә улай үләндең үҙенсәлекле тәме һиҙеләме икән? Әйҙәгеҙ, беҙ өләсәй­ҙәр өйрәткәнсә әҙерләйек. Иң тәүҙә кәс­трүлдә һыу ҡайнатып алабыҙ. Сама менән тоҙ, 3 – 4 картуф әрсеп, турап һалабыҙ. Ул бешә тора, ә беҙ балтырғанды сай­ҡатып, ваҡлап турайбыҙ. Уның өҫтөнә 2 йомортҡа һытып, яҡшы ғына итеп ыуабыҙ һәм кәстрүлгә һалып ебәрәбеҙ. Ыу­маслы балтырған ашы бигерәк тәмле була. Бер йомортҡа менән ыу­мас ыуып, ашҡа әҙләп кенә төшөрөп, етеҙ генә бол­ғатабыҙ. Һуған турап һалырға ла онотмайыҡ.

Ашыбыҙ беште. Уға тәм биреүсе тағы бер мөһим ризыҡ – яңы айыртылған шыйыҡ ауыл ҡаймағы. Ммм... Тәрилкәгә бер ҡалаҡ һалып бутайбыҙ. Йәшел һуған да һибергә мөмкин. Был тәмле ашты кем яратмаҫ икән?! Быйыл да мотлаҡ өс тапҡыр бешереп ашарға тырышайыҡ.
Читайте нас: