Ул спиртлы эсемлек эсеп, ныҡ итеп ағыуланған була. Аптырарлыҡ, әлбиттә, ошо йәшенән эсһен әле! Әммә ҡыҙ менән һөйләшә башлағас, ул йәл булып китә. Әсәһенең эскенән башы сыҡмай икән...
– Өйҙәге эскелектән шул тиклем арыным. Көн дә, тиерлек, өҫтәлдә араҡы шешәһе. Бер көн әсәйем тағы иҫереп йығылғас, ниңә ул ошоно эсә икән, ниңә сәй эсмәй, был нәмә сәйҙән дә тәмлерәк микән ни, тип, аптырап һалып, эсеп ҡарағайным, бына бит ағыуланғанмын, – ти ул.
Дауахананан һуң уны приютҡа урынлаштыралар. Әсәй кеше хатаһын аңлап, ҡыҙын балалар йортона ебәреүгә юл ҡуймағандыр, тип ышанғы килә.
Күпме атай-әсәй шулай балалары тураһында уйлап та бирмәй, араҡы ҡолона әйләнә?!