-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
17 Ғинуар 2020, 16:00

«Үҙе өсөн тапҡан»

Үҙе өсөн тапҡан... Ишеткәнегеҙ барҙыр был һүҙҙәрҙе....Ирекһеҙҙән, бер ҡыҙ бала тураһындағы тарих хәтергә төштө.

Уны әсәһе ғаилә ҡормай, «үҙе өсөн тапҡан». Аҡыллы, һәләтле генә булып үҫә ул. Яҡшы уҡый, сәнғәт менән ҡыҙыҡһына. «Атай» тип өндәшер кешеһе булмауы еңел булмағандыр барыбер... Бына мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлар ваҡыты етә.
Ҡайһы өлкәлә һәләтле булһаң, шунда уңышҡа өлгәшерең билдәле. Ҡыҙ туғыҙынсынан һуң теләгән уҡыу йортона документтарын тапшыра. Әммә әсәй кеше «үҙе өсөн тапҡан» балаһының икенсе - ун берҙе бөтөп, аҡсалы эшкә юл асыусы һөнәр үҙләштереүен теләй һәм документтарҙы кире барып ала. Шулай тартҡылаша торғас, үҫмер үҙ теләге менән приютҡа ҡасып китә. Бында бала тураһында өйөнә мотлаҡ хәбәр итергә тейештәр. Уҫал әсәй иртәгәһенә үк артынан килеп етә.Балаһын шәхси әйбере кеүек күргән ҡатын барыбер ҡыҙҙы кире мәктәпкә ҡайтара. Ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашмағас, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы һүрелә төшә. Шуныһы билдәле: урта мәктәпте тамамлағас, ул барыбер үҙе теләгән йүнәлеш буйынса уҡырға инеп ҡуя. Күпме ваҡыт сарыф ителә, нервы бөтә, тигәндәй.
Кейәүгә сыҡмайынса бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар бығаса ла етерлек ине. Хәҙер Рәсәйҙә тәүге балаға ла әсәлек капиталы бирә башлаһалар, нисегерәк булыр?.. Дин тарафынан, әлбиттә, был ҡаты тыйыла. Һәр кемде Аллаһы Тәғәлә парлы итеп яратҡан, тиҙәр бит. Йәштәр матур ғаиләләр ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтерһен ине. Ҡыҙҙар – тыуасаҡ балалары өсөн яҡшы атай, егеттәр яҡшы әсәй булырлыҡ кешене тапһын. Атайлы, әсәйле бәхетле балалар халҡыбыҙҙың һанын арттырһын.
Читайте нас: