-6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
31 Ғинуар 2020, 13:50

Ғаиләлә уҡытырғамы?

Рәсәйҙә ғаиләлә уҡытыу тураһында ҡанун проектын әҙерләгәндәр.

Һуңғы йылдарҙа илдә белем биреүҙең ошо формаһына күскән уҡыусылар күбәйгән: балаларҙың 10 проценты
өйҙә уҡый. Яҡшымы был, әллә насармы? Ҡайһы бер эксперттар белем биреү сифаты түбәнәйгәнгә атай-әсәйҙәр балаларын мәктәптә уҡытырға теләмәй, тип тә белдерә. Күптәре репетитор ялларға мәжбүр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Нимә генә тимә, баланы мәктәптән, синыфташтарынан айырыуҙың ыңғай яҡтарын күрмәйбеҙ. Бала уҡыу алдынғыһы һәм бик күп сараларҙа ҡатнашыу, спорт ярыштарына йөрөү сәбәпле уға күп дәрес ҡалдырырға тура килә икән, бәлки, ысынлап та, ғаиләлә уҡытыу формаһына күсереү һәйбәтерәктер. Шулай уҡ һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өйҙә уҡырға мәжбүр. Әммә, билдәле булыуынса, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларын мәктәптән буллинг арҡаһында ла ала икән.
Ҡанун ҡабул итһәләр, уҡытыуҙың был формаһына күсеү ҡатмарлаша, тиҙәр. Ни тиһәң дә, мәктәптә белем алыу яҡшыраҡ: коллективта йәшәргә өйрәнәһең, тиҫтерҙәрең менән аралашаһың, бала саҡ нәҡ мәктәп йылдары менән хәтерҙә ҡала.
Читайте нас: