-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ата-әсәләр иғтибарына
31 Август 2022, 14:29

Яңы мәктәпкә күсһәң...

Теге йәки был сәбәп буйынса икенсе мәктәпкә күсергә тура килдеме? Яңы коллективта үҙеңде нисек тоторға?  

Яңы мәктәпкә күсһәң...
Яңы мәктәпкә күсһәң...

Башланғыс синыфтарҙа яңы мәктәпкә өйрәнеп китеүе ул тиклем ҡыйын булмай. Уҡытыусының фекере кескәйҙәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: яңы уҡыусы менән матур итеп таныштырһа, уға яңы мәктәпкә өйрәнеп китергә ярҙам итеүҙәрен һораһа, синыф һәйбәт ҡабул итәсәк.

Урта синыфтарҙа инде, ғәҙәттә, балалар төркөмдәргә бүленгән була. Шуларҙың береһенә эләгеп китеү өсөн ваҡыт кәрәк буласаҡ. Һөйләшер алдынан тиҫтерҙәрең бер-береһенә ҡарап ала икән, быны ғәҙәти хәл итеп ҡабул итергә кәрәк. 11 - 15 йәштәрҙә нисек кейенеүең, ниндәй смартфон тотоуың, сәсеңде нисек йөрөтөүең дә әһәмиәткә эйә. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тиҙәр бит. Ата-әсәләргә бында балаһының фекерен иҫәпкә алырға кәрәк. Заман башҡа, заң башҡа. 

Яңы мәктәпкә өйрәнеп китеүе ҡыйын икәнен һиҙһәгеҙ, ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ менән был турала һөйләшегеҙ, һәр ваҡыт уны яҡлаясағығыҙҙы белдерегеҙ. Яңы мәктәп тураһында насар фекер әйтмәгеҙ, был баланың ышанысын кәметәсәк. Уны ҡосаҡлап яратып алығыҙ, тәмлекәстәр менән һыйлағыҙ. Ыңғай тәьҫораттар үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра. Синыф етәксеһе, ата-әсәләр менән дә алдан танышырға, һөйләшергә кәрәк.

Уҡыусылар, һеҙгә иһә дәрестәрҙә белемегеҙҙе, белгәнегеҙҙе күрһәтә белеү ҙә мөһим, күп уҡытыусылар әүҙем уҡыусыларҙы ярата. 

Яңы синыфта фекерҙәштәрегеҙ мотлаҡ табылыр, дуҫтарығыҙ ҙа булыр, саҡ ҡына сабыр итегеҙ, әлегә яңы коллективты өйрәнегеҙ һәм үҙегеҙҙе лә лайыҡлы итеп күрһәтергә тырышығыҙ.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: