Тиҫтерҙәре IV синыфта уҡый инде, ә был бала I синыф кимәлендә ҡалған. Әсә кеше бер ҡайҙа ла эшләмәгән, банк картаһы ла тотмаған. Суд ҡарары менән ҡыҙыҡайҙы атаһы тәрбиәһенә бирергә тейеш булған, шунан ҡасып йөрөгән дә инде был ҡатын. Балаһын ҡарамаған, бер фатирҙан икенсеһенә күсеп йөрөгән, йәшәгән урынын йәшергән. Тәҙрә ҡалын пәрҙә менән ҡапланған. Етмәһә, өйҙә тәртипһеҙлек, бысраҡлыҡ. Күршеләре бер ҡасан да ун йәшлек ҡыҙ барлығын белмәгән дә.
Шулай ҙа ҡаланың суд приставтары эҙләү буйынса махсус бүлек менән берлектә уларҙың йәшәгән урынын тапҡан. Ҡыҙҙы ваҡытлыса "Ғаилә" үҙәгенә урынлаштырғандар. Ҡатынға ҡарата протокол төҙөгәндәр.
Балаһының хоҡуҡтарын боҙған, үҙенең бурыстарын үтәмәгән өсөн уға яуап бирергә һәм язаһын алырға тура килер. Ә ҡыҙыҡай, ниһайәт, атаһы менән осрашыр, ул килергә сыҡҡан, тип яҙалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаһына тейешле тәрбиә бирмәгән, әсә тигән изге исемгә тап төшөргән ошондай әсәйҙәр ҙә бар шул.
Башҡаларға ла бүтәндәр яҙмышына битараф ҡалмаҫҡа кәрәктер. Был ғаилә яҙмышы тураһында тулыһынса мәғлүмәт юҡ әле. Юғиһә, туғандары, таныштары нимә уйлаған, тигән һорау ҙа тыуа.
Балалар — тормошобоҙ сәскәләре. Уларҙы яратабыҙ, тейешле тәрбиә, белем бирергә, бәхетле, булдыҡлы итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Кешелектең изге ҡануны был, уны боҙорға хоҡуғыбыҙ юҡ.
Фото: bashinform.