Лиана Таймаҫова:
– Туғыҙынсыны бөткәс, артабан уҡыуымды туған мәктәбемдә дауам итермен, тип уйлайым. Мин уҡытыусы булырға теләйем, сөнки ул – иң кәрәкле кеше, балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Беҙҙең мәктәптә үҙ һөнәрен яратҡан, уҡыусыларҙы үҙ балаһылай күргән белемле, алдынғы уҡытыусылар бик күп. Минең дә остаздарыма оҡшағым килә. Шуға ла юғары уҡыу йортона инеү һәм уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү теләге ҙур.
Йәй көнө Салауат районына туғандарға барам. Унда рәхәт: урманға сығып, тәбиғәт ҡосағында ял да итәһең, эш тә башҡараһың. Каникулда көс йыйып, дәртләнеп киләһе уҡыу йылына әҙерләнәм.
Рамаҙан Сөләймәнов:
– XI синыфты ошонда бөтәсәкмен. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларым әлегә теүәл генә хәл ителмәгән. Алдағы ике уҡыу йылы дауамында берәй фекергә килермен, тип уйлайым. Мәктәптә төрлө конкурс, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашам. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгәндәрендә уңыштарым күп. Былтыр «Диктор тауышы» конкурсы призёры булһам, быйыл федераль олимпиадала III урын яуланым. Вузға ингем килә – башҡорт йәштәре юғары белемле булырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Ә йәй көнө берәй эшкә урынлашып, аҡса эшләргә уйлайым.
Дилә Әхмәтова:
– Мине уҡытыусы һөнәре ҡыҙыҡһындыра. Педагог булырға бала саҡтан хыялланам. Ун берҙән һуң урыҫ әҙәбиәтенән һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса имтихан бирәсәкмен. Киләсәктә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға ингем килә.
Каникул ваҡытында әсәй миңә өҫтәмә эш таба. Йәй көндәрендә киләһе уҡыу йылына шул рәүешле аҡса йыям. Йәнә атай-әсәйемә өй эштәрендә булышасаҡмын.