+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
6 Апрель 2018, 13:23

Һыу эсеү файҙалы

Фәнни тикшеренеүҙәр һыу эсеүҙең файҙалы булыуын иҫбатлай. Ас ҡарынлай ҡулланыу күп ауырыу­ҙарҙан ҡотолорға йәки еңеләйтергә ярҙам итә икән. Быны Японияла йәшәүселәр яҡшы белә һәм иртән уянғас уҡ һыу эсеүҙе ғәҙәттәренә әйләндергән. Шуға улар араһында оҙаҡ йәшәүселәр ҙә күп. Япондар һыу эсеү тәртибен дә уйлап тапҡан.

1. Иртән торғас, ашамаҫ борон уҡ 4 стакан һыу эсергә ҡушыла. Был организмды тулыһынса таҙартыу өсөн кәрәк.
2. Һыу эскәндән һуң 45 минут буйына ашарға ҡушылмай. Теште генә таҙартырға мөмкин.
3. 45 минут үткәс кенә иртәнге ашты ашарға ярай. Һыу эсеүҙе файҙалы туҡланыу менән аралаштырһаң, тағы ла һәйбәт буласаҡ.
4. Иртәнге аштан һуң бер нәмә лә ауыҙға алмаҫҡа, 2 сәғәт буйына эсмәҫкә.
Әгәр ҙә 4 стаканды эсеүе ҡыйын булһа, 1 – 2-нән башларға мөмкин. Күп һыу эсеү кешенең дөйөм хәл-торошон яҡшыртырға, үҙеңде һәйбәтерәк тойорға ла булышлыҡ итә.
Организмда һыуҙың етешмәүе күп ауырыу­ҙарҙың барлыҡҡа килтереүенә лә сәбәп була, ти белгестәр. Шыйыҡлыҡтың етерлек түгеллеге башыбыҙға белдереп торола икән. Һыуһау урынына, киреһенсә, асығыу итеп. Ә беҙ уны ашағы килеү, тип ҡабул итеп, тағы ашҡаҙаныбыҙҙы тултырырға тотонабыҙ.
Үҙеңде яҡшы итеп тойоу һәм сәләмәтлек өсөн кәмендә 8 стакан һыу эсеү кәңәш ителә. Өйрәнеп алғас, теләйһеңме, теләмәйһеңме, 2 – 3 литрға еткереү кәрәк. Йәй көндәрендә был күрһәткес тағы ла арта. Спорт менән шөғөлләнеүселәргә лә күберәк һыу эсергә ҡушыла.
Читайте нас: