+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
4 Апрель 2019, 15:12

Ҡайын һыуы эсегеҙ!

Яҙ еткәс, беҙҙең организм бигерәк тә витамин етмәүҙән интегә. Һыуыҡ ҡыш айҙарынан һуң сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртырға һис онотмайыҡ, дуҫтар.

Был йәһәттән ҡайын һыуы ифрат файҙалы. Уның составында эфирлы майҙар, витаминдар, сапонин матдәләре, бетулол, тиҫтәләгән органик кислоталар бар. Ике-өс аҙна дауамында даими рәүештә эсергә кәңәш ителә. Ҡайын һыуын көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсеү организмдың хәлһеҙлеген бөтөрөргә, авитаминоз, хәтер юғалтыу, күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итә. Ябай һыуҙан артыҡ айырмаһы булмаған һымаҡ күренһә лә, ашҡаҙанға ла ыңғай йоғонто яһай. Уны шулай уҡ тире, ҡан ауырыуҙары, быуындар һыҙлауы, тамаҡ шешеүе, бронхит, үпкә шешеүе һәм башҡа төр тын юлы ауырыуҙарынан да тәҡдим итәләр. Бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән ташты ҡыуа, ҡанды таҙарта, йоғошло ауырыуҙар менән яфаланған осраҡта организмдан зыянлы матдәләрҙе йыуып сығара. Һанай китһәң, әллә күпме сирҙәрҙән дауа ул.
Ҡайын һыуын ҡасан алалар, тиһегеҙме? Ҡар ирей башлағандан алып ағастар бөрөләнгәнгә тиклем. Уның иң шәп аҡҡан ваҡыты иртәнге 10-дан киске 18 сәғәткә тиклем. Ғәҙәттә бер ҡайындан 2-3 литр һут алырға була. Күберәк йыйырға теләгән осраҡта ла үтә һаҡһыҙ рәүештә бер ағасты күпләп тишкеләргә ярамай. Әгәр ҙә олононоң диаметры 20-25 см булһа – бер, 25-35 сантиметрға – ике, 35-40 сантиметрға – өс, 40 сантиметрҙан артыҡ булған осраҡта дүрт тишек яһарға мөмкин. Ҡайын һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды балауыҙ, мүк йәки пластилин менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Шунһыҙ ағастың ҡороуы бар.Ул зыян күрергә тейеш түгел.
Читайте нас: