+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
3 Декабрь 2019, 15:35

ВИЧ – мәкерле вирус

Республика СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров белдереүенсә, Башҡортостанда 21 мең 874 ВИЧ-инфекциялы кеше иҫәпләнә.

Уларҙың 60,1 проценты – ир-аттар, 39,9 проценты ҡатын-ҡыҙҙар. Был сир бигерәк тә Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Мәләүез, Благовещен, Ишембай, Көйөргәҙе, Бөрө райондарында ныҡ таралған.
ВИЧ нимә һуң ул? Кешенең иммунодефициты вирусы. Был вирус йоҡһа, организмда төрлө инфекцияларға ҡаршы тороу һәләте юғала. Һыуыҡ тейеүҙән дә үлергә мөмкин. ВИЧ-инфекция хәҙерге заманда бигерәк тә хәүефле. Табиптар, эй, миңә ҡағылмай ул, тип уйлаусылар хаталана, тип иҫәпләй. Был вирус ҡан аша йоға. Мәҫәлән, наркомандар бер-береһенең шприцын ҡулланғанда, инфекциялы ҡорал менән татуировка яһатҡанда. Тағы бер киң таралған юлы – енси бәйләнеш. Шулай уҡ ауырыу әсә тапҡан бала ла ВИЧ-инфекциялы булып тыуа.
Кешелә вирус булыуын ҡанға анализ биреп кенә белеп була, ул үҙен йылдар буйы һиҙҙермәҫкә мөмкин. Даими тикшерелеп тороғоҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ һәм әхлаҡлы булығыҙ.
Читайте нас: